Гана Поницкая
Поницкая Гана (словак. Hana Ponická; 15 июль 1922, Галич — 21 август 2007, Банск-Бистрица) — словак яҙыусыһы, публицист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, диссидент.
Гана Поницкая | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 15 июль 1922[1] |
Тыуған урыны | Галич[d], Лученец[d], Банска-Бистрица крайы, Словакия, Беренсе Чехословак Республикаһы[d][1] |
Вафат булған көнө | 21 август 2007[2][3] (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Банска-Бистрица, Словакия[3] |
Ерләнгән урыны | Галич[d] |
Хәләл ефете | Штефан Жары[d] |
Һөнәр төрө | яҙыусы, журналист, шағир |
Биләгән вазифаһы | spokesperson of Charter 77[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Христианско-демократическое движение[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
БиографияһыҮҙгәртергә
Гана Поницкая 1922 йылда тыуған. 1944 йылғы Ссловак милли ихтилалы ҡатнашыусыһы. 1948—1950 йылдарҙа ире, шағир Штефан Жары менән бергә Римда йәшәй. Тыуған иленә ҡайтҡандан һуң Smena na nedeľu әҙәби журналдың мөхәррире булып эшләй.
1956—1977 йылдарҙа — Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1968 йылда Чехословакияға Варшава килешеүе ғәскәрҙәренең баҫып инеүенә ҡаршы протестары өсөн эшенән бушатыла. 1972 йылда Smena гәзите редакцияһынан да сығаралар.
1977 йылда Гана Поницкая ЧССР Яҙыусылар союзы съезында хәҙерге мәҙәниәт сәйәсәтен тәнҡитләп сығыш яһауҙы планлаштыра, әммә уға сығыш яһарға рөхсәт итмәйҙәр, әммә уның доклады протоколға индерелә. Был осорҙан Поницкаяны Яҙыусылар союзынан сығаралар. Поницкаяның әҫәрҙәрен баҫтырып сығарыу тыйыла.
Чехословакияның әҙәби андеграунды вәкиле.
1977 йылда Вацлав Гавел һәм башҡа чехословак интеллектуалдары менән «<a href="./Хартияһы-77" rel="mw:WikiLink">Хартия-77</a>» кеше хоҡуҡтары манифесына ҡул ҡуя.
1989 йылға тиклем — әүҙем диссидент, Гана Поницкая текстары самиздатта һәм сит илдәрҙә сыға, «Азат Европа» радиоһында уҡыла. 1989 йылдың август айында Гана Поницкая Чехословакияға совет баҫып инеүенең йыллығына митинг ойоштороуы өсөн ҡулға алына, әммә «бәрхәт революция» тарафынан ноябрҙә азат ителә.
1990 йылда — Христиан-демократик хәрәкәткә (KDH) нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Гана Поницкая 2007 йылда вафат була. Галичта, тыуған ауылында ерләнгән[4].
НаградаларыҮҙгәртергә
- I дәрәжә «Чех республикаһы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1996)
- I класлы Людовит Штур ордены (2002).
Һайланған библиографияҮҙгәртергә
Гана Поницкая — уҡыусы балалар һәм өлкәндәр өсөн хикәйәләр һәм повесть, киносценарийҙар авторы. Словак теленә Италия, Франция, Венгрия һәм Германия яҙыусыларының бер нисә әҙәби әҫәрҙәрен тәржемә иткән.
Һайланма библиографияҮҙгәртергә
Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҫәрҙәрҮҙгәртергә
СценарийҮҙгәртергә
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Evidence zájmových osob StB (EZO)
- ↑ https://www.lemonde.fr/web/article/0,1-0@2-3382,36-948414@51-948547,0.html
- ↑ 3,0 3,1 https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=jn19990209681
- ↑ Hana Ponicka, Slovak Writer Dies at 85 (билдәһеҙ) (22 август 2007). Дата обращения: 21 октябрь 2020.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Jozef Špaček, Hana Ponická, (W:) spisovateľov slovenských Slovník, red. Valér Mikula, 2005 Bratislava
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Умерла Хана Поницка (билдәһеҙ). Дата обращения: 12 ғинуар 2019.