Гальцова Ольга Дмитриевна

Гальцова Ольга Дмитриевна (Курск өлкәһе Кореневский районының Коренево ҡасабаһында 1952 йылдың 27 апрелендә тыуған) — дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. Дәүләт Думаһының бишенсе саҡырылыш ағзаһы, «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы, Дәүләт Думаһының процессуаль, арбитраж, гражданлыҡ һәм енәйәт ҡануниәте буйынса комитеты рәйесенең урынбаҫары.

Гальцова Ольга Дмитриевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 27 апрель 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Коренево[d], Рәсәй
Һөнәр төрө сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт юридик университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Ойошма ағзаһы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының V саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы
 Гальцова Ольга Дмитриевна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Гальцова Ольга Дмитриевна Курск өлкәһе Кореневский районының Коренево ҡасабаһында 1952 йылдың 27 апрелендә тыуған, 1971 йылда Каменск- Уральский алюминий техникумын тамамлаған. 1978 йылда Бөтә Союз юридик институтында юғары белем тураһында хоҡуҡ белеме һөнәрҙәре буйынса диплом яҡлай. 1998 йылда Рәсәй Юстиция министрлығы янындағы Рәсәй дәүләт регистраторҙар институтын тамамлап, минюст дәүләт регистраторы була[1].

Гальцова Ольга Дмитриевна хеҙмәт эшмәкәрлеген 1971 йылдың башында, Куйбышев элемтә кабель заводында контролер булып башлай. 1978 йылға тиклем тиклем төрлө вазифалар биләй: инженер-технолог, кадрҙар бүлеге начальнигы урынбаҫары була.

Гальцова Ольга Дмитриевна 1978 йылда Һамар район башҡарма комитеты аппаратына эшкә күсә. Ойоштороу бүлеге инструкторы булып эшләй, ә һуңынан дөйөм бүлек мөдире була.

1983 йылдан алып 1990 йыл дауамында Куйбышев ҡалаһының халыҡ депутаттары советының башҡарма комитетында инструктор һәм ойоштороу-инструктор бүлегенең мөдире вазифаһын башҡара.

1990 йылда Куйбышев ҡала Советында ойоштороу бүлегенең етәксеһе була.

1993 йылдан алып Һамар өлкәһе хакимиәтендә эшләй. Юстиция бүлеге начальнигы урынбаҫары вазифаһында эшләй.

1998 йылда Һамар өлкәһенең теркәү палатаһы башлығы итеп тәғәйенләнә.

2007 йылдарҙа Дәүләт Думаһының бишенсе саҡырылыш депутаттарын һайлауҙарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһы исемлеге буйынса депутат итеп һайлана. Дәүләт Думаһының процессуаль, арбитраж, гражданлыҡ һәм енәйәт ҡануниәте буйынса комитеты рәйесенең урынбаҫары вазифаһын биләй. 2011 йылдың декабрендә вәкәләттәре тамамлана[2].

2014 йылдан алып Һамар өлкәһенең кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле вазифаһында эшләй.

Гальцова Ольга Дмитриевна кейәүҙә, ул тәрбиәләй.

Наградалары

үҙгәртергә

Бүләкләнгән:

  • II дәрәжә « Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены,
  • Анатолий Кони исемендәге миҙал,
  • Рәсәй Юстиция министрлығының «Рәсәй юстицияһының почетлы хеҙмәткәре» тигән күкрәк билдәһе,
  • «Һамар өлкәһе алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» тигән отличие билдәһе
  • Һамар Губерна Думаһының «Закондар сығарыу эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары өсөн» почет билдәһе
  • РФ Юстиция министрлығының Почет грамотаһы
  1. Ольга Гальцова. Планета по имени Ольга — Самарские судьбы. samsud.ru. Дата обращения: 10 март 2020.(недоступная ссылка)
  2. ГАЛЬЦОВА Ольга Дмитриевна - биография, новости, фото, дата рождения, пресс-досье. Персоналии Глобал846.ру. global846.ru. Дата обращения: 10 март 2020.

Һылтанмалар

үҙгәртергә