Галигузов Иван Фёдорович
Галигузов Иван Федорович (19 август 1934 йыл — 6 октябрь 2005 йыл) — ғалим-педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарих фәндәре докторы (1985), профессор (1986).
Галигузов Иван Фёдорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 19 август 1934 |
Вафат булған көнө | 6 октябрь 2005 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Левобережное кладбище (Магнитогорск)[d] |
Һөнәр төрө | тикшеренеүсе |
Эш урыны | Магнитогорск дәүләт техник университеты |
Уҡыу йорто |
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты исторический факультет МГУ[d] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] |
Йөҙгә яҡын, шул иҫәптән дүрт монография, ғилми баҫмалар авторы
Биография
үҙгәртергә1934 йылдың 19 авгусында Курск өлкәһе Поныровский районының Верхнесмородино ауылында тыуған Верхнесмородино (башҡа мәғлүмәттәр буйынса Новоселки ауылында) тыуған.
Бөйөк ватан һуғышы ваҡытында ауыл фашистар тарафынан оккупацияланған була, Иван ун йәшендә генә мәктәпкә уҡырға бара. Мәктәпте тамамлағандан һуң 1954—1957 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.
1962 йылда Мәскәү дәүләт университетының (МДУ) тарих факультетын «тарих уҡытыусыһы» һөнәре буйынса тамамлай. Магнитогорск ҡалаһына эшкә йүнәлтелә, шундағы Магнитогорск дәүләт педагогия институтында (МГПИ, 1962—1963) уҡытыусы булып эшләй, КПСС ҡала комитеты лекторы була (1963—1965), артабан Магнитогорск тау-металлургия институтының (МГМИ, 1965—1967) КПСС тарихы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы була. 1967 йылда Галигузов Мәскәү дәүләт университетының аспирантураһына уҡырға инә. 1969 йылда «Дүртенсе бишйыллыҡта (1946—1950 йылдарҙа) ҡара металлургия үҫеше менән партияның етәкселеге», ә 1985 йылда — «Һуғыштан һуңғы осорҙа (1946—1961 йылдарҙа) Урал сәнәғәте үҫеше менән партия етәкселеге» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1986 йылда уға профессор дәрәжәһе бирелә. И. Ф. Галигузовтың ғалим булыуында тарих фәндәре докторы, профессор В. М. Селунский һәм СССР Фәндәр академияһы академигы, профессор Ю. С. Кукушкинмөһим роль уйнай.
МГМИ-ҙа эшләү осоронда, 1972—1977 һәм 1983—1991 йылдарҙа КПСС тарихы кафедраһы мөдире вазифаһын биләй. 1979—1983 йылдарҙа Магнитогорск дәүләт педагогия институтының ректоры була. Иван Федорович Галигузов 1991 йылда Юғары музыка училищеһына (хәҙер — М. И. Глинка исемендәге Магнитогорск дәүләт консерваторияһы) философия, социаль-иҡтисади һәм гуманитар дисциплиналар кафедра мөдире вазифаһында эшләргә күсә һәм 2005 йылға тиклем мөдир булып эшләй.
Ғилми-уҡытыу эше менән бер рәттән, Иван Федорович йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнә. 1998—2002 йылдарҙа Магнитогорск ҡалаһы энциклопедияһын төҙөүҙә ҡатнаша. Бөтә союз «Белем» йәмғиәте съезына делегат булып бара һәм Магнитогорск ҡала советының халыҡ депутаты итеп һайлана (1980—1984), һуңғы йылдарҙа Магнитогорск милли мәҙәниәт үҙәгендә ғилми-тикшеренеү эштәре менән етәкселек итә. Галигузов Магнитогросктың алдынғы әҙәбиәтсеһе-тыуған яҡты өйрәнеүсеһе булаү, уның ҡәләме аҫтынан сыҡҡан китаптар:
- 1978 йыл — «Флагман отечественной индустрии. История Магнитогорского металлургического комбината имени В. И. Ленина» (М. Чурилин менән авторҙашлыҡта). — Мәскәү, «Фекер».
- 1984 йыл— "Партийное руководство развитием промышленности Урала (1946—1961 гг.) ". — Һарытау, Һарытау университеты нәшриәте.
- 1994 йыл — «Станица Магнитная (от казачьей станицы до города металлургов)» (В. Баканов менән авторҙашлыҡта). — Магнитогорск, Магнитогорск полиграфпредприятиеһы.
- 2000 йыл — «Народы Южного Урала: история и культура». — Магнитогорск, Магнитогорск матбуғат йорто.
2005 йылдың 6 октябрендә Магнитогорск ҡалаһында вафат була. Ҡаланың Һул яҡ яр зыяратында ерләнгән.[1]
Магнитогроск музыка мәҙәниәте музейында Иван Федорович Галигузовҡа арналған стендд урынлаштырылған. Ғалим йәшәгән йортта уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[2]
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- И. Ф. Галигузов «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән (1976), шулай уҡ СССР һәм РСФСР-ҙың «Белем» йәәәәәмғиәте идараһының Почет Грамоталары һәм Силәбе өлкә халыҡ депутатары советының һәм Бөтә Союз «Белем» йәмғиәтенең «Әүҙем эшләгәне өсөн» Почет билдәһе менән бүләкләнгән.
- К. М. Нефедьев исемендәге әҙәби конкурста («Народы Южного Урала» китабы өсөн) III дипломант була һәм «Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ була (2004)[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Галигузов Иван Федорович
- ↑ Летописец Магнитки
- ↑ Иван Федорович Галигузов 2019 йыл 31 август архивланған.