Көндәлек ҡулланыу тауарҙары
Көндәлек ҡулланыу тауарҙары (FMCG — ингл. Fast Moving Consumer Goods) — сағыштырмаса арзан хаҡлы һәм тиҙ һатылып бөтә торған көн дә ҡулланыла торған тауарҙар (айырыуса еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте тауарҙарының). Был тауарҙар тураһында мәғлүмәт дөрөҫ һайлау мөмкинлеге бирергә тейеш[1].
Көндәлек ҡулланыу тауарҙары | |
Ҡапма-ҡаршыһы | slow-moving consumer goods[d] |
---|
Киң ҡулланыуға тәғәйенләнгән тауар миҫалдары:
- шәхси гигиена әйберҙәре,
- һабын,
- косметика,
- йыуыу саралары,
- оҙаҡ ҡулланылмаусан әйберҙәр:
- быяла һауыт-һаба,
- лампочкалар,
- батарейкалар,
- ҡағыҙ продукция,
- пластмасса продукция.
Бында шулай уҡ:
- дарыуҙар,
- ҡулланыусы өсөн электроника,
- төрөлгән аҙыҡ-түлек, һауытлы эсемлектәр инә.
Көндәлек ҡулланыу тауарҙарын оҙайлы ҡулланыу тауарҙарынан һәм көнкүреш техникаһынан айырып ҡарарға кәрәк.
Иҡтисад
үҙгәртергәБыл тауарҙарҙы һатҡандан алынған килем сағыштырмаса түбән булһа ла, тауар әйләнеше ҙур булғас, дөйөм килем дә байтаҡ булырға мөмкин. Был баҙарҙа конкуренция ҙур, айырым категория тауарҙары миҙгелгә ҡарап үтемле була, яңынан-яңы маркалар һәм тауар төрҙәре сығарылып тора. Был баҙарҙа уңышҡа илтә торған шарттар түбәндәгеләр:
- көн дә ҡулланыу кәрәклеге,
- тауарҙың һатыуҙа киң тәҡдим ителеүе,
- хаҡының көс етерлек булыуы,
- киң ассортимент,
- тауарҙарҙың сауҙа нөктәләрендә урынлаштырылыу стандарттары, сөнки был тауарҙарҙың күбеһен һатып алыусы «юл ыңғайы ғына» алып китә.
FMCG баҙары — тауарҙарҙы димләү һәм һатыу ысулдары, ҡоралдары, шарттары буйынса иң көнәркәшле һәм иң аяуһыҙ баҙарҙарҙың береһе. FMCG тауарҙары өс төрлө: көндәлек, запаслы һәм өйҙә ҡунаҡ ҡабул итеү өсөн. Маркетинг тикшеренеүе ваҡытында һатып алыусы тәртибе түбәндәге параметрҙар буйынса баһалана:
- теге йәки был тауарҙы һатып алыу йышлығы һәм ваҡыты (аҙнаның көнө, тәүлектең мәле, йыл миҙгеле)
- теге йәки был тауарҙы һатып алғанда ниндәй сауҙа нөктәһе төрөнә өҫтөнлөк бирелеүе (селтәрле магазиндар/альтернатив һатып алыу төрҙәре)
- селтәрле магазиндар менән мөнәсәбәттәр (улар тураһында белеү, уларҙа һатып алыу, дисконт карталар булыуы)
- аҙыҡ-түлеккә, алкоголгә сығымдар
- сауҙа нөктәһен һайлауға йоғонто яһаған шарттар
- магазинға барып етеү ысулы һәм оҙайлығы, магазинда булыу ваҡыты
- һатып алыуҙар ваҡыты
- исемлек буйынса һатып алыу (рационаллек)
- һатып алыу ваҡытында ҡатнашҡан ғаилә ағзалары, таныштар
- төрлө тауар категорияларын һайлау шарттары
- тауар тураһында мәғлүмәт сығанаҡтарының файҙалылығын баһалау.
Айырыуса эре FMCG-компаниялар: Johnson&Johnson, Reckitt Benckiser, Colgate, Procter & Gamble, Henkel, Unilever, Coca-Cola, PepsiCo, Nestlé, Danone, Mars, Heinz, Kraft. Донъя FMCG-брендтарының күпселеге ошо компаниялар исемлегенә ҡарай.