В. М. Леонтьева һәйкәле (Ульяновск)


Валентина Леонтьева һәйкәлеУльяновск ҡалаһының иҫтәлекле урындарының береһе.

В. М. Леонтьева һәйкәле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ульяновск
Карта

СССР-ҙың халыҡ артисы Валентина Михайловна Леонтьева үлгәндән һуң, Ульяновск өлкәһе Хөкүмәте 2007 йылдың 22 майында уның хөрмәтенә һәйкәл ҡуйыу тураһында ҡарар ҡабул итә.

Тәүҙә, 2007 йылдың 1 авгусында, Ульяновск ҡурсаҡ театры янында бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ҡуйылған ике эскәмйә барлыҡҡа килә, улар араһында «Валя инәй» онотоп ҡалдырған күҙлек торған өҫтәл менән айырылған. Эскәмйәләрҙең береһендә — яҙыу: «Иң ҡәҙерлеһе — кеше менән аралашыу. В. М. Леонтьева».

Киләһе йылда Ульяновск өлкәһенең Төҙөлөш министрлығы В. М. Леонтьева һәйкәленә үткәрелгән конкурсҡа һығымта яһай. Конкурстың еңеүсеһе — уның яҡташы Санкт-Петербургтың билдәле скульпторы Анциферов Николай. Билдәле булыуынса, һәйкәл телевидение тапшырыуҙарын алып барыусы В. М. Леонтьеваның тыуған көнө — 2008 йылдың 1 авгусында асыла. Был һәйкәл йылы аралашыу оҫтаһы булған Валентина Леонтьеваның символы булған «кавалерка» менән бергә берҙәм композицияны барлыҡҡа килтереп тора. Бронза скульптура Ирининский ятҡылығынан (Мәскәү өлкәһе) килтерелгән ике метрлы гранит постаментта тора. Һәйкәл, әле генә театрҙан сығып, скверҙа ял итеп һәм йылға буйына һоҡланып ҡарап ултырған Валентина Леонтьеваны кәүҙәләндерә.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә