Вәлиуллина Фәриха Нәҙербай ҡыҙы

журналистика ветераны, яҙыусы

Вәлиуллина Фәриха Нәҙербай ҡыҙы (27 ғинуар 1956 йыл) — матбуғат ветераны, журналист, яҙыусы. 1981—2013 йылдарҙа Белорет районының «Урал» гәзите хеҙмәткәре. 1989 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2000). Белорет районы һәм ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге премияһы лауреаты (2006).

Вәлиуллина Фәриха Нәҙербай ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 ғинуар 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Рысыҡай, Сосновка ауыл Советы, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист, яҙыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәриха Нәҙербай ҡыҙы Вәлиуллина 1956 йылдың 27 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Белорет районының Рысыҡай ауылында тыуған.

1973 йылда Шығай урта мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡый. Тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡытыусы һөнәре алғас, хеҙмәт эшмәкәрлеген башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булып башлай. 1981 йылда Белорет районының «Урал» гәзитенә эшкә саҡырыла. Унда хәбәрсе, мөхәррирҙең башҡорт телендә нәшер ителгән гәзит (дубляж) буйынса урынбаҫары, 1985 йылдан алып 2013 йылға тиклем яуаплы секретарь була. 1989 йылда СССР Журналистар союзына ҡабул ителә.

2000 йылда Фәриха Нәҙербай ҡыҙына «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә[1].

Әҙәби ижады

үҙгәртергә

1995 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Тамғалы ҡарағай» хикәйәләр йыйынтығы, 1998 йылда балалар өсөн «Тере дарыу», 2009 йылда «Боҙорсоҡҡа кем тейҙе» китаптары баҫылып сыға.

2006 йылда Фәриха Нәҙербай ҡыҙы «Тере дарыу» китабы өсөн Белорет район һәм ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге премияһына лайыҡ була.

2015 йылда «Ҡурайлы сағыл» тип аталған хикәйәләр йыйынтығы сыға. Был китапта авторҙың үҙенсәлекле яҙмышлы кешеләр тураһындағы «Урал» гәзитендә баҫылып сыҡҡан мәҡәләләре, төрлө йылдарҙа яҙылған хикәйәләре һәм юморескалары тупланған. Уларҙа мәңгелек тема — мөхәббәт, төрлө яҙмыштар, ҡатын-ҡыҙҙарға хас баҫалҡылыҡ, изгелек, ихласлыҡ, тыуған яҡ тәбиғәтенә һөйөү темалары өҫтөнлөк итә.

Ижадсы Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар, Башҡортостан Яҙыусылар союзынан, матбуғат министрлығынан, Белорет район һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетынан, Белорет муниципаль район хакимиәте һәм Советынан бирелгән бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ булған.

Әлеге ваҡытта Фәриха Нәҙербай ҡыҙы хаҡлы ялда, балалар өсөн тағы бер китабын баҫыуға әҙерләгән. Ул Белорет район һәм ҡалаһының « Иҙел башы» яҙыусылар ойошмаһының «Иҙел башы — юл башы» альманахы редколлегияһы ағзаһы.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Живое лекарство: Рассказы. — Уфа: Китап, 1998. — 40 с.
  • Кто сбил сосульку?: Рассказы для детей. — Уфа: Китап, 2009. — 24 с.
  • Невестушка: Рассказ //В кН. «Время собирать драгоценности»: Стихи и проза. — Учалы, 2006. — с. 242 — 255.

Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Әбейҙәр сыуағы. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 17 октябрь[2].
  • Закружила любовь вихрем…//Урал. — 2011. — 1 января.
  • Позднее раскаяние: Рассказ //Ағиҙел. — 1993. — № 4.-апрель.
  • Куршауыл: Юмореска //Урал, 2008. — 1 апреля.
  • Буран в марте: Рассказ //Урал. — 2008. — 4 марта.
  • Не теряя надежды…:Рассказ //Урал. — 2006. — 14 ноября.
  • Кажется забыла: Рассказ //Урал. — 2006. — 2 ноября.
  • Там, где растет курай…:Рассказ//Агидель. — 2002. — № 3. — с. 72—80.
  • А я солнце проглочу: Рассказ //Аманат. - 1994. № 3.
  • Мечтатель: Сказка //Аманат. - 2011. - сентябрь
  • Гороскоп: Юмореска//Башҡортостан.- 2015. №37. 28 февраль
  • Старая яблоня: Новелла // Ағиҙел.- 2015. №8. август.
  • А жизнь -то умчалась.; *// Башҡортостан. - 2014. №183-184. сентябрь.

Ваҡытлы матбуғатта

үҙгәртергә
  • Исхаков В. Оло юлға илтә Иҙел башы. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 3 февраль[3](Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2016)
  • Лит.: Автобиография; Кн. Ф.Валиуллиной «Живое лекарство». — Уфа: Китап, 1998.
  • М. Ямалетдинов. Халыҡсан ҡәләмле әҙибә. Урал. 2015. 108-109. 19 сентябрь.
  • Р. Шаһиев. күңел көҙгөһө. Өфө.: Китап, 2004.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә