Вәлинуров Ринат Ғаян улы

Вәлинуров Ринат Ғаян улы (27 май 1952 йыл) — ғалим-психиатр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының 4‑се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының (1995) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың (1988), Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (2009) һаулыҡ һаҡлау отличнигы.

Вәлинуров Ринат Ғаян улы
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 27 май 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (71 йәш)
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Вәлинуров Ринат Ғаян улы Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Ринат Ғаян улы Вәлинуров 1952 йылдың 27 майында БАССР-ҙың Асҡын районы Асҡын ауылында тыуған. 1976 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң 1‑се Республика психиатрия дауаханаһында эшләй: 1979 йылдан алып бүлек мөдире, 1980 йылдан — 2‑се филиал мөдире; 1982 йылдан Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш табибы, бер үк ваҡытта 1996 йылдан алып баш психиатры һәм 1997 йылдан — БДМУ‑ла уҡыта.

Башҡортостан Республикаһы психиатрҙары ассоциацияһы президенты (1996 йылдан). Башҡортостан Республикаһының 4‑се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

2012 йылдың 23 майындағы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумы ҡарары менән Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы, 1-се Республика психиатрия дауаханаһының баш табибы Вәлинуров Ринат Ғаян улы «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә айырым өлөш индергән өсөн» Почёт билдәһе менән бүләкләнә.

Ижади эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Вәлинуров Ринат Ғаян улының фәнни тикшеренеүҙәре ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һәм һәләкәттәрҙә зыян күргәндәргә, шулай уҡ ауыр енәйәттәр ҡылған психик ауырыуҙарға медицина‑психологик һәм психиатрик ярҙам ойоштороу проблемаларына арналған. Ринат Ғаян улы ҡатнашлығында 1‑се Психиатрия дауаханаһында локаль һуғыштарҙа алған йәрәхәттәрҙән һуң стрестан ҡаҡшағандарҙы реабилитациялау өсөн тергеҙеү бүлеге асылған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Семейная психотерапия. Өфө, 2009 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (1995)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы (1989)
  • СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1988)
  • Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы(2007)
  • Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2009)
  • «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә айырым өлөш индергән өсөн» Почёт билдәһе 2012

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә