Вәдүт (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Вәдүт — башҡорт һәм төрки мосолман ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәВәдүт исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм һөйгән тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәИсхаҡов Вәдүт Ғәйфулла улы (29 апрель 1971 йыл), журналист, матбуғат һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2018 йылдан «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире, 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы рәйесе.
Ишембәтов Вәдүт Харрас улы (10 май 1915 йыл — 13 апрель 1985 йыл — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, сержант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы штабында өлкән телеграфист, һуңынан отделение командиры. Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры.
Вәдүт Мифтах, Вәдүт Кәшшафетдин улы Мифтахов (1915 йылдың 20 ноябрь, Өфө губернаһы, Яҡшы Ҡаран ауылы — 1942 йылдың 30 марты, РСФСР, Тула өлкәһе, Рыдань ҡалаһы) — татар шағире. Бөйөк Ватан һуғышында һәлак булган. 1939 йылдан СССР яҙыусылар аҡзаһы.
Фамилиялар
үҙгәртергәВәдүтов Рәжәп Мулләғәле улы (16 май 1948 йыл) — баянсы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2008) һəм атҡаҙанған (1995) артисы, күп һанлы халыҡ-ара фестиваль һәм конкурстар лауреаты һәм дипломаты.
Вәдүтова Ынйы — йырсы.
Атаһы исеме
үҙгәртергәВалеева Фарида Вадүтовна медицина фәндәре докторы, профессор, Татарстандың атҡаҙанған врачы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.