Всемилостивый Спас ғибәҙәтханаһы (Түбәнге Новгород)

1903

Православный храм
Храм Всемилостивого Спаса
Спас на Полтавке
Спас на Полтавке
Ил Россия
Город Нижний Новгород, ул. Горького, 177а
Конфессия Православие
Епархия Нижегородская и Арзамасская 
Проект авторы Кочетов, Александр Мстиславович
Төҙөлөшө 18991903 йылдар
Бөгөнгө хәле Действующая

Всемилостивый Спас ғибәҙәтханаһы — православие ҡорамы . Түбәнге Новгородта урынлашҡан. Император Александр III ғаиләһенең 1888 17 октябрендә Курск-Харьков тимер юлында поезд һәләкәткә осрағанда мөғжизәле тере ҡалыу иҫтәлегенә һалынған. Александр Александрович үҙе менән ул саҡта Спас Нерукотворныйҙың Вологда иконаһының күсермәһен йөрөткән.

Ғибәҙәтхана боронғо рус XVII быуат стилендә һалынған, уны Санкт-Петербург архитектура академигы А. М. Кочетов төҙөй. Ғибәҙәтхана Мәскәү янындағы Останкино ауылы сиркәүенә оҡшатып һалына. Һыйҙырышлығы— 1700 кеше.[1]

Сиркәү өс ҡанатлы:

  • Үҙәге — Спас Всемилостливый хаҡына.
  • Уң ҡанаты — изге апостол Иаков, Раббының бер туған ағаһы, изге Николай чудотворец Мир Ликийский һәм преподобный Серафим Саровский хөрмәтенә.
  • Һул ҡанаты — Мәскәү святителдәре Петр , Алексей, преподобный Сергий Радонежский һәм пәйғәмбәр Осий хөрмәтенә бағышланған.
Храм эсендә

Новгород сауҙагәрҙәре Спаситель хөрмәтенә ҡала төрмәһенән алыҫ түгел урында ғибәҙәтхана төҙөргә ҡарар итә. 1888 йылда аҡса комиссияһы эш башлай. Комиссияға хәлле финансист-сәнәғәтселәр Н. А. Бугров, Н. Е. Башкиров, А. А. Блинов, А. М. Губин, В. А. Соболева һәм башҡалар ингән.

1897 йылда Төҙөлөш комитеты төҙөлә, уны Я. Е. Башкиров етәкләй. Киләһе йыл Император Санкт-Петербург архитекторҙар йәмғиәте Түбәнге Новгородта төҙөләсәк сиркәүҙең проектына конкурс иғлан итә. 18 проект араһында беренсе премияға А. М. Кочетов проекты лайыҡ була.

1899 йылдың 7 июнендә Преосвященный Владимир, Түбәнге Новгород һәм Арзамас епискобы, сиркәүҙең нигеҙенә тәүге таш һала. Тимер юл һәләкәтенә туғыҙ йылда үткәндән һуң , сиркәү батша ғаиләһенең мөғжизәле ҡотолоуы өсөн генә түгел, ә 1894 йылдың 20 октябрендә вафат булған « батша Александр III исемен мәңгеләштереү» маҡсатынан һалына башлай.

 
Спасская (Хеҙмәт) урамы. 1911 йыл. М. П. Дмитриев фотоһы

Төҙөлөштө архитектура академигы В. П. Цейдлер күҙәтеп алып бара. 1903 йылдың 26 авгусында сиркәү ҡыңғырау манараһына һуңғы ҙур ҡыңғырау күтәреп, аҫып ҡуйыла, ә 12 октябрҙә Түбәнге Новгород һәм Арзамас епискобы Назарий сиркәүҙе изгеләндерә.

Төҙөлөш Комитетының 1904 йылдағы рәсми отчетында, Түбәнге Новгородтың билдәһеҙ кешеһе тарафынан сиркәүгә 54 бот ауырлығындағы ҡыңғырау иғәнә ителә, ә ҡалған бөтә ҡыңғырауҙар Ярославль ҡалаһында ҡойолған, тип яҙыла. Ғибәҙәтхана мөлкәтенең яҙмаһында ҡыңғырау манараһында революцияға тиклем 8 ҡыңғырау була, уның ауырлығы 2,5 тоннанан ашыу, тип яҙылған.

 
Спас сиркәүен төҙөү. Сенная майҙанынан булған күренеш. 1901 йыл. М. П. Дмитриев фотоһы

1912 йылда сиркәүҙе буяу һәм биҙәү тамамлана. Биҙәүҙәр рәссам В. М. Васнецов, И. Е. Репин, В. В. Верещагин, Г. И. Семирадский («Христос у Марфы и Марии»), Ф. А. Бронников, Н. И. Кошелев, А. Т. Марков картиналарының Мәскәүҙәге Спаситель һәм Киевтың Владимир Соборы ҡатырғалары буйынса алып барыла. Биҙәктәр византия стиле менән академик А. М. Кочетов эскиздары буйынса эшләнә. Биҙәү эштәрен Түбәнге Новгород ҡалаһы оҫталары А. О. Карелин етәкселеге аҫтында алып барыла.

Ябыу һәм яңынан тергеҙеү

үҙгәртергә

Революциянан һуң сиркәү ҡаланың таулы өлөшөндә эшләп ҡалығандарҙың береһе була

Күпмелер ваҡыт менән 20-се йылдар башынан алып күпмелер ваҡыт бында архиерейҙар кафедраһы була, уны митрополит Сергий (Страгородский) (1924—1934) етәкләй. 1924—1926 йылдарҙа сиркәү Хакимы Спас ҡорамы клирында һанала.

1930 йылдарҙа сиркәүҙе беренсе тапҡыр ябыу ҡарала. Ҡала халҡы төрлө сәбәптәр уйлап сығарып рәсми властарҙан сиркәүҙе ябыуыҙарын һорап мөрәжәғәт итә. Әммә ҡорам протоиерейы Николай Боголюбов һәм мәхәллә советы тырышлығы арҡаһында ҡарар юҡҡа сығарыла. Мәхәллә йәмәғәтселеге Мәскәүгә барып, сиркәүҙе ябылыуҙан һаҡлап ҡала, бары тик сиркәү подвалдарының өлөштәре генә Ҡыҙыл Тәре ойошмаһының складтарына бирелә. Шулай уҡ ҡаланың сиркәү подвалдарында, документтар буйынса 1935 йылда клир руханийҙарының ғаиләһе йәшәй, улар: дин әһелдәре Петр Сахаровский һәм яңы рухани протоиерей Николай Виноградов, рухани Николай Боголюбовтың тол ҡатыны, хөкөмгә тарттырылған дьякон Д. К. Ободовтың ҡатыны биш балаһы менән Һуңғы спас ҡорамы руханийы һуң, 1937 йылда сиркәүҙең һуңғы дин әһелдәре протоиерей Виноградов Николай, священномученик протоиерей Петр Сахаровский һәм протодьякон ҡулға алына — сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылыу туҡтатыла.

Ғибәҙәтхана 1937 йылда ябыла, бинаһы «Яҙ» «Яҙ» тегеү фабрикаһының складтары итеп файҙаланыла .

Диндарҙарға ҡорам 1992 йылдың яҙында кире ҡайтарыла, шул саҡта ул яңынан изгеләндерелә, ә Бөйөк изгеләндереү чины — 2003 йылда үткәрелә. 1992 йылдың 19 апрелендә Вербное Воскресеньела беренсе Божественная Литургия үткәрелә.

Яңы заманда сиркәү терелеүе менән Михайлова Мария Сергеевнаға бурыслы(15.06.1905— 15.02.1996). Мария Сергеевна пенсияға сыҡҡансы Горький ауыл хужалығы институтында инглиз теле кафедраһы мөдире вазифаһын биләй, ул ғилми эштәр яҙа һәм фән кандидаты була. Фекерҙәштәре менән бергәләп Мария Сергеевна ғибәҙәтхананы астырыу өсөн кәрәк булған ҡултамғалар һәм төрлө документтарҙы йыйып, властарға тапшыра. Мария Сергеевна сиркәүгә даими йөрөүсе була, һәм үҙенең вафатынан һуң был сиркәһҙә уға йыназа уҡыла.[2]

Изге әйберҙәр

үҙгәртергә
 
«Шоколад» сауҙа үҙәгенән ҡарағандағы күренеш
  • чудотворная икона мученицы Параскевы Пятницы, икона Всемилостивейшего Спаса, икона Божией Матери «Знамение»;
  • крест из Иерусалима;
  • частицы мощей преподобного Серафима Саровского, преподобного Сергия Радонежского, преподобных Алексея и Германа Зосимовских, преподобного Зосимы Владимирского, Варлаама чудотворца, святителя Алексия Московского, праведного Феодора Санаксарского, праведного Алексия Бортсурманского.

Ғибәҙәтханала 1937 йылда ябылғансы хеҙмәт итеүселәр:

Түбәнге Новгород архиерейҙары:

  • епископ Владимир (Никольский),
  • епископ Назарий (Кириллов),
  • митрополит Сергий (Страгородский) (1943-сө йылдан алып Мәскәү һәм бөтә Русь патриархы).
 
Ғибәҙәтхана табличкаһы. 1998 йылдың 6 сентябрендә изгеләндерелгән.

Руханиҙар:

  • 1903—1906 — протоиерей Александр Григорьевич Троицкий;
  • 1907—1911 — протоиерей Николай Росляков;
  • 1910—1921 — иерей Александр Стрельников;
  • 1915—1921 — протоиерей Владимир Сергиевский
  • 1913—1935 — дьякон Дмитрий Ободов
  • 1920—1921 — дьякон Иоанн Авров
  • 1921—1925 — протоиерей Павел Алмазов
  • 1925—1928 — протоиерей Николай Боголюбов (академиктар Николай һәм Михаил Боголюбовтарҙың атаһы),
  • 1935—1937 — протоиерей Иоанн Руновский
  • 1930—1937 — протоиерей Николай Виноградов,
  • 1934—1937 — священномученик протоиерей Петр Сахаровский,
  • 1922—1937 — протодиакон Николай Савкин .

Беҙҙең заманда

үҙгәртергә

1991 йылда сиркәү тергеҙелгәндән һуң сиркәү руханийы — протоиерей Игорь Пономарев (әлеге ваҡытта Новгород епархияһы секретары). Шулай уҡ 1990-сы һәм 2000-се йылдарҙа клирҙа иерей Михаил Гущо, иерей Владимир Абрамов, иерей Евгений Гусев (вафат булған 2007 й.), иерей Сергий Кутлаков, диакон Владимир Шашков, диакон Дмитрий Юсов, митрофорлы протоиерей Константин Минюхин, протоиерей Анатолий һәм башҡалар була.

Балалар йәкшәмбе мәктәбе 1997 йылда тергеҙелә.

Өлкәндәр өсөн һәр шәмбе лекторий эшләй.

Б2010 йылда Новгород епархияһы советы нәшриәте тарихсы һәм крайҙы өйрәнеүсе Ольга Дегтева төҙөгән «Храм Всемилостивого Спас в Ни жнем Новгороде» китабын баҫып сығара[3].

  1. Монастыри и храмы Нижнего Новгорода. — Н. Новгород: Глагол, 2008. — С. 74-77.
  2. Информация об этом размещена внутри самого храма.
  3. Издательский отдел епархии выпустил книгу «Храм Всемилостивого Спаса в Нижнем Новгороде»

Һылтанмалар

үҙгәртергә