Воронин Евгений Сергеевич

Воронин Евгений Сергеевич (9 май 1938 йыл, Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы27 июль 2013 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй биотехнологы, Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы, биология фәндәре докторы «К.И. Скрябин исемендәге Мәскәү дәүләт ветеринария медицинаһы һәм биотехнология академияһы» федераль юғары профессиональ белем биреү дәүләт мәғариф учреждениеһы президенты. Медицина хеҙмәтенең генерал-майоры. Хайуандарҙың һәм кешенең һаулығын яҡлауға йүнәлтелгән биологик препараттар төҙөү өлкәһендә белгес.[1].

Воронин Евгений Сергеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүе Рәсәй
Тыуған көнө 9 май 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 27 июль 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (75 йәш)
Ерләнгән урыны Кузьминское кладбище[d]
Һөнәр төрө вирусолог
Эш урыны К. И. Скрябин исемендәге Мәскәү дәүләт ветеринар медицинаһы һәм биотехнология университеты[d]
Уҡыу йорто К. И. Скрябин исемендәге Мәскәү дәүләт ветеринар медицинаһы һәм биотехнология университеты[d]
Ғилми исеме действительный член РАСХН[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены медаль «В память 850-летия Москвы» Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Евгений Сергеевич Воронин 1938 йылдың 9 майында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуа.

  • 1961 — К. И. Скрябин исемендәге Мәскәү ветеринар академияһы. ветеринар табип һөнәре буйынса тамамлай
  • 1961—1970 йылдарҙа — Тарасевич исемендәге дәүләт медицина һәм биологик препараттар институтында ғилми хеҙмәткәр
  • 1964 — биология фәндәре кандидаты
  • 1970 — СССР Медицина фәндәре академияһы Президиумы ҡарамағында ҡош лейкоздары лабораторияһы мөдире
  • 1973 — Бөтә Союз ғилми -тикшеренеү институтының күҙәнәк культуралары лабораторияһы мөдире
  • 1973 — профессор
  • 1974 — биология фәндәре докторы
  • 1975 — Мәскәү ветеринария академияһының вирусология лабораторияһы мөдире
  • 1979 — ВАСХНИЛ президиумы ҡарамағында малсылыҡ аҙыҡ-түлектәренең сифатын күтәреү буйынса ғилми-тикшеренеү эштәрен координациялау өлкәһендә совет рәйесе урынбаҫары
  • 1986 — Мәскәү ветеринария академияһын йәш малдар ауырыуҙары лабораторияһы мөдире
  • 1992 — Мәскәү ветеринария академияһын йәш малдар ауырыуҙарын диагностикалау клиник кафедраһы мөдире
  • 1995 — Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһы ағза-корреспонденты
  • 1998—2008 — К.И.Скрябин исемендәге Мәскәү дәүләт ветеринария медицинаһы һәм биотехнологиялар академияһы ректоры[2]
  • 1999 — Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы[1]
  • 2008—2013 — «К.И.Скрябин исемендәге Мәскәү дәүләт ветеринария медицинаһы һәм биотехнологиялар академияһы» юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт автоном мәғариф учреждениесһы президенты.

Воронин Е.С. 2013 йылдың 27 июлендә Мәскәүҙә вафат була. Кузьмин зыяратында ерләнә.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

300-гә яҡын ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 19 китап һәм брошюралар, 6 монография авторы. 8 авторлыҡ таныҡлығы һәм уйлап табыу патенттарына эйә. «Иммунология» дәреслеге 2003 йылда 27 башҡа ауыл хужалығы юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр араһында иң яҡшы тип таныла [1].

  • Вирусы — контаминанты вирусных вакцин. — М.: Колос, 1986.
  • Особенности иммунитета у телят-трансплантантов. — М.: Колос, 1999.
  • Динамика основных иммунологических параметров телят-трансплантантов. — М.: Колос», 1999.
  • Развитие ветеринарного образования в России. — М.: Колос, 2000.
  • Иммунология. — М.: Колос, 2002.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2008 йыл, 17 март Указ № 357)[1]
  • Почет ордены
  • Королева Виктория ордены (Бөйөк Британия)
  • Изге София ордены
  • Академик. И.Н. Блохинаның алтын миҙалы
  • Т. С.Мальцев исемендәге алтын миҙал
  • К. И. Скрябин исемендәге алтын миҙал
  • «Совет Армияһына 60 йыл», «Совет Армияһына 70 йыл», «Мәскәүҙең 850-йыллығы», «Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флотына 300 йыл» миҙалдары һәм башҡалар.
  • Алтын Мальта Тәреһе һәм Рыцарҙың гәлсәр статуэткаһы (Мальта ғилми йәмғиәте, 2002 йыл)
  • РФ Юғары Ҡораллы көстәр командующийы В.В. Путиндың Рәхмәт хаты (2002)
  • Медицина хеҙмәтенең генерал-майоры
  • Король ветеринария колледж офицеры (Бөйөк Британия)
  • Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы (1999)
  • Биология фәндәре докторы (1974)
  • София университетының почетлы докторы
  • Ереван ауыл хужалығы институтының почетлы профессоры[1]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Воронин Евгений Сергеевич на сайте РАСХН(недоступная ссылка)(рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 декабрь 2011)
  2. Биография Воронина Е. С. Архивная копия от 22 октябрь 2012 на Wayback Machine на сайте Mgavm.ru (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 декабрь 2011)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Воронин Евгений Сергеевич — статья из Биографической энциклопедии РАСХН, ВАСХНИЛ
  • Биография Воронина Е. С. на сайте ФГОУ ВПО «Московская государственная академия ветеринарной медицины и биотехнологии имени К. И. Скрябина» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 декабрь 2011)