Ворожцов Николай Николаевич (өлкән)

Николай Николаевич Ворожцов (өлкән) (1881, Иркутск — 1941, Мәскәү) — рус һәм совет органик химигы. Ул совет анилин буяуҙар сәнәғәте үҫешенә ҙур өлөш индерә. Фән өлкәһендә Сталин премияһы лауреаты (1952, үлгәндән һуң)[1]. Химик Николай Николаевич Ворожцовтың (кесе) атаһы.

Ворожцов Николай Николаевич (өлкән)
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 28 апрель 1881({{padleft:1881|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Иркутск, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1941
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Балалары Николай Николаевич Ворожцов[d]
Һөнәр төрө химик
Эшмәкәрлек төрө органик химия
Эш урыны Император Николай Икенсенең Томск технология институты
Варшавский политехнический институт[d]
НИОПИК[d]
Рәсәй химия-технология университеты
Уҡыу йорто Харьковский технологический институт[d]
Аспиранттар Шувалов, Иван Григорьевич[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Николай Ворожцов 1881 йылдың 16 (28) апрелендә[1] Өркөттә сауҙа хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуған. 1904 йылда ул Харьков практик технологик институтты (химия бүлеген) тамамлай. 1904—1912 йылдарҙа Томск технология институтында тәүҙә ассистент, унан һуң уҡытыусы булып эшләй. 1913—1920 йылдарҙа Варшава политехник институтында уҡыта (1918 йылдан — Түбәнге Новгород университеты). 1916 йылда химик технология адъюнкты дәрәжәһе өсөн кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, унан һуң ул экстраординар профессор вазифаһында раҫлана. 1917 йылдан — ординар профессор; 1918—1920 йылдарҙа — Түбәнге Новгород университетының физика һәм химия факультеты деканы.

1916 йылда ул Мәскәүҙә «Русско-краска» лабораторияһын (һуңыраҡ — Анилтрест Үҙәк лабораторияһы; 1931 йылдан — Органик продукттар һәм буяуҙар ғилми тикшеренеү институты -НИПИ) ойоштора. Ворожцов 1919 йылға тиклем был лаборатория мөдире була.

1920—1924 йылдарҙа Иваново-Вознесенск политехник институтында уҡыта; 1920—1922 йылдарҙа ул химия факультеты деканы, 1922—1924 йылдарҙа институт ректоры. 1924 йылда ул Мәскәүгә күсенә, 1926 йылға тиклем ул Д. И. Менделеев исемендәге Мәскәү химия-технология институтында химия һәм сүсле һәм буяусы матдәләрҙең технологияһы кафедраһын етәкләй. 1926 йылда Мәскәү химия-технология институтында органик буяуҙар һәм аралаш продукттар технологияһы кафедраһын ойоштора, уның тәүге етәксеһе була (1926—1930). 1925 йылдан — Анилтрестың фәнни етәксеһе. Ворожцов «Химическая промышленность» журналына нигеҙ һала һәм бер нисә йыл уның редакторы була[1]. 1930 йылдың декабрендә ул ҡулға алына, 1931 йылдың июлендә азат ителә. 1932 йылға тиклем Луганск өлкәһенең Рубежное биҫтәһендә Рубежное химия-технология институтында кафедра мөдире һәм НИОПИК-тың Рубежное филиалының фәнни етәксеһе булып эшләй. 1934 йылда ул йәнә Мәскәүгә күсенә һәм ғүмеренең аҙағына тиклем Мәскәү химия технологиялары институтында үҙе булдырған кафедраны етәкләй. Ул шулай уҡ НИОПИК консультанты була.

Ул 1941 йылдың 9 авгусында Мәскәүҙә вафат була[1] . Ваганьковское зыйаратында ерләнә.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Основы синтеза красителей: Начальные вещества и методы получения промежуточных продуктов. М.; Л., 1925;
  • Ступени в синтезе красителей: (Химия циклических промежуточных продуктов). Л., 1926;
  • Сборник статей. М.; Л., 1948;
  • Основы синтеза промежуточных продуктов и красителей: [Учеб. пособие для хим.-технол. вузов]. 4-е изд. М., 1955.
  • Измаильский В. А. Николай Николаевич Ворожцов: (1881—1941) // Журнал общей химии. 1943. Т. 13. № 7-8;
  • Уфимцев В. Н. Н. Н. Ворожцов и его научная деятельность // Успехи химии. 1952. Т. 21. Вып. 1;
  • Лисицын В. Н. Основатель химической династии: Жизнь и деятельность профессора Н. Н. Ворожцова (1881—1941) // Исторический вестник РХТУ им. Д. И. Менделеева. 2002. Вып. 7;
  • Химики о себе / Сост. Ю. И. Соловьев. М., 2001
  • Волков В. А., Куликова М. В. Российская профессура: XVIII — начало XX в.: Химические науки: Биогр. словарь. СПб., 2004;
  • Будрейко Е. Н., Жуков А. П. Профессора Университета Менделеева: XX век. М., 2007.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Ворожцов Николай Николаевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.