Волхов ГЭС-ы
Волхов ГЭС-ы — рус. Волховский ГЭС — (В. И. Ленин исем.) — Ленинград өлкәһенең Волхов ҡалаһындағы гидроэлектростанция, Волхов йылғаһында төҙөлгән. 2010 йылдан Ладога ГЭС-тары каскады составына инә. Рәсәйҙәге иң тәүге ГЭС-тарҙың береһе. Фән һәм техника өлкәһендәге тарихи ҡомартҡы.
Волхов ГЭС-ы | |
Нигеҙләү датаһы | 1918 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Волхов[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Волхов |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Волхов |
Хужаһы | Территориальная генерирующая компания № 1[d] |
Выходная мощность | 86 мегаватт |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Ленинградская область/Волхов[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Оҙонлоҡ | 212,3 метр |
Указания, как добраться | улица Графтио, 1 (правый берег р. Волхов, 0.3 км южнее ж/д моста) |
Волхов ГЭС-ы Викимилектә |
Дөйөм мәғлүмәттәр
үҙгәртергәГЭС төҙөлөшө 1921 йылда башланған[2], 1927 йылда тамамланған. Ул йылға йырҙаһындағы түбән баҫымлы электр станцияһы.
ГЭС-тың ҡеүәте — 86 МВт (башта 58 МВт), уртаса йыллыҡ етештереү — 332 млн кВт·ч. ГЭС бинаһында 8 гидроагрегат ҡуйылған. ГЭС ҡорамалдары, ҡеүәте 12 МВт яңы гидроагрегаттарҙан башҡа, 80 йылдан ашыу эшләй һәм алмаштырыуға мохтаж. ГЭС баҫым ҡоролмалары (баҫым фронтының оҙонлоғо 450 м) Волхов һыуһаҡлағысын хасил итә, майҙаны 667 км², тулы һәм файҙалы күләме 36 һәм 24,36 млн м³.
Һыуһаҡлағысты төҙөгән ваҡытта 10 мең. га ауыл хужалығы ерҙәре һыу аҫтында ҡалған.
Волхов ГЭС-ның проектын «Ленгидропроект» институты эшләгән.
Иҡтисади әһәмиәте
үҙгәртергәВолхов ГЭС-ы Төньяҡ-Көнбайыш энергия системаһы йөкләнеш графигының юғары көсөргәнеш өлөшөндә эшләй. Шулай уҡ ГЭС Волхов алюмин заводын энергия менән тәьмин итеп тора (2013 йылда уның туҡталғанына тиклем). Һыуһаҡлағыс Волхов һыу һикәлтәләрен тәрәндә ҡалдырып, Волхов йылғаһы буйлап суднолар йөрөүен тәьмин иткән[3]. Волхов ГЭС-ы 1920—1930 йылдарҙа илдең сәнәғәтен үҫтереүҙә, шулай уҡ сәнәғәт объекттарын, шул иҫәптән Ленинград блокадаһында, Бөйөк Ватан һуғышы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла энергия менән тәьмин итеүҙә ҙур роль уйнай.
Волхов ГЭС-ы ПАО «ТГК-1» акционерҙар йәмғиәте составына инә.
Экологик проблемалар
үҙгәртергәГЭС плотинаһы Волхов алабалығына ыуылдырыҡ сәсеү юлын яба. Балыҡты өҫкө ағымға үткәреү ҡоролмаһы уңышһыҙ булып сыға. Волхов алабалығының үрсеүен Волхов балыҡ үрсетеү заводында яһалма шарттар ярҙамында тәьмин итәләр.
Волхов ГЭС-ы сәнғәттә
үҙгәртергә1978 йылда «Ленфильм» киностудияһында режиссер Геннадий Казанский Волхов ГЭС-ы төҙөлөшөнөң тарихын күрһәткән «Инженер Графтио» тигән биографик нәфис фильм төшөрә.
2015 йылда Волхов ГЭС-ында күп сериялы «Ленинград 46» фильмы төшөрөлә.
ГЭС филателияла
үҙгәртергә-
Почта маркаһы, СССР, 1930 йыл
-
СССР почта маркаһы, 1951 йыл
ГЭС никовилияла
үҙгәртергә-
Д.В. Потапенко коллекцияһынан тәмәке тышлығы. Волхов ГЭС-ы, 1928 йыл
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
- ↑ «Исторический архив», 1956, № 1, с. 44—45.
- ↑ «Водный транспорт», 1927, № 3, с. 113—115.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Гидроузел на р. Волхов . РусГидро — Ленгидропроект. 2018 йыл 6 июль архивланған.
- Официальный сайт ПАО «ТГК-1» 2020 йыл 27 октябрь архивланған.