Волохов Фёдор Сергеевич
Волохов Фёдор Сергеевич (7 июль 1912 йыл, Оло Троицк ауылы, Яңы Оскол өйәҙе, Курск губернаһы — 19 декабрь 1990 йыл, Воронеж) — урыҫ совет яҙыусыһы, драматург, журналист[1].
{{{Исеме}}} | |
Жанр: | |
---|---|
Дебют: |
1936 |
Биографияһы
үҙгәртергәВолохов Федор Сергеевич 1912 йылдың 7 июлендә Курск губернаһының Яңы Оскол өйәҙе Оло Троицк ауылында (хәҙерге Белгород өлкәһе Шебекин районы территорияһында) фельдшер ғаиләһендә тыуған. Тыуған ауылында крәҫтиән йәштәре мәктәбен тамамлай. Һуңынан Воронеж дәүләт ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына уҡырға инә, уны 1935 йылда тамамлай.
Институттан һуң Волохов агроном булып Себергә эшкә бара, унда тупраҡ карталарын төҙөй. Бер нисә йылдан Воронежға кире ҡайта. Әҫәрҙәре 1936 йылда «Коммуна» гәзитендә хикәйәләре баҫыла башлай. 1941 йылда Воронеж ҡалаһында «Саған япраҡтары» исемле хикәйәләр йыйынтығын сығара. Яҙыусының хикәйәһенә рецензиянан:
«С тех пор жанр рассказа, — говорится в биобиблиографическом справочнике „Воронежские писатели“ (1980 г.), — становится характерным для его творчества. Тематический диапазон волоховских произведений довольно широк. Действие рассказов развертывается в колхозном селе, в заводских цехах, в семейно-бытовой сфере. Героям Федора Волохова, нашим современникам, свойственны активное отношение к жизни, высокий нравственный потенциал». Они жили «по законам добра и красоты»— [2]
«Шул ваҡыттан алып хикәйәнең жанры — уның ижадына хас, тип яҙылған „Воронеж яҙыусылары“ биобиблиографик белешмәлә (1980). Волохов әҫәрҙәренең тематик диапазоны ярайһы уҡ киң. Хикәйәләр колхоз ауылында, завод оҫтаханаларында, ғаилә һәм көнкүреш өлкәһендә бара. Федор Волохов геройҙары, замандаштарыбыҙ, тормошҡа әүҙем ҡараш, юғары әхлаҡи потенциал менән ҡылыҡһырлана». Улар «изгелек һәм матурлыҡ ҡанундары буйынса» йәшәй.
—
1938 йылда Волоховты «Йәш коммунар» гәзите редакцияһына бүлек мөдире вазифаһына саҡыралар. Шул саҡта уҡ, 1938 йылда, «Әҙәби Воронеж» альманахының өсөнсө һанында уның тәүге художестволы әҫәрҙәренең береһе — «Дауаханала» хикәйәһе барлыҡҡа килә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Ҡыҙыл Армия сафына мобилизациялана, Воронеждан алып Венаға тиклемге юлды үтә. Хәрби наградалар менән бүләкләнә. 1948 йылда ғына демобилизациялана.
1956 йылда Волохов В. К. Карпов менән авторҙашлыҡта Петр Беренсе дәүерендә рус флотының тәүге караптарын төҙөү тураһында «Воронежда» тарихи повестар китабын сығара. Волохов шулай уҡ «Сал үҫмер» романы, «Беҙ артабан барабыҙ», «Йәшлегебеҙ таңында», «Һандуғастар, һандуғастар», «Балта һәм тәре» пьесалары авторы була. Яҙыусылар эшмәкәрлеге менән бер рәттән публицистика һәм журналистика менән дә шөғөлләнә, тиҫтә ярым йыл Фёдор Волохов «Подъём» журналының баш мөхәррире була. Федор Сергеевич Волохов Үҙәк Черноземьела әҙәби процесты ойоштороусы әҙәбиәтселәр рәтенә ҡарай.
1990 йылдың 19 декабрендә Воронежда вафат була.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Волохов Ф. С. Всю жизнь. Повести и рассказы. Воронеж, 1964; Краткая литературная энциклопедия Т9 М., 1978.Осыков Б. И.
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ ВО́ЛОХОВ, Федор Сергеевич 2022 йыл 2 март архивланған.
- ↑ Три редактора