Володарский күпере
Володарский күпер — Санкт-Петербург ҡалаһында Нева йылғаһы аша һалынған күтәртмәле күпер. Был күпер Ҡушма Халыҡ һәм Иваново урамдарын (Нева районы)[1] тоташтырып тора. Үҙәк дуға магистраленең өлөшө булып тора. Ҡалалағы берҙән-бер трамвайҙар төшөү өсөн эстакадалы күпер (йылғаның һул ярында). Ағымдың үрге яғында Ҙур Обухов күпере, түбәндә — Фин тимер юл күпере.
Володарский күпере | |
Нигеҙләү датаһы | 1993 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | В. Володарский[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Урын | Санкт-Петербург |
Рәсми асылыу датаһы | 1936 |
Өҫтөнән/аҫтынан үтә | Нева |
Оҙонлоҡ | 362,8 метр |
Володарский күпере Викимилектә |
1932—1936 йылдарҙа был күпер инженер Г. П. Передерий проекты буйынса ике ҡанатлы күтәртмәле, өс аркалы, өс арауыҡлы, металл күпер итеп төҙөлә. 1986—1993 йыл иҫке күпер һүтелә һәм металл балкалы күпер менән алмаштырыла.
Исеме
үҙгәртергәКүперҙең исеме 1918 йылда буласаҡ күпер районында атып үлтерелгән революция эшмәкәре В. Володарский иҫтәлегенә бирелгән[2].
Тарих
үҙгәртергә1936 йылғы күпер
үҙгәртергәБыл урында күпер төҙөү 1930-сы йылдарҙа Ленинградты төҙөкләндереү проекты буйынса планлаштырыла, сөнки ҡаланың көньяҡ-көнсығыш өлөшөнөң һиҙелерлек үҫеше һәм түңәрәк һыҙатлы транспорт магистрале ойоштороуға ихтыяж барлыҡҡа килә, был магистраль ҡаланың көньяҡ райондары аша үтеп Фин ҡултығына табан алып барырға тейеш була[3][2][4].
Күпер проектын Ленмосттрестың проек бүлеге инженерҙар төркөмө профессор Г. П. Передерий етәкселегендә һәм күперҙең күтәртмәле өлөшөн инженер В. И. Крыжановский һәм архитектор М. К. Дмитриев ҡатнашлығында (профессор А. С. Никольский ҡарамағында) башҡара[5][1][6]:45. Күпер проектың шарттары буйынса ҡоролманың урта өлөшө күтәртелергә тейеш була, ә уларҙың ҡабырға өлөштәре суднолар йөрөү талаптары буйынса 100 метрҙан тар булмаҫҡа тейеш була. Күперҙең проекты урта арауығындағы өлөшө күтәртеп айырмалыһы 45 метр һәм ҡабырғалағы арауыҡтары 100 метр итеп эшләүгә ҡабул ителә, күпер тимер-бетон аркалы булырға һәм күпер аҫтынан йөҙөп йөрөрлөк итеп төҙөлөргә тейеш була. Железобетон ҡулланыу металды максималь экономиялау менән бәйле була[7][1].
1932 йылда күпер төҙөөү алдынан ҡоролманың даими арка аралары өлөштәренең моделе әҙерләнелә, улар натураль ҙурлыҡтың 1/5 өлөшөн (20 м), тәшкил итә, Был аркалар Таврия баҡсаһында ҡуйыла һәм уға икеләтә ауырлыҡтағы йөк аҫып һынайҙар[7]. Һынауҙар Г. П, Передерий, В. И. Крыжановский, В К. Качурин, А А. Долженко ҡатнашлығында үтә.
1932—1936 йылдарҙа күпер төҙөлгән.[8]. Уны академик Г. П. Передерий, В. И. Крыжановский һәм Ленмосттрестың баш инженеры Ш. А. Джабуа етәкселегендә төҙөйҙәр. Оло Неваның тәрәнлеге ҙур булғанлыҡтан (15 м тиклем), суднолар йөрөү өсөн һәм интенсив боҙ китеүе арҡаһында ҡоролманың оҙонлоғо буйынса аралары тимер-бетондан төҙөлә һәм яр ситендәге таяныстарға бетон менән мул түшәлә[7]. Лебедка ярҙамында аркаларҙы ҡуйыла торған урындарына понтондарҙа килтерәләр. Ҡоролманың аралыҡтары өлөштәре буйынса эштәр математика академигы А. Н. Крылов етәкселегендә алып барыла. Уның етәкселегендә гигант понтондар иҫәпләп булдырыла. [9]. Понтондарҙың хәрәкәт итеүе ЭПРОН-ға — «Айырыуса тәғәйенләнгән һыу аҫты эштәре экспедицияһы» — ҡушыла, улар лебедкалар менән һыу аҫтына батҡан караптарҙы күтәреүҙә махсуслашҡан булып, тейешле тростары, якорҙары һәм башҡа ҡорамалдары булған була.[7] Массалары 4000 тоннға яҡын күпер аралыҡтарын бындай понтондарҙа күсереп йөрөтөү күпер төҙөү тарихында беренсе тапҡыр ғәмәлгә ашырыла[10][1]. 1935 йылдың 6 ноябрендә беренсе конструкция ҡуйыла, икенсеһе — 1936 йылдың 11 авгусында ҡуйыла. 1936 йылдың 6 ноябрендә хәрәкәт өсөн күпер асыу тантанаһы була[7]. Күпер төҙөү менән бер рәттән йылғаның һул яҡ ярының биш киломерт араһы төҙөкләндерелә, ул Октябрь революцияһынан һуң ҡалала беренсе булып төҙөкләндерелгән яр буйы була[5][6]:33.
Күпер роҙонлоғо буйынса өс аралы тимер-бетон аркалы ҡоролма итеп төҙөлә, уның аҫтынан суднолар йөрөрлөк була, күперҙең урта аралығы ҡанаттары ике яҡҡа күтәртмәле була һәм Нева йылғаһының ике ярында ла юл тағатыуы тора[4]. Күпер схемаһы: 101 + 43,6 + 101 метр булып, күперҙең дөйөм оҙонлоғо 325,24 метрға тигеҙ. Күперҙең киңлеге фермалары күсәре янында — 20,2 м, транспорт юлының киңлеге — 18 м, тротуарҙарының киңлеге — 3-әр метр. Күтәртелә торған ҡанатының массаһы — 385 тонна, ҡаршылыҡ күрһәтеүсе йөктөң массаһы — 400 тонна[11][12]. Күпер схемаһы конструктив яҡтан Большеохтинский күперенә оҡшаш[13].
Был Нева йылғаһы аша һалынған эре тимер-бетон күпер, шулай уҡ 1917 йылдан һуң төҙөлгән иң ҙур күпер[14].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Володарский күпере Фин вокзалының дублеры сифатында ҡулланыла, уның аша Неваның бер ярынан икенсе ярына хәрәкәтсән состав йөрөтөлә күсерелә. Бының өсөн белгестәр төркөмө 1940 йылда профессор Г. П. Передерий һәм күпер төҙөү оҫталары А. Гастев, В Качурин, инженерҙар В. Крыжановский һәм С. Душечкин махсус тест үткәрә[15]. Өҫтәмә рәүештә күпер аркаларының даими көсөргәнешен тикшереү өсөн өҫтәмә тимер юл паровозы менән һынап ҡарайҙар.
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Степнов, 1991
- ↑ 2,0 2,1 Пунин, 1971, с. 128
- ↑ Кочедамов, 1958, с. 22
- ↑ 4,0 4,1 Бунин, 1986, с. 233
- ↑ 5,0 5,1 Кочедамов, 1958
- ↑ 6,0 6,1 (рус Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «Дмитриев» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 Пунин, 1971
- ↑ Тумилович, Алтунин, 1963
- ↑ Бунин, 1986
- ↑ ГБУ
- ↑ Бунин, 1986, с. 235
- ↑ Тумилович, Алтунин, 1963, с. 24
- ↑ Кочедамов, 1958, с. 23
- ↑ Степнов, 1991, с. 299
- ↑ вили
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бунин М. С. Мосты Ленинграда. Очерки истории и архитектуры мостов Петербурга — Петрограда — Ленинграда. — Л.: Стройиздат, 1986. — 280 с.
- Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Санкт-Петербурга. — 4-е изд., перераб. — СПб.: Норинт, 1996. — С. 323—324. — 359 с. — ISBN 5-7711-0002-1.
- Кочедамов В. И. Мосты Ленинграда. — Л.: Искусство, 1958. — 60 с.
- Новиков Ю. В. Мосты и набережные Ленинграда / Сост. П. П. Степнов. — Л.: Лениздат, 1991. — 320 с.
- Пунин А. Л. Повесть о ленинградских мостах. — Л.: Лениздат, 1971. — 192 с.
- Тумилович Е. В., Алтунин С. Е. Мосты и набережные Ленинграда. Альбом. — М.: Издательство Министерства Коммунального Хозяйства РСФСР, 1963. — 298 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Володарский мост (рус.). СПб ГБУ «Мостотрест».