Таврия баҡсаһы
Таврия баҡсаһы' — Санкт-Петербургтың үҙәк өлөшөндәге баҡса-парк сәнғәте һәйкәле. Кирочная, Потемкин, Шпалерная һәм Таврия урамдары менән сикләнгән кварталда урынлашҡан. Таврия баҡсаһының майҙаны 21,1 гектар тәшкил итә.
Таврия баҡсаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1783 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Рәсми сайт | tavrsad.com |
Таврия баҡсаһы Викимилектә |
Баҡса , һарай һәм урамдың бер төрлө исемдәре Рәсәй дәүләт һәм хәрби эшмәкәр Г.А.Потемкн исеме менән бәйле булыуы Екатерина II ваҡытынан билдәле,Потемкин Таврия кенәз титулын һәм ер усадьбаларын (баҡса һәм һарай) Ҡырымды Рәсәй өсөн буйһондорорға тырышҡан уңышлы етәкселеге өсөн алған. Таврида исеме антик ваҡыттан уҡ билдәле .Боронғо грек исеме Таврида. Ҡырым ханлығы ,һөҙөмтәлә, Рәсәйгә һуғыш менән янауҙан туҡтай . Баҡса һәм һарай берҙәм ландшафт-архитектура комплексы төҙөй
Тарихы
үҙгәртергә1783—1800 йылдарҙа инглиз баса мастеры В Гульд Таврия һарайын төҙөгәндә баҡса бүлә. Бәләкәй генә йылға Саморойка урынына ике быуаны беркеткән ҡатмарлы гидротехник система төҙөлә. . Быуаға уҡбалыҡ (стерлядь) ебәрелә.. Быуалар Лиговский каналы менән тулыланалар Ҙур баҡсала ике утрау бар. Быуа төҙөгәндә алынған грунттан бәләкәй яһалма тауҙар өйөлгән. 1866 йылда Таврия баҡсаһы килеүселәр өсөн асыла.
1930 йылдан 1940 йылдарға тиклем баҡса беренсе биш йыллығы исемендәге мәҙәниәт һәм ял итеү паркы тип атала,, 1958 йылдың 14апреленән —ҡаланың балалар паркы. 1975 йылда уның тәүге исеме-Таврия баҡсаһы[1].ҡайтарыла.
Көслө ташҡындан 1924 йылда һәм Ленинград блокадаһы. ваҡытында ҙур зыян күрә.Һуғыштан һуң тәүге реставрация үткәрелә, ул 1958 йылда тамалана.Икенсе реставрация 1997—2001 йылдарҙа үткәрелә.. 1962 йылда Таврия баҡсаһында герой-пионерҙарға һәйкәл асылған скульптор И Н. Костюхин һәм В. С. Новиков, архитекторы А.И. Алымов һәм ф..А. Гепнерй.), 1990 йылда —П.И.Чайковсийға (скульптор Б. А. Пленкин, архитекторы Ж.. М. Вержбицкий), ә 1995 йылдан — с А. Есенингә (скульпторы А. С. Чаркин, архитекторы . Ф. К. Романовский һәм С. П Михайлов).
Ҡарт ағастар башлыса Таврия баҡсаһының сиге буйлап һаҡланған: имән ағастары өҫтөнлөк итә, ҡарағас.йүкә осрай.Төп өлөштәге асыҡ урындар һуғыштан һуң ултыртылған имән,йүкә,йәсин,ҡайын ағастары һәм ҡыуаҡтар менән сиратлаша. .
Таврия баҡсаһы әҙәбиәттә
үҙгәртергәКорней Чуковскийҙың билдәле «Мойдодыр» әкиәтендә Таврия баҡсаһында Мочалка төп геройҙы эҙәрлекләй, һәм шунда ул Крокодил менән осраша.
Шулай уҡ Таврия баҡсаһында майор Ковалевтың танауын күрәләр.
Хозрев-Мырҙа,фарсы илсеһе, Рәсәйгә Грибоедовты үлтергәндәре өсөн ғәфү үтенергә килгәндә Таврия баҡсаһында була.
Һәм Марков йоҡоһоҙлоҡтан ыҙаланғанда тап шунда:йүгергән.
Таврия баҡсаһынан алыҫ түгел йәшәгән Александр Кушнерҙың бер нисә шиғыры шул баҡса менән бәйле һәм уларҙың береһе — «Таврия баҡсаһы» (1982), 1984 йылда шағирҙың шул уҡ исемдәге йыйынтығына инә, ә һуңыраҡ — һайланма шиғырҙар йыйынтығы 2008 йылда донъя күрә.:
Тем и нравится сад, что к Тавриде склоняется он,
Через тысячи вёрст до отрогов её доставая.
Тем и нравится сад, что долинам её посвящён,
Среди северных зим — берегам позлащённого края,
И когда от Потёмкинской сквозь его дебри домой
Выбегаю к Таврической, кажется мне, за оградой
Ждёт меня тонкорунное с жёлтой, как шерсть, бахромой,
И клубится во мгле, и, лазурное, грезит Элладой.
Тем и нравится сад, что к Тавриде склоняется он, Через тысячи вёрст до отрогов её доставая. Тем и нравится сад, что долинам её посвящён, Среди северных зим — берегам позлащённого края, И когда от Потёмкинской сквозь его дебри домой Выбегаю к Таврической, кажется мне, за оградой Ждёт меня тонкорунное с жёлтой, как шерсть, бахромой, И клубится во мгле, и, лазурное, грезит Элладой.
Галереяһы
үҙгәртергә-
Аҡлан
-
Йәш имәндәр
-
Был төр Таврия һарайында
-
Ҡышҡы баҡса
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Таврия баҡсаһы. Тарихы,фотоһы, нисек барырға, нимә янына.
- Таврия баҡсаһы «Төҙөлөш һәм Дизайн» 2021 йыл 2 ғинуар архивланған.журналы сайтында