Волконский Пётр Фёдорович

Кенәз Волконский Петр Федорович (? — 1649) — урыҫ хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, воевода һәм баяр.

Волконский Пётр Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Урыҫ дәүләте
Вафат булған көнө 1649
Атаһы Волконский, Фёдор Иванович Мерин[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Стольник һәм воевода, кенәз Федор Иванович Мерин Волконскийҙың икенсе улы. Рюриковичтарҙың XX быуыны.

1617 йыл разрядында телгә алына. 1625 йылда кенәз Петр Федорович Волконский стольник итлеә. 1630 йылда Кострома был воеводствоһына ебәрелә.

1633 йылда — Әстерхандан ҡалмыҡтарға ҡаршы рустарҙың походында икенсе воевода. 1634—1635 йылдарҙа — Бежецкий Верхта воевода, Торопецкий өйәҙендә ВКЛ менән сиктәрҙе демаркациялауға етәкселек итә.

1636—1638 йылдарҙа — Өфөҡәлғәһе воеводаһы. 1636 йылда — себер татарҙары, 1639 йылда ҡалмыҡтар менәнн һөйләшеүҙәр алып бара, һөҙөмтәлә Рус дәүләтенең Көньяҡ-Көнсығыш сиктәренә татар сапҡындары туҡтатыла. Ҡалмыҡтарҙың иһә Рус дәүләтенә ҡушылыу тураһындағы үтенес яҙыуын батшаға биреүҙән баш тарта.

1639 йылда кенәз П. Ф. Волконский Пелым воеводаһы итеп тәғәйенләнә, унан 1640 йылда Переяславль-Рязань воеводствоһына күсерелә.

1641—1642 йылдарҙа — Путивль воеводаһы. 1645 йыдың 29 сентябрендә Алексей Михайлович тәхеткә ултырғандың икенсе көнөнә окольничий итеп билдәләнә Челобитный приказға судья итеп тәғәйенләнә. Үлер алдынан батша уныбаяр итә.

1649 йылда кенәзПетр Федорович Волконский вафат була.

Ғаиләһе һәм балалары

үҙгәртергә

Ике тапҡыр өйләнә. Тәүге ҡатыны Марфа Петровна Постельникова. Был никахта балалары булмай. Долгоруковтың «Шәжәрә китабы» һәм П, Н. Петровтың «Ырыуҙар тарихы» китабы буйынса ниндәйҙер Пелагеяла улы була; княжна Е. Г. Волконская мәғлүмәттәре буйынса, Пелагея Григорьевна Доможирова менән никахы — өсөнсөһө (быға тиклем икенсе тапҡыр Марфа Никифоровна Грековаға өйләнә). Был никахта улы Федор тыуа.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • index.php/component/content/article/8-statya/5234-volkonskij-pjotr-fjodorovich
  • Славянская энциклопедия: XVII век в 2-х томах. A-M. Том 1
  • Князья Волконские