Волгодонск дендрарийы

Волгодонск дендрарийы (Романов дендрарийы) — Волгодонсктан көнбайыштараҡ, Дон буйында далала урынлашҡан берҙән-бер дендрарий (дендропарк)[2]. Майҙаны 11 га. 1966 йылда Е. П. Скребец тарафынан нигеҙ һалынған. Асыҡ һәм ябыҡ грунтта Урта диңгеҙ буйы, европа-себер, ҡытай-япон һәм Төньяҡ Америка флораһына ҡараған 240 төр үҫемлек үҫә. Дендропарк — Көньяҡ федераль университетының фәнни базаһы[1].

Волгодонск дендрарийы
Төп мәғлүмәт
Төрөдендрарий 
Майҙаны11[1] га
Нигеҙләнгән ваҡыты1966 
Урынлашыуы
47°30′50″ с. ш. 42°08′01″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыРостов өлкәһе
Рәсәй
Красная точка
Волгодонск дендрарийы
 Волгодонск дендрарийы Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Дендропарк 1950 йылда Волгодонск ҡалаһы ситендә нигеҙләнгән, унан көнбайыштараҡ далала урынлашҡан. Дендропарк төҙөү идеяһын РСФСР-ҙың атҡаҙанған урмансыһы Емельян Протасович Скребец күтәреп сыға. Ул Романов механизацияланған урман хужалығы директоры була. 1966 йылда Волгодонск етәкселеге дендрарийға нигеҙ һалыу өсөн 11 гектар ер бүлеп бүлә. Йыл һайын төрлө географик зоналарҙан килтерелгән ҡыуаҡлыҡ һәм ағас үҫентеләре ултыртыла. 70-се йылдар уртаһында дендрарийҙа ағас тоҡомдары һаны 240 төргә етә[3].

Дендропаркка нигеҙ һалыусылар, ҡоро дала шарттарында төрлө үҫемлектәр үҫтереүҙән тыш, ҡырҙан килтерелгәндәрен акклиматизациялау менән дә шөғәлләнә. Улар алдына йәш ҡаланы биҙәү, парктар, скверҙар булдырыу, урамдарҙы йәшелләндереү өсөн сағыу, күркәм төҫ бирерлек ағас һәм ҡыуаҡлыҡ төрҙәрен туплау бурысы ҡуйыла.

СССР тарҡалыу менән Волгодонск дендрарийы ташландыҡ хәлгә килә. Биләмә һаҡланмағас, ундағы ағастарҙы ҡырҡа башлайҙар. Дендропарк байрам итеү урынына әйләнә, суп-сар менән тула. 2006 йылда Ростов өлкәһе администрацияһы 70 объектты «айырыуса һаҡлана торған тәбиғәт биләмәләре» итеп иғлан итә (ҡарар № 418). Ул исемлеккә Волгодонск дендрарийы ла индерелә. Ҡала администрацияһы менән йәмәғәт ойошмаларының дөйөм көсө ярҙамында парк биләмәһе таҙартыла һәм төҙөкләндерелә[3].

2016 йылдың июлендә Волгодонск дендрарийы Ростов өлкәһенең тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенән төшөрөп ҡалдырыла. Профиль буйынса министрлыҡ хеҙмәткәре Максим Огарев белдереүенсә, дендропарк ҡала урмандары категорияһына ҡарай[4].

Һүрәтләмә үҙгәртергә

Волгодонск (Романов) дендрарийы ярҙамында ҡаланы йәшелләндереү өсөн ҡоролоҡҡа бирешмәй торған, тиҙ үҫеүсе бик күп яңы төрҙәр индерелгән һәм акклиматизацияланған. Дендрариарийҙың үҙәк өлөшөндә розарий булдырылған. Унда 150 сорт роза (Чайно-гибридные розы) сәскәләре үҫә. Дендрарий Ростов университетының Фәнни базаһына әүерелгән.

1966 йылда дендрарий хеҙмәткәрҙәре йәмәғәт башланғысында дала дендрарийы музейы булдыра. Унда 150 меңдән артыҡ кеше булған да инде. Дендропаркта Ростов өлкәһенең Ҡыҙыл китабына ингән дүрт төр бар: артыш (можжевельник казацкий), саған (клён остролистный), сәтләүек ҡыуағы (Орешник обыкновенный), ҡарама (вяз). Ике төрө Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы исемлегендә: ҡырым ҡарағайы (сосна крымская), кизильник (Кизильник блестящий)[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Ландшафтная архитектура. Rostov Region. Дата обращения: 15 ғинуар 2017.
  2. История города. Официальный сайт истории города Волгодонска. Дата обращения: 15 ғинуар 2017. 2018 йыл 18 декабрь архивланған.
  3. 3,0 3,1 Волгодонский дендропарк. Объединённый календарь туристических событий Ростовской области. Дата обращения: 15 ғинуар 2017.
  4. 4,0 4,1 Волгодонский дендрарий вычеркнут из ряда природных памятников Дона. Волгодонск.рф. Дата обращения: 15 ғинуар 2017. 2016 йыл 9 ноябрь архивланған.