Филип Вишнич (серб. Филип Вишњић; 17671834) — төньяҡ Боснияла тыуған серб шағиры һәм гусляры.

Вишнич Филип
Филип Вишњић
Төп мәғлүмәт
Тыуған

1767[1][2][3][…]

Үлгән

1834[1][2][3][…]

Жанрҙар

сербский эпос

 Аудио, фото, видео Викимилектә

Серб тарихының иң мөһим ваҡиғаларының шаһиты булып, барған ваҡиғалар хаҡында поэмалар ижад иткән.

Вук Караджич уны үҙ заманының иң яҡшы балладалар авторы һәм йырсыһы тип атай.

Вишничты һуҡырлығы һәм шундай уҡ һирәк шиғри һәләте өсөн йыш ҡына «серб Гомеры» тип атайҙар.

Тормош юлы

үҙгәртергә

Вишнич 1767 йылда хәҙерге Босния һәм Герцеговинала Углевик ҡалаһынан алыҫ түгел Трнова ауылында тыуған. Уның ысын фамилияһы Вилич булыуы билдәле. Вишнич тип уны йәки әсәһе Вишняның исеме, йәки Сербияға күскәнсе йәшәгән Меджяши ауылындағы Вишница кварталы буйынса атағандар.

Тыуған ауылында ул өс йыл ғына йәшәй, шунан Вишничтың ғаиләһен унда баҫып ингән төрөктәр ҡыра. Әсәһе генә иҫән ҡала, ҡабаттан тормошҡа сыға, Мирканович ғаиләһенә ҡушылып, Филипты үҙе менән алып, Меджяши ауылына күсенә. Бында Филип серб эпик шағирҙарының төп уйын ҡоралы булған гусляла уйнарға өйрәнә, үҙенең тәүге шиғырҙарын ижад итә. Бәләкәйҙән сәсәк ауырыуы арҡаһында һуҡыр ҡалғанлыҡтан, халыҡ йырҙарын башҡарыу һәм ижад итеү уның өсөн берҙән-бер аҡса эшләү мөмкинлеге була.

Ғосман залимлығына ҡаршы Беренсе серб ихтилалы ваҡытында Вишнич, үҙе һуғышта ҡатнаша алмағанлыҡтан, ватандаштарының һуғышсан рухын күтәрергә тырышып, күп илһөйәр йырҙар ижад итә, үткән алыштарҙы эпик хроникалар рәүешендә теркәй. 1813 йылда төрөктәр ихтилалды баҫтырғас, Грк аулына күсенә, унда Вук Караджичты осрата, ул Вишничты үҙе менән Шишатовац монастырына алып бара, унда бер нисә йырын яҙып ала. Һуңынан Караджич уның ун өс йырын баҫтырып сығара, шул иҫәптән «Почетак буне дахияға ҡаршы», «Чокешиниҙа һуғыш», «Мишаруҙа һуғыш», «Кенәз Иво Кнежевич» һәм башҡалар. Вишничтың шиғриәте йыш ҡына традицион халыҡ ижады сиктәренән сыға: ул булған алыштарҙы һәм күренештәрҙе тарихи дөрөҫлөктә һүрәтләй һәм шул уҡ ваҡытта айырым ҡатнашыусыларҙың, мәҫәлән, азатлыҡ көрәше етәксеһе Ҡарагеоргий йәки кенәз Иво Кнежевич кеүек үҙ халҡының ирке өсөн ғүмерҙәрен бағышлаған кешеләрҙең психологик портреттарын төҙөүгә лә ҙур иғтибар бүлә.

Филип Вишнич 1834 йылда шул уҡ Грк ауылында үлгән, һуңыраҡ ул ауылға шағир хөрмәтенә Вишничево исеме бирелгән.

 
Крушевацта Косово яланындағы һуғыш һәйкәлендәге статуя

Һәр ноябрь тыуған ауылы Трновала, ҡасандыр шағирҙың йорто торған урында «Вишнич көндәре» мәҙәни фестивале уҙғарыла. Танылған ғалимдар, шағирҙар һәм яҙыусылар унда Филип Вишничты иҫкә алыу, уның әҫәрҙәренә хөрмәт белдереү өсөн йыйыла.

Ҡайһы бер ҡалаларҙа шағирҙың унда булып киткәнен белдергән яҙмаларҙы күрергә була, мәҫәлән, Биелина китапханаһы бинаһында, Биелина һәм Углевик ҡалаларының гербтарында.

Грк ауылына Вишнич исеме ҡушылған.

Сербияла һәм Серб Республикаһында Филип Вишнич исемен йөрөткән урамдар һәм мәктәптәр бар.

Шағир Босния һәм Герцеговинаның милли валютаһында — 20 маркалы ҡағыҙ аҡсаһында төшөрөлгән.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында уның рәсеме 50 серб динары ҡағыҙ аҡсаһына төшөрөлгән булған.

«100 иң билдәле серб» китабына индерелгән.[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118934651 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Swartz A. Filip Višnjić // Open Library (ингл.) — 2007.
  3. 3,0 3,1 Filip Višnjić // Faceted Application of Subject Terminology
  4. Књига 100 НАЈЗНАМЕНИТИЈИХ СРБА (серб.). Дата обращения: 22 март 2016.