Виченца (футбол клубы)


«Виченца» (итал. Vicenza Calcio) — Италияның Виченца ҡалаһы футбол клубы. Клуб банкротлыҡҡа сыҡҡас, 2018 йылда «Виченца Виртус» тип аталған яңы клуб барлыҡҡа килә. Клуб командаһы С Серияһында сығыш яһай.

Виченца
итал. L.R. Vicenza
Герб
Нигеҙләү датаһы 1902
Логотип
Спорт төрө Футбол
Дәүләт  Италия
Баш тренер Ди Карло, Доменико[d]
Лигала уйнай Чемпионат Италии по футболу (Серия B)[d]
Йорт стадионы Ромео Менти[d]
Хужаһы OTB Group[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Виченца[d], Венеция[d], Италия
Алыштырған Виченца (футбол клубы)[d] һәм Бассано Виртус[d]
Рәсми сайт lrvicenza.net
Категория игроков команды Категория:Игроки ФК «Виченца»[d]
 Виченца Викимилектә

Клубҡа 1902 йылдың 9 мартында нигеҙ һалына. Италия чемпионаттарында клуб 1911 йылдан сығыш яһай. 1942 йылда «Виченца» беренсе тапҡыр «А Серияһына» инә. Клуб 1953—1990 йылдарҙа «Ланеросси Виченца» тип атала.

1978 йылдағы чемпионатта команданың иң юғары ҡаҙанышы — икенсе урын була. 1997 йылда клуб Италия Кубогын яулай, шулай уҡ 1998 йылда Кубоктар Кубогының ярым финалсыһы була.

Виченца составында төрлө йылдарҙа ике Алтын туп эйәләре: Паоло России һәм Роберто Баджо — уйнаған.

Клуб уйынсылары — А Серияһының иң яҡшы туп бәреп индереүселәре (бомбардирҙары) үҙгәртергә

  • 1966 — Винисио Луис (25 баш)
  • 1978 — Паоло России (гол 24)

Клуб тарихы үҙгәртергә

Футбол Виченцала 1902 йылда барлыҡҡа килә. Мәктәп командалары араһындағы провинция чемпионатында кклубтың дебют уйыны 1903 йылдың 18 майында була. 10 йыл дауамында "Виченца футбол ассоциацияһы " тип аталған был команда бары тик икенсе дәрәжәләге турнирҙарҙа ғына ҡатнашҡан.

1910—1911 команданың рәсми дебют миҙгеле тип иҫәпләнә. 1911 йылдың 12 февралендә «Борго казале» майҙанында улар Болонья ҡалаһының дәғүәсе командаһын еңә. Турнирҙы «Про Верчелли» командаһын финалда ҡыйратып, клуб Венто-Эмилиано төркөмөнөң еңеүсеһе була.

Беренсе донъя һуғышы алдынан «Виченца» илдең милли беренселегендә ҡатнаша. Командаға йыш ҡына төрлө төбәктәрҙең көслө командалары менән йыш осрашырға тура килә, мәҫәлән, «Болонья», «Ювентус», «Интер», «Милан» командалары менән. 1915 йылдың 10 ғинуарында Миланда үткән матчта команда «Интер» менән уйнағанда тулыһынса тар-мар ителә — уйын иҫәбе 0:16 була.

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  •   Италия Чемпионаты (A)
    •   Вице-чемпион: 1977/78
  •   Б Серияһында:
    •   Чемпион (3): 1954/55, 1976/77, 1999/2000
  •   Футбол буйынса Италия кубогы
    •   Эйәһе: 1996/97
  • Ҡалып:Суперкубок Италии по футболу (трофей) Футбол буйынса Италия суперкубогы
    •   Финалсы: 1997
  • Турнир Вияреджо
    •   Чемпион (2): 1954, 1955
    •   Вице-чемпион: 1961
  • Сәғәт кубогы
    •   Эйәһе: 1965

Билдәле уйынсылары үҙгәртергә

  •   Паоло Росси
  •   Пьермарио Морозини
  •   Лука Тони
  •   Роберто Баджо
  •   Джибриль Сиссе

Билдәле тренерҙары үҙгәртергә

  •   Антонио Пасинато (ит. Antonio Pasinato) (1990—1991)
  •   Пьерпаоло Бизоли (2016—2017)

Һылтанмалар үҙгәртергә