Винтертур художество музейы

Винтертур художество музейы (нем. Kunstmuseum Winterthur) — Швейцарияның өс эре ҡалаларының береһе булған Винтертур- «музей ҡала» (Цюрих кантонына ҡараусы) ҡалаһындағы художество музейы.

Винтертур художество музейы
Дәүләт  Швейцария
Карта
 Винтертур художество музейы Викимилектә

Дөйөм мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

Винтертур художество музейында XIX—XXI быуаттарҙағы француз һынлы сәнғәте йүнәлешендә ижад ителгән картиналар һәм башҡа төр сәнғәт әҫәрҙәре һаҡлана. Музейҙың ойоштороусыһы һәм етәксеһе булып 1848 йылда нигеҙләнгән Винтертур Художество союзы тора. Музей дәүләт һәм кантон властарынан башҡа шәхси кешеләрҙең хәйриә финанс ярҙамын ала. Шулай уҡ шәхси коллекцияларҙың бер өлөшө ХХ быуаттың беренсе яртыһында музейға шәхси йыйылмаларҙан тапшырылған.

Бина иҫке Винтертур ҡалаһының ҡала үҙәгендә, 22 Музеумштрасса (Museumstraße 22) адресы буйынса урынлашҡан. Йорт 19121916 йылдарҙа архитекторҙар Р. Ритмайер һәм В. Фуррер проекты буйынса төҙөлә, 1995 йылда киңәйтелә.

Йыйылмалары

үҙгәртергә

Винтербург художество музейында француз һынлы сәнғәте оҫталарының иҫ киткес эштәре тәҡдим ителә, беренсе сиратта француз импрессионистары һәм символистары Клод Моне, Альфред Сислей, Винсент ван Гог, Одилон Редон, Пьер Боннар,Жан Эдуар Вюйар, Феликс Валлотон һәм башҡаларҙың картиналары — ә шулай уҡ Огюст Роден, Аристид Майоль, Медардо Россо скульптуралары.

XХ быуат сәнғәтенең кубизм йүнәлешендәге — Жорж Брак, Пикассо, Хуан Грис, Фернан Леже, абстракционизм йүнәлешендәге — Василий Кандинскийҙың, Пит Модриан, Ганс Арп, Пауль Клей, Робер Делон әҫәрҙәре музейҙа һаҡлана. Бындағы экспонаттар араһында ХХ быуат скульпторҙары Константин Бранкузи, Александр Колдер, Анри Лоран, Осип Цадкин, Вильгельм Лембрук яһаған һындар тора.

Музей йыйылмаһында хәҙерге заман америка (Эльсуорт Келли, Филипп Густон, Джон Чемберлен, Ева Гессе, Агнес Мартин, Роберт Мангольд, Брайс Марден, Ричард Татл) һәм италия сәнғәте (беренсе сиратта Арте повер — Луч Фабро, Яннис Кунеллис, Марио Мерц, Джулио Паолини) әҫәрҙәре бар. Хәҙерге заман Германия рәссамдары һәм скульптурҙары Герхард Рихтер, Иза Генцкен, Томас Шютте, Томас Шейбиц һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен музейҙа күрергә мөмкин. Шулай уҡ музейҙа Швейцария хәҙерге заман рәссамдарының эштәре лә ҡуйылған.

Винтертур художество музейы коллекцияһының бер өлөшө (1900 йылға тиклем ижад ителгәндәре) Винтербургтың икенсе — Оскар Рейнгарт ам Штадтгартен — музейында ҡуйылған.

Галереяһы

үҙгәртергә