Вильма Хугоннаи
Графиня Вильма Йозефа Лаура Илька Хугонаи Сент-Дьёрдь (мадьярса Hugonai Szentgyörgyi Vilma Jozefa Laura Ilka, шулай уҡ как Вильма Хугоннаи (мадьярса Hugonnai Vilma исеме аҫтында билдәле); 30 сентябрь 1847, Надь-Тетень — 25 март 1922, Будапешт) — Венгрияның тәүге ҡатын-ҡыҙ табибы[3].
Вильма Хугоннаи | |
мадьярса Hugonnai Vilma | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Венгрия |
Титул | граф[d] |
Тыуған көнө | 30 сентябрь 1847 |
Тыуған урыны | Надьтетень[d] |
Вафат булған көнө | 25 март 1922[1] (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Будапешт, Венгрия короллеге |
Ерләнгән урыны | Керепеши[d][2] |
Бер туғандары | Béla Hugonnai[d] |
Хәләл ефете | Vince Wartha[d] |
Һөнәр төрө | табип, акушерка |
Эшмәкәрлек төрө | медицина |
Уҡыу йорто | Цюрих университеты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вильма Хугоннаи Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергә1847 йылдың 30 сентябрендә граф Кальман Хугоннаи фон Сент-Дьёрдь һәм графиня Риза Панчей ғаиләһендә бишенсә бала булып донъяға килгән. XIX быуатта ҡыҙҙар урта мәктәптәргә йөрөмәгән, шунлыҡтан Вильма йортонда белем ала. 18 йәшендә ер биләүсе Дьёрдь Силашшиға кейәүгә сыға, ғаиләлә өс ул тыуған.
1872 йылда Силашши ҡатынына Швейцарияның Цюрих университетына медицина факультетына уҡырға инергә рөхсәт бирә, әммә ул уҡыуға һәм йәшәүгә киткән сығымдарҙы үҙ аллы ҡапларға тейеш була. 1879 йылда Хугоннаи юғары уҡыу йортон тамамлап, сығарылыш квалификацион имтихандарҙы уңышлы тапшыра[4], һәм университет ҡарамағындағы хирургия клиникаһына эшкә урынлаша.
1880 йылда Австро-Венгрияға ҡайта, әммә медицина менән шөғөлләнеүгә хоҡуҡ ала алмай. 1881 йылдың мартында Венгрия университетына уҡырға инер өсөн тейешле документтарҙы тапшыра, әммә 1882 йылдың майында Венгрияның дин һәм мәғариф министрына дипломының илдә ғәмәлдә булыуын һорап яҙған мөрәжәғәте кире ҡағыла. Ул имтихандар тапшыра һәм акушерка булып эшләргә генә хоҡуҡ ала. Айырылшҡандан һуң ғаиләһен үҙ аллы аҫрарға мәжбүр була.
1887 йылда профессор Винс Вартаға (1844—1914) кейәүгә сыға, ул 1899—1909 йылдарҙа Венгрия король фән йәмғиәте президенты вазифаһын биләй. Никахта бер ҡыҙ тыуа. Иренең үтенесе буйынса медицина практикаһын ҡалдыра, әммә үҙ дипломын законлы булыу хоҡуғы өсөн көрәшен дауам итә. 1895 йылда Венгрияла ҡатын-ҡыҙҙарға университеттарҙа уҡырға рөхсәт бирәләр, ә 1897 йылдың майында Вильмаға рәсми рәүештә табип булып эшләргә рөхсәт бирелә, әммә 1913 йылға тиклем барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар ир-ат коллегалары күҙәтеүе аҫтында эшләгәндәр[4]. Шулай итеп ул Венгрияла тәүге ҡатын-ҡыҙ табип булып китә[5].
Беренсе донъя һуғышы башланғас, 1914 йылдың авгусында Хугоннаи ҡыр медикатры курстарын тамамлай һәм Техник университеты ҡарамағындағы Хәрби госпиталдең баш табибы итеп тәғәйенләнә. Иҫтәлекле хәрби миҙал һәм II класс Ҡыҙыл Тәре алдындағы хеҙмәттәре өсөн билдәһе менән бүләкләнә[6].
1922 йылдың 25 мартында Будапешт ҡалаһында вафат булған. Керепеши зыяратында ерләнгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://www.omikk.bme.hu/archivum/angol/htm/hugonnay_v.htm
- ↑ https://temeto.envimap.hu/content/photos_normal/ad25df19-0b84-4aca-a4b5-759bafc88782_hugonnaivilmawarthavincene_34_0_11_12.jpg
- ↑ Iván Völgyes, Nancy Völgyes, The liberated female: life, work, and sex in socialist Hungary, Westview Press, 1977, p. 9
- ↑ 4,0 4,1 Jennifer S. Uglow, Maggy Hendry, The Northeastern Dictionary of Women’s Biography, UPNE, 1999, p. 268
- ↑ Steinberger Sarolta (1875—1966) is a doctor, a feminist, Mamika, 30 May 2015, Nokert.hu, Retrieved 21 April 2017
- ↑ Originaltext der kuk. Urkunde, Wien 17. August 1915.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Erzsébet Kertész: Vilma doktorasszony. Az első magyar orvosnő életregénye. Budapest 1965, 1998.
- Iván Völgyes, Nancy Völgyes: The liberated female. Life, work, and sex in socialist Hungary. Westview Press 1977. S. 9.