Вики-өләсәйҙәр

Башҡорт Википедияһындағы төркөм

Вики-өләсәйҙәр — Викимедиа проекттары үҫеше менән ҡыҙыҡһынған, төрлө телдәрҙә эшләгән ҡатнашыусылар төркөмө. Башҡорт Википедияһында эшләгән оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар миҫалында, оло йәштәге кешеләрҙе вики-проекттарға йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған төркөм.

Вики-өләсәйҙәр
Нигеҙләү датаһы 2016
Логотип
Рәсем
Нигеҙләүсе Ниғәмәтйәнова Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы
Дәүләт  Рәсәй
Урын Башҡорт Википедияһы
Ил  Рәсәй
Ҡулланылған тел урыҫ теле
Рәсми сайт meta.wikimedia.org/wiki/…
 Вики-өләсәйҙәр Викимилектә

2015 йылда әүҙем википедиясы, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмөндә башҡорт википедияһы өсөн мәҡәләләр яҙырға саҡырҙы. «Рөстәм менән Зөфәргә Башҡорт Википедияһын төҙөргә ярҙам итегеҙ» тип ул яҙып сыҡты. Ул саҡта проектҡа буш ваҡыты булған пенсия йәшендәге кешеләр ҡушылды. Һуңыраҡ уларҙы вики-өләсәйҙәр тип атанылар.

Вики-өләсәйҙәр тип атау идеяһы 2016 йылда Ижевскиҙа үткән Вики-Урал төбәк семинарына юлланғанда тыуҙы. Удмурт Республикаһының Евровидениела сығыш яһап, донъяны шаулатҡан «Буран ауылы өләсәйҙәре» өлгөһөндә оло йәштәгеләрҙең Интернет киңлегендә лә үҙен таба алыуын раҫлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Төп составын «Бәйләнештә» социаль селтәренең «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмөнә ингән гүзәл заттар тәшкил итә[1].

2016 йылда Санкт-Петербургта үткән халыҡ-ара конференцияла башҡа тел бүлектәре ирекмәндәре һорауы буйынса вики-өләсәйҙәр тураһында мәғлүмәт киң аудиторияға сығарыла[2].

2016 йылда Украин Википедияһының халыҡ-ара конференцияһында вики-өләсәйҙәр менән Мухамадеева таныштыра.

2017 йылда Берлинда үткән конференцияла Башҡорт Википедияһы ирекмәне З. ӘЙЛЕ һәм украин википедисы, Башҡорт юзер-төркөмөн ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтеүсе visem «вики-өләсәйҙәр» тураһында презентация менән сығыш яһап, уларҙы донъяның вики-ирекмәндәренә таныта[3].

2017 йылда Мәскәүҙә үткән халыҡ-ара конференцияла Башҡортостандан ҙур делегация, шул иҫәптән 6 вики-өләсәй ҡатнашып, махсус секцияла үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән таныштыра[4].

2018 йылда Кейптаунда үткән Викимания сараһында ҡатнашыусыларҙы Рәсәй телдәре бүлектәре ирекмәндәре, шул иҫәптән вики-өләсәйҙәр исеменән Банат Вәлиева-Яубаҫарова сәләмләй[5].

2019 йылда Швецияның баш ҡалаһы Стокгольмда үткән Викиманияны ябыу тантанаһында Викимедиа Фондының башҡарма директоры Кэтрин Маэр: «Бигерәк тә миң башҡорт өләсәйҙәренең — оло йәштәге, Рәсәйҙең Башҡортостан тип аталған төбәгенәдәге ауыл райондарынан булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың өлгөһө оҡшай. Улар 2016 йылдан ContentTranslation ҡоралы ярҙамында рус теленән башҡортсаға мәҡәләләр тәржемә итә һәм бөгөн башҡорт бүлеге ошондай тәржемәләр буйынса донъяның алдынғы 20 бүлеге иҫәбенә инә. Әйҙәгеҙ, өләсәйҙәрҙе билдәләп китәйек!» — тип белдерҙе.

2019 йылдың 28-29 сентябрендә Мәскәүҙә үткән халыҡ-ара конференцияла Рәшиҙә Ғизәтуллина ҡатнашып, Бөрйән вики-клубының муниципаль властар менән хеҙмәттәшлеге, Әделмәмбәт мәктәбендә ойошторолған уҡыусыларҙың вики-клубы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.

2019 йылдың 11-13 октябрендә Сербияның баш ҡалаһы Белградта үткән Үҙәк һәм Көнсығыш Европа викимедистарының халыҡ-ара конференцияһында ҡатнашып, Гүзәл Ситдиҡова вики-өләсәйҙәр төркөмө эшмәкәрлеге, ирекмәндәрҙе википедияға социаль селтәрҙәр аша йәлеп итеү ысулы менән таныштырҙы[6].

Ҡатнашыусылар

үҙгәртергә

Төркөмдөң иң тәжрибәле, ҙур стажлы ҡатнашыусыһы — Гүзәл Ситдиҡова. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар матбуғат ситемаһында эшләгән Әлфиә Аҡбутина ла тәржемә өлкәһендә иң оҫталарҙың береһе. Иң оло ирекмән — Банат Вәлиева-Яубаҫарова. Уға 2018 йылда 70 йәш тулды. Бөрйән районы википедистары — Көнһылыу Ҡотлобаева, Рәшиҙә Ғизәтуллина, Луиза Юлдашева, Таңһылыу Ҡыуандыҡова иң беренсе булып ололар араһында ла, мәктәп уҡыусылары араһында ла вики-клуб төҙөүселәр. Белорет ҡалаһынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2019» республика конкурсы лауреаты Сәриә Ҡаһарманова, Ишембай ҡалаһынан Хаят Йосопова, Өфө районынан Миңһылыу Абдуллина, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан башҡорт ғәскәрҙәре һәм театр темалары буйынса йөҙөп йөрөп эшләүсе Гөлшат Сөләймәнова бөгөн — тәжрибәле ирекмәндәр.

Наградалары

үҙгәртергә
  • Мәскәүҙә Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ менән «Комсомольская правда» гәзите ойошторған һәм өсөнсө тапҡыр үткәрелгән «Ключевое слово» Бөтә Рәсәй конкурсында 713 дәғүәсе араһынан Башҡорт Википедияһының «Вики-өләсәйҙәр» проекты (авторы — З. ӘЙЛЕ) ете номинация буйынса билдәләнгән 9 еңеүсе араһында «Иң яҡшы социаль инициатива» номинацияһында еңеү яуланы (25 октябрь 2019)[7].
  • Филантропияны үҫтереү хәйриә фонды (БФ «КАФ») «#ЩедрыйВторник-2019 в России» проекты сиктәрендә үткәргән «Щедрая история» конкурсында Вики-өләсәйҙәр тарихы еңеүсе булып, «Изгелек» Мәрхәмәтлек фондына 100 мең һум аҡса күсерҙе[8][9].


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә