Википедия:Тауыш биреүҙәр/Башҡорт Википедияһы мөрәжәғәте
Преамбула
үҙгәртергәБыл биттә Ҡоролтайҙа булған фекер алышыуға бәйле тауыш биреү бара.
Тауыш биреү
үҙгәртергәБыл сара 2015 йылдың 21 октябренән 25 октябренә тиклем дауам итә. Унда 20 октябргә тиклем теркәлгән һәм иң кәмендә 50 төҙәтмә яһаған ҡатнашыусылар тауыш бирә ала. Фекерҙе «Риза» йәки «Ҡаршы» секцияларында ҡалдырырға кәрәк. Тәҡдимдәр һәм һорауҙар тыуһа — уларҙы «Фекер алышыу» битендә урынлаштырығыҙ.
Мөрәжәғәтнамә
үҙгәртергә«Башҡорт теле көнө» булһын!
үҙгәртергәБеҙ, Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре, күп телле интернет-энциклопедияны туған телебеҙҙәге мәҡәләләр менән тулыландырыу маҡсатында донъяның күп кенә башҡа халыҡтары телендәге мәғлүмәттәр менән даими танышып, уларҙың дөйөм әһәмиәткә эйә булғандарын тәржемә итәбеҙ һәм Википедияның башҡорт телендәге бүлегендә урынлаштырабыҙ. Был эш барышында 21 февралдә байрам ителгән «Халыҡ-ара туған тел көнө»нән тыш Ер шарындағы бихисап телдәрҙең үҙ ил-дәүләттәре һәм милләттәре кимәлендә билдәләнгән рәсми көндәре булыуы ла беҙҙе бик һоҡландыра.
Рәсәй Федерацияһында йәшәүсе ҡайһы бер халыҡтарҙың милли телдәренең дә үҙ көндәре бар. Мәҫәлән, 6 июндә «урыҫ теле көнө» билдәләнһә, 14 март – адыгей, 14 март – черкес, 20 октябрь – алтай, 6 октябрь – бүрәт, 13 февраль – саха, 17 февраль – коми-пермяк, 16 апрель – муҡшы һәм эрзя, 25 апрель – сыуаш, 25 апрель – чечен, 26 апрель – татар туған теле көндәре булараҡ милли байрамдар, иҫтәлекле даталар һәм әһәмиәтле ваҡиғалар календарында урын алған. Шул уҡ ваҡытта Ер йөҙөндәге 2 миллион кешенең туған теле булған башҡорт теленең был исемлектә булмауы бик үкенесле.
Беҙ, Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре, «Башҡорт теле көнө» булдырыу тәҡдиме менән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға мөрәжәғәт итәбеҙ.
Рәсәй тарихында тәүге автономия алыуға ирешкән халыҡтың туған теле, бөгөнгө көндә күп милләтле Рәсәй Федерацияһының тулы хоҡуҡлы субъекты – Башҡортостан Республикаһының рәсми дәүләт теленең йыл һайын билдәләнә торған үҙ көнө булыуы телебеҙҙең дә, халҡыбыҙҙың да, тыуған төйәгебеҙ Башҡортостандың да ил һәм донъя кимәлендәге абруйын тағы ла арттырыр ине. Башҡорт теленең урыҫ теле менән бер рәттән дәүләт теле булыуы беренсе тапҡыр Башревкомдың 1920 йылдың 24 мартындағы ҡарары менән билдәләнә. Бөгөн был тәғлимәт Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында нығытылған.
Башҡорт теле тураһында тәүге мәғлүмәттәрҙе бынан мең йыл элек Ибн Фаҙлан һәм Мәхмүд Ҡашғари яҙып ҡалдырған. Хәҙер башҡорт теле мәктәптәрҙә, урта махсус һәм юғары уҡыу йортарында уҡыу-уҡытыу сараһы итеп файҙаланыла һәм предмет булараҡ өйрәнелә. Башҡорт телендә уҡыу әсбаптары, нәфис һәм фәнни әҙәбиәт нәшер ителә, гәзит һәм журналдар сыға, телевидение һәм радио тапшырыуҙары алып барыла, театрҙар эшләй. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан Фәндәр Академияһының гуманитар фәндәр бүлеге, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты телде ғилми өйрәнеү үҙәктәре булып танылған.
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә башҡорт телен 1 152 404 кеше белә, улар араһында: 977 484 башҡорт, 131 950 татар, 20 258 урыҫ, 6 276 сыуаш, 3 211 марий, 1 953 ҡаҙаҡ, 1 630 удмурт, 1 279 үзбәк һәм 8 363 башҡа милләт вәкилдәре бар. Башҡорт теле Башҡортостандан тыш Силәбе, Ырымбур, Төмән, Свердловск, Ҡурған, Һамар һәм Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстан һәм Удмурт Республикаһында йәшәгән милләттәштәребеҙҙең үҙ-ара аралашыу өсөн хеҙмәт итә, күп кенә ижтимағи-мәҙәни саралар теле булып тора.
Башҡорт теленең 2009 йылда ЮНЕСКО тарафынан сығарылған «Донъяның хәүеф аҫтында булған телдәре атласы»на индерелеүе уға хәүеф янауының донъя йәмәғәтселеге кимәлендә танылыуы хаҡында һөйләй. Рәсми рәүештә «Башҡорт теле көнө»н булдырыу телебеҙ алдында торған ҡыйынлыҡтарҙы бөтөрөү йәһәтенән мөһим аҙым булыр ине.
Билдәләнгәндән сығып, «Башҡорт теле көнө» итеп 24 мартты рәсмиләштереүҙе тәҡдим итәбеҙ.
Риза
үҙгәртергә- Риза.--Ryanag (әңгәмә) 03:56, 21 октябрь 2015 (UTC)
- Риза.--MORATSOLTAN (әңгәмә) 03:41, 21 октябрь 2015 (UTC)
- Риза.--Ишбаев (әңгәмә) 04:28, 21 октябрь 2015 (UTC)
- Риза.--Азат Алтынчурин (әңгәмә) 05:15, 21 октябрь 2015 (UTC)
- Риза.--Айсар (әңгәмә) 05:48, 21 октябрь 2015 (UTC)
- Риза.--Qweasdqwe (әңгәмә) 06:18, 21 октябрь 2015 (UTC)
- Риза.--Саган (әңгәмә) 07:17, 21 октябрь 2015 (UTC)
- Риза.--Ләйсән (әңгәмә) 07:18, 21 октябрь 2015 (UTC)
- Риза.--Кинйә (әңгәмә) 07:20, 21 октябрь 2015 (UTC)
- Риза.--Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:29, 21 октябрь 2015 (UTC)
- Риза.--Prounn (әңгәмә) 08:29, 21 октябрь 2015 (UTC)
- Риза.--Assele (әңгәмә) 11:05, 21 октябрь 2015 (UTC)
- Риза.--Марат88 (әңгәмә) 22:32, 21 октябрь 2015 (UTC)
- Риза.-- Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 17:42, 21 октябрь 2015 (UTC)
- Риза.--Roustammr (әңгәмә) 19:15, 21 октябрь 2015 (UTC)
- Риза.--Visem (әңгәмә) 20:53, 21 октябрь 2015 (UTC)
- Риза. Башкорт тылын күнэ баар буоллун. --Ардах18 (әңгәмә) 14:48, 24 октябрь 2015 (UTC)
- Риза. --Alfiya55 (әңгәмә) 19:00, 26 октябрь 2015 (UTC)
Ҡаршы
үҙгәртергәҠаршылар юҡ.
Битарафтар
үҙгәртергәБитарафтар тауыш бирмәне.
Һөҙөмтә
үҙгәртергәЭш барышында.