Википедия:Мәҡәләгеҙ юйҙырылмаһын өсөн нимә эшләргә
Мәҡәләгеҙҙе юйҙырырға йыйыналармы?! Ҡайһы бер ҡатнашыусылар яңы мәҡәләне ҡыйыу яҙа,тик тиҙҙән башҡа ҡатнашыусылар уны юйҙырырға тәҡдим итә, һәм был хаҡта Википедия:Юйылыуға битендә фекер алышыу бара. Эйе, шулай булғылай. Википедия форматына йәки ҡағиҙәләренә тап килмәгән мәҡәләләр, әгәр берләшмә ҡаршы килмәһә, юйҙырыла. Сәбәбе асыҡ күренеп торған осраҡтарҙа мәҡәләләр фекер алышыуһыҙ тиҙ юйыуға ҡуйыла. Әммә ҡайһы бер осраҡтарҙа мәҡәләне ундағы ҡараш менән ризалашмаған йә темаһына кире ҡараған ҡатнашыусылар юйыуға тәҡдим итә. Бындай осраҡта конструктив фекер алышыу (түбәндә ҡарағыҙ) мәҡәләне һаҡларға ярҙам итә.
Юйҙырыу процедураһы
үҙгәртергәҠатнашыусы мәҡәләне уҡыны ла, уға Википедияла урын юҡ тип, {{К удалению}} ҡалыбы менән юйҙырыуға ҡуйҙы, ти. Википедия:Юйылыуға битендә ул сәбәпте аңлата, башҡа ҡатнашыусылар үҙ фекерен әйтә. Юйҙырыуға кандидаттар буйынса фекер алышыу, асыҡтан-асыҡ күренеп торған осраҡтарҙан тыш, кәм тигәндә бер аҙна бара. Фекерләшеүҙең максималь мөҙҙәте сикләнмәгән. Хаким йәки йомғаҡ яһаусы уның аҫтында һығымтаны яҙып ҡуя һәм ҡарарҙы ғәмәлгә ашыра: мәҡәләне юйырға йәки ҡалдырырға.
Мәҡәләләр автоматик рәүештә юйылмай
үҙгәртергәМәҡәлә бер нисә сәбәптән ҡалдырылырға мөмкин:
- Ҡатнашыусылар мәҡәләнең Википедияға яраҡлылығы менән ризалашты.
- Фекер алышыу барышында мәҡәлә энциклопедик ҡиәфәткә килтерелде, һәм берләшмәлә уны ҡабул иттеләр.
- Ҡатнашыусылар мәҡәләне юйҙырыу тураһында уртаҡ фекергә килә алманы, шуға юйҙырырға теләүселәр бирелде.
Тауыш биреү түгел, ә фекер алышыу
үҙгәртергәЮйҙырыу тураһындағы ҡарар фекер алышыу һөҙөмтәһендә ҡабул ителә. Википедияла проекттың маҡсаттарына һәм ҡағиҙәләренә нигеҙләнгән юйҙырыу критерийҙары бар. Критерийҙар араһында: шәхестең әһәмиәтлелеге критерийҙары, веб-сайттарҙың әһәмиәтлелеге критерийҙары, программаларҙың әһәмиәтлелеге критерийҙары, Википедия нимә түгел.
Фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар юйҙырыу яҡлы йә уға ҡаршы булыуҙарын белдерә ала («Ҡалдырырға» йәки «Юйырға» тип). Шул уҡ ваҡытта улар ҡағиҙәләргә нигеҙләнгән ҡарашын да һылтанма менән белдерергә тейеш — нигеҙләнмәгән фекерҙәр иҫәпкә алынмай!
Үҙ фекерен үҙгәрткән ҡатнашыусылар элгәрге фекерен һыҙып ҡуя (ә юймай) һәм яңыһын яҙа.
Орисс, марг, копивио (copyvio), реклама, спам, үҙпиар
үҙгәртергәМәҡәләгеҙгә ошо һүҙҙәрҙең берәйһен таҡһалар һәм юйҙырыуҙы талап итһәләр, нимә эшләргә?
- Орисс — оригиналь тикшеренеү. Был термин мәҡәләне абруйлы сығанаҡтарҙан инша итеп яҙмайынса, мәҡәлә авторы үҙе ижад итеп яҙһа йә абруйлы сығанаҡтарҙа ҡаралмаған темаға бер-береһе менән әллә ни бәйләнмәгән факттарҙы ойоштороп яҙһа ҡулланыла. Мәҡәләне ҡотҡарыу өсөн кәм тигәндә 2-3 бойондороҡһоҙ абруйлы сығанаҡты күрһәтеү кәрәк, тик улар мәҡәлә темаһына һәм унда яҙылғандарға тап килгән булһын.
- Маргиналь теория мәҡәләлә теге йәки был өлкәлә дөйөм ҡабул ителгән концепцияларҙан ныҡлы ситләшкән уй-фекерҙәр булыуын аңлата. Мәҫәлән, фәндәге маргиналь теориялар тигәндә дөйөм танылған фәнни белемдәрҙән ныҡлы ситләшкән теориялар күҙҙә тотола. Был теманың (сиселештең) күренеш булараҡ йәшәп ятҡанын һәм фәнни яңғыраш алғанын күрһәтергә уйлаһағыҙ, мәҡәләгә бойондороҡһоҙ сығанаҡтарға һылтанмалар өҫтәргә кәрәк. Хатта был сығанаҡтар фекергә ҡаршы килһә лә, уларҙың барлығы теманың барлығын аңлата.
- Копивио авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙоу шиген тыуҙыра, бигерәк тә мәҡәлә башҡа биттәрҙән һис үҙгәрешһеҙ күсереп ҡуйылһа. Әгәр һеҙ үҙегеҙ автор булһағыҙ, комментарийҙарҙа был мәҡәләне Википедияға CC-BY-SA лицензияһы шарттарында бирергә әҙерлегегеҙ тураһында белдерегеҙ. Әгәр автор һеҙ булмаһағыҙ — ресурс хужаһынан ундай рөхсәтте һорағыҙ. Шулай уҡ эстәлекте үҙ һүҙҙәрегеҙ менән һөйләп сыҡҡанда ла була, тик һүҙмә-һүҙ күсерергә генә ярамай.
- Реклама, спам — был ғәйепләүҙе мәҡәләлә нәмәне булһа ла артыҡ хисләнеп маҡтағанда һәм көсләп таҡҡанда ишетергә мөмкин. Мәҡәләнең стилен объективҡа һәм тарафһыҙға үҙгәртеп ҡарағыҙ, бойондороҡһоҙ тышҡы сығанаҡтарҙы күрһәтеү мотлаҡ.
- Үҙпиар — үҙегеҙ тураһында яҙһағыҙ. Википедияла был хупланмай.
Мәҡәләңде нисек ҡотҡарырға
үҙгәртергәВикипедия ҡатнашыусыларының күбеһе — айыҡ аҡыллы кешеләр, кәйефегеҙҙе боҙорға ла, мәҡәләгеҙҙе юйып ташларға ла атлығып тормайҙар. Итәғәтле булығыҙ һәм мәҡәләне яҡшыртыу буйынса кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ. Мәҡәләлә яҙылған факттарҙың тикшерелә алыуы мөһим роль уйнай, — мәҡәләлә сығанаҡтарға һылтанмалар бирегеҙ. Мәҡәләне яҡшыртҡанығыҙ тураһында шунда уҡ фекер алышыуҙа хәбәр итегеҙ.
Башҡа ҡатнашыусылар ҙа һеҙҙең мәҡәләне мөхәррирләй, уны Википедияның биҙәү стандарттарына яраштыра ала — бының өсөн хатта өлөшләтә йә тулыһынса ҡабат яҙыуҙары ла ихтимал. Күпселек осраҡта бындай төҙәтеүҙәр мәҡәләне яҡшырта — уларҙы сигендерергә кәрәк түгел. Йыш ҡына мәҡәләне юйҙырыуҙан тап тәжрибәле ҡатнашыусыларҙың ярҙамы ҡотҡара ала.
Ҡағиҙәләрҙе һәм күрһәтмәләрҙе мотлаҡ уҡығыҙ, уларҙан Википедияла мәҡәләләргә ниндәй талаптар булыуын белерһегеҙ. Әгәр мәҡәләгә үҙгәрештәрҙе һуңлап индергән кеүек булһағыҙ һәм ҡатнашыусылар үҙ фекерен үҙгәртеп өлгөрмәгәндәй тойолһа, — тергеҙелеүгә үтенестәр биреү битендә һорау яҙығыҙ. Иҫке урында яңы мәҡәлә булдырыу урынлы түгел.
Мәҡәләңде нисек итеп юҡҡа сығарырға була
үҙгәртергәҠайһы берҙә яңы ҡатнашыусыларға бәхәс барышында үҙҙәре бер нисә тапҡыр тауыш бирһәләр йә дуҫ-иштәренән тауыш бирҙертһәләр, бәхәстең ағышын үҙгәртеп булыр кеүек тойола. Әммә бындай «фекерҙәр» иҫәпкә алынмай. Был бөтөнләй кире һөҙөмтәгә килтерә, сөнки ҡатнашыусының әлеге бәхәсле мәҡәләгә тиклем күпме төҙәтеү яһағанын тикшереү бик анһат. Бер нисә исем аҫтында теркәлеп бәхәстә ҡатнашыу Википедия ҡағиҙәләре менән тыйыла һәм хакимдарҙан санкциялар алыуға килтерергә мөмкин.
Википедия:Юйылыуға битенә индерелгән мәҡәләне унан алып ырғытыу ҙа файҙаһыҙ — был эш шунда уҡ иғтибарҙы тарта. Ҡағиҙә боҙоу тип үк һаналмаһа ла, был ғәмәлгә кире баһа бирелә. Юйҙырылған өлөш Википедия:Юйылыуға битенә кире ҡайтарыласаҡ. Уны ҡабат алып ташлаһағыҙ, Википедия ҡағиҙәләренә ярашлы, һеҙҙең эшмәкәрлекте сикләйәсәктәр. Хатта мәҡәләне юйҙырыуға ҡуйыу сәбәбе бөтөрөлһә лә, юйҙырырға ярамай. Википедия ҡағиҙәләре юйҙырыу тураһында фекер алышыу мөҙҙәтен сикләмәй, шуға айҙар һәм йылдар үтһә лә, фекер алышыуға йомғаҡ яһарға ярамай, теләгән бер ваҡытта фекер алышыу дауам иттерелергә мөмкин.
Шулай уҡ үҙеңде агрессив тотоу тыйыла: мәҡәләне юйҙырыуға тәҡдим иткән ҡатнашыусының шәхси фекер алышыу битендә мәҡәләне ни өсөн юйҙырыуға ҡуйыуын таптырып, кисекмәҫтән уны тикшереүҙән алып ташлауҙы талап итеп даулашырға ярамай. Битәрләү, янау һәм вандализм менән булашырға ла ярамай. Ябай ғына талаптар булһа ла, был хаҡта мәҡәлә авторҙарының күбеһе онотоусан. Шулай уҡ бит-бит итеп аңлатма яҙыу ҙа дөрөҫ түгел — оҙон яҙмаларҙы һәр кем уҡып тормай, шуға дәлилдәрегеҙ иғтибарға алынмай ҡалыр.
Әгәр мәҡәләне ҡалдырыуҙарын теләһәгеҙ, итәғәтле, ихлас, ҡыҫҡа һүҙле булығыҙ.
Оҡшаш мәҡәләләрҙең барлығын дәлил итеп ҡулланыу ҙа урынһыҙ. Бәлки, һеҙ килтергән аналог дөрөҫ түгелдер, ә бәлки ул мәҡәләләрҙе лә юйҙырырға кәрәктер. Ҡарағыҙ: ВП:Урынһыҙ дәлилдәр.
Әгәр ҙә мәҡәләгеҙ менән хушлашырға уйлаһағыҙ, быны күңелле һәм зауыҡлы итеп эшләгеҙ: ВП:Мәҡәләңде юҡ итергә теләһәң.
Ҡайһы бер мәҡәләләр мотлаҡ юйҙырыласаҡ
үҙгәртергәҠайһы бер мәҡәләләр энциклопедия стандарттарына тап килмәй. Мәҫәлән, яңы сыға башлаған журнал йәки бер альбом да сығармаған гараж рок-төркөмө тураһындағы мәҡәләләр. Бындай осраҡта фекер алышыу тамамланған саҡта мәҡәләнең һуңғы версияһын үҙегеҙҙең компьютерҙа һаҡлап ҡуйығыҙ, мәҡәлә предметы билдәлелек алһа, ҡабат булдырырһығыҙ.
Ҡайһы бер мәҡәләләргә энциклопедияла һис урын бирелә алмай. Оригиналь тикшеренеүҙәр профилле матбуғатта йә башҡа веб-сайтарҙа йәки бындай тыйыу таралмаған википроекттарҙа баҫтырыла ала. Шәхси фотоальбомды урынлаштырыу өсөн бушлай хостингтар бар. Кулинария рецептарын, компьютер уйындарын үтеү йә автомобилдәр ремонтлау буйынса кәңәштәрҙе Викидәреслектә баҫтырырға мөмкин. Тарихи документтар һәм әҙәби әҫәрҙәрҙе Викикитапханала урынлаштырып була. Ағымдағы ваҡиғалар тураһында хәбәрҙәр Викияңылыҡтарға ҡуйыла. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә аңлатма биргән ҡыҫҡа яҙмалар Викиһүҙлектә урын ала.
Шулай ҙа мәҡәләне юйҙырһалар
үҙгәртергәВикипедия — мәҡәләне урынлаштыра торған берҙән-бер вики-проект түгел. Башҡа вики-проекттар ҙа бар. Ул проекттарҙа Википедия ҡағиҙәләренән айырылып торған башҡа ҡағиҙәләр эшләй — атап әйткәндә, башҡа проекттарҙа әһәмиәтлелек критерийҙары ла башҡа булыуы ихтимал, оригиналь тикшеренеүҙәр ҙә мөмкин. Бәлки, мәҡәлә форматы буйынса уларҙың берәйһенә яраҡлылыр. Әгәр мәҡәләнең күсермәһен һаҡлап ҡалмаһағыҙ, ә уны юйҙырып өлгөрһәләр, берәй хакимға мөрәжәғәт итегеҙ — ул бирелмәләр базаһынан юйҙырылған мәҡәләнең тексын сығарып бирер. Шунан был тексты башҡа вики-проектҡа ҡуя алырһығыҙ.