Википедия:Программаларҙың әһәмиәтлелек критерийҙары

 

Был биттә Википедия берләшмәһе төҙөгән нормалар яҙылған, теге йәки был программа тәьминәтен һүрәтләгән һәр мәҡәлә шуларға тап килергә тейеш.

 

Критерийҙар үҙгәртергә

Википедия — һылтанмалар каталогы түгел, унда реклама булыуы ла хупланмай. Программа тураһындағы мәҡәләлә әһәмиәтлелеккә иҫбатламалар булырға тейеш. Әһәмиәтлелек раҫламаһы булып тәү сиратта программаның бойондороҡһоҙ абруйлы сығанаҡтарҙа тасуирланыуы шарт:

  • махсус әҙәбиәттә һәм матбуғат баҫмаларында — программа тәьминәтенә бағышланған китаптарҙа һәм журналдарҙа, ғилми хеҙмәттәрҙә;
  • был өлкәлә абруйлы һәм бойондороҡһоҙ булған, коммерция мәнфәғәте булмаған билдәле онлайн-ресурстарҙа, мәҫәлән, iXBT.com, Ferra.ru, itc.ua, 3DNews, Tom’s Hardware,Hard’n’Soft, Компьютерра, Домашний ПК, Linux Format, Ars Technica; компьютер һәм видео уйындары өсөн — 1UP.com, IGN, Edge, GameSpot, GameSpy, Game Informer, PC Gamer, Eurogamer һәм башҡаларҙа. Тик был ресурстарҙың ҡулланыусылар тарафынан тулыландырылған бүлектәре — форумдар, блогтар һәм башҡалар, шулай уҡ коммерцияға бағышланған бүлектәре менән публикациялары файҙаланыла алмай.
  • ВП:ТИКШ һәм ВП:АИ критерийҙарына тап килгән һәм программа эшләүселәр менән матди йә башҡа төрлө бойондороҡлолоҡта булмаған башҡа сығанаҡтарҙа.

Әһәмиәтлелекте нигеҙләү өсөн етерлек түгел тип иҫәпләнәләр (программа авторына бойондороҡло йә абруйһыҙ булғанға):

  • программа тәьминәте каталогтарының күбеһе (download.com, soft.mail.ru, SourceForge.net һ. б.), айырыуса ҡулланыусылар мәғлүмәт өҫтәй торғандары (хатта программа тәьминәте каталогтарындағы юғары рейтингтар ҙа программаның популярлығы тураһында һөйләмәҫкә мөмкин — мәҫәлән, soft.mail.ru-а рейтингты башлыса яңы программаларҙан тора);
  • программа тәьминәтен етештереүсенең матбуғат релиздары һәм бойондороҡло сығанаҡтар (мәҫәлән, корпоративтарҙың блогтары);
  • шәхси һәм коллектив блогтар һәм форумдар (шул иҫәптән Хабр, Linux.com һәм башҡалар) — ошо темала абруйлы сығанаҡ тип таныла алғандарҙан тыш.

Әһәмиәтлелектең махсус критерийҙары үҙгәртергә

Программа тәьминәте абруйлы сығанаҡ тип танылған баҫмалар, мәҫәлән, Journal Linux,үткәргән конкурста (Editors' Choice Award һ.б.) йәки тауыш биреүҙә (Readers' Choice Award һ.б.) еңһә, уның тураһында абруйлы сығанаҡтарҙа яҙылмаһа ла, Википедияла мәҡәлә булырға мөмкин.

Башҡа мәҡәләләр кеүек үк, программа тураһындағы мәҡәлә лә энциклопедик булырға тейеш. Программа тураһында Википедияла урынлаштырыла алмаған энциклопедик булмаған мәғлүмәттәргә, мәҫәлән, тотоноу буйынса ҡулланма, йыш бирелә торған һорауҙар исемлектәре инә. Бынан тыш, программа хаҡында мәҡәлә нейтраль ҡараштан сығып, тарафһыҙ яҙылырға тейеш. Яңы башлаған авторҙар яҙған мәҡәләләрҙе рекламаға тартым иткән иң йыш осраусан хаталар түбәндәгеләр:

  1. мәҡәләнең башында уҡ аналогтар менән сағыштырғанда программаның өҫтөнлөктәре һанала һәм ул мәҡәләнең яртыһынан күберәген алып тора;
  2. аналогтар күрһәтелмәй йә аналогтар тураһындағы мәҡәләләргә һылтанмалар юҡ;
  3. хикәйәләү беренсе заттан йә туранан-тура уҡыусыға мөрәжәғәт итеү юлы менән алып барыла;
  4. программа тәьминәтен йөкләүгә туранан-тура һылтанмалар бирелә.

Һуңғы осраҡ бигерәк тә насар, сөнки бындай һылтанмалар, ҡағиҙә булараҡ, тиҙ иҫкерә, уларҙа табылған хаталар һәм төҙәтелгән версиялар тураһында мәғлүмәт юҡ, ә был программа авторының яманатын сығарырға мөмкин. Туранан-тура һылтанмалар биреүҙән һаҡ булығыҙ.

Аудитория үҙгәртергә

Теге йәки был программаның билдәлелек кимәлен баһалағанда маҡсатлы аудитория мөһим. Мәҫәлән, Linux-системалар өсөн программа тәьминәттәре Visual Basic өсөн программалар каталогында телгә алынмаҫ. Әһәмиәтлелекте раҫлау өсөн сығанаҡтар эҙләгәндә тәү сиратта тематик матбуғат баҫмаларына һәм веб-сайттарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Программа тураһында кәрәкле мәғлүмәт үҙгәртергә

  Һәр программа өсөн күрһәтелергә тейешле мәғлүмәттең минималь йыйылмаһы бар:

  • программаны эшләтә торған платформа;
  • операцион система (операцион системаларҙың үҙҙәренән башҡа);
  • программаға бирелгән лицензия;
  • программаның авторы (авторҙары) йә уны сығарыусы компанияның исеме.

Шулай уҡ һүрәтләнгән программа өсөн кәрәкле бөтә терминдарға аңлатма бирелергә тейеш.

Исемлектәргә һәм навигация ҡалыптарына индереү үҙгәртергә

Үрҙә һүрәтләнгән ҡағиҙәләргә яуап бирһә генә программа тейешле исемлектәргә һәм навигация ҡалыптарына индерелә ала. Бәхәсле осраҡтарҙа исемлектәге ҡыҙыл һылтанма был программа тәьминәтенең әһәмиәтлелеген раҫлаған сығанаҡҡа төшөрмә йә Википедияның башҡа тел бүлегендәге мәҡәләгә һылтанма, йә ҡалып кодында эске комментарий менән бирелергә тейеш.


Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә