Википедия:Йыш яһала торған хаталар
Ҡалып:Эссе Википедияға яңы килгәндәр хаталарҙы йыш яһай. Был ғәҙәти күренеш! Ул осорҙо һәр кем үтә.
Был биттә йыш осрай торған ҡайһы бер хаталар ҡарала.
Авторлыҡ хоҡуғын боҙоу
үҙгәртергәИнтернеттағы башҡа сайтта (йә китапта) баҫылған тексты автор ризалығынан башҡа Википедияла урынлаштырырға ярамай. Уны урынлаштырыу өсөн автор үҙенең тексын Википедияла баҫыу менән генә түгел, Creative Commons Attribution / Share-Alike лицензияһы шарттары менән дә ризалашырға тейеш.
Үҙең тураһында мәҡәләләр яҙыу
үҙгәртергә- Автобиография
- Яңы килгәндәр өсөн иң типик хаталарҙың береһе — үҙең тураһында энциклопедик мәҡәлә яҙыу. Википедия — энциклопедия, уны камиллаштырыуҙа ҡатнашҡан һәр кем тураһында биографик мәҡәлә урынлаштырыу күҙҙә тотолмай. Әммә үҙегеҙ тураһында һөйләү өсөн бик матур урын — һеҙҙең шәхси битегеҙ бар. Әгәр теркәлгән булһағыҙ, экрандың өҫкө яғындағы ҡулланыусы исеменә сиртегеҙ ҙә битте нисек теләһәгеҙ, шулай мөхәррирләгеҙ.
- Үҙеңдең фирмаң тураһында мәҡәләләр
- Ҡағиҙә булараҡ, үҙең эшләгән компания тураһында мәҡәлә яҙыу хупланмай. Беренсенән, нейтраль ҡараш һаҡланмауы ихтимал, икенсенән, мәҡәләгеҙҙең тиҙ юйҙырылыу ихтималлығы ҙур. Әгәр компанияғыҙ етерлек кимәлдә әһәмиәтле булһа, уның тураһында мәҡәләне берәйһе мотлаҡ яҙыр.
Зарарлы ярҙам
үҙгәртергә- Һүҙлек билдәләмәләре булдырыу
- Беҙ ҡабул иткән положениеға ярашлы, Википедия һүҙлек түгел. Һәр мәҡәлә үҙ темаһын солғарға ынтылырға тейеш, унда ябай билдәләмәнән тыш төп тема мөмкин тиклем тулы асылырға тейеш. Саф һүҙлек билдәләмәләре беҙҙең туғандаш проектта — Викиһүҙлектә бирелә ала.
- Мәҡәләләрҙе ҡабатлап яҙыу
- Яңы мәҡәлә яҙа башларҙан элек тема буйынса эҙләнеүҙәр үткәрегеҙ — элегерәк яҙылған оҡшаш мәҡәләне табыуығыҙ бик мөмкин. Өр-яңы мәҡәлә яҙғансы булғанын тулыландырығыҙ. Эҙләгәндә шуға иғтибар итегеҙ: күп мәҡәләләрҙең исеме берлектә алына, мәҫәлән, «Ағас», ә «Ағастар» түгел. Шулай уҡ Яндекс йә Google эҙләгесен дә файҙаланығыҙ. Мәҡәләне Википедияның эске эҙләгесенән табып булмаһа, айырыуса мәҡәләнең исемендә асҡыс һүҙҙәр булмаһа, уны тышҡы эҙләгестән табыу еңелерәк. Мәҡәләне табыу еңелләшһен тиһәгеҙ, яңы мәҡәлә булдырырға түгел, ә йүнәлтеүҙәр яһарға кәрәк.
Юйҙырыу
үҙгәртергә- Файҙалы эстәлекте юйҙырыу
- Мәҡәләнең байтаҡ өлөшө уңышһыҙ яҙылырға, ләкин шул уҡ ваҡытта авторҙың ниәтен сағылдырырға мөмкин. Шуға аңлайышһыҙ тойолған һәр һөйләмдең йәки фекерҙең ни белдереүен аңларға тырышығыҙ, юйҙырырға ашыҡмағыҙ. Материал системаһыҙ йә урынһыҙ күренһә, уны башҡа берәй биткә алып өҫтәргә йә айырым бит итеп төҙөргә була. Бындай мөмкинлек булмаһа, тексты фекер алышыу битенә ҡуйығыҙ. Унда биттең өҫкө яғындағы «Фекер алышыу» тигән төймәгә баҫып инелә.
- Мәҡәләнең объектив булмаған эстәлеген юйҙырыу
- Объектив булмаған эстәлектең дә файҙалы булыуы мөмкин (үрҙә ҡарағыҙ). Тарафлылығын алып ташлағыҙ, эстәлеге ҡалһын.
- Нимә эшләгәнегеҙҙе аңлатмайынса юйҙырыу
- Ҡыҫҡаса тасуирлама майҙанында ғәмәлдәрегеҙҙе аңлатып билгеләр эшләгеҙ. Юғиһә мәҡәләләрҙең үҫешен күҙәткән башҡа ҡатнашыусылар аңын-тоңон аңламайынса һеҙҙе аҫтыртын эш итә тип уйлар.
- Нигеҙһеҙ юйҙырыу
- Әҙме-күпме әһәмиәткә эйә булған һәр юйҙырыуҙы ҡыҫҡаса тасуирламала йә фекер алышыу битендә нигеҙләү мөһим. Әгәр нигеҙләмә фекер алышыу битендә булһа, һеҙ төҙәтеүҙе тасуирлау битендә «ҡарағыҙ: фекер алышыу» тигән билге ҡуя алаһығыҙ.
- Шәхси фекер алышыу битенең эстәлеген юйҙырыу
- Шәхси фекер алышыу битегеҙ башҡа ҡатнашыусылар һеҙҙең менән бәйләнешкә инә алһын өсөн иң яҡшы урын булып тора. Элекке яҙмаларҙы таҙартыу йә архивлау — яҡшы эш, әммә үҙегеҙҙең фекер алышыу битенән эстәлек юйҙырғанда, зинһар, иғтибарлы булығыҙ; ҡайһы берҙә был һеҙгә төбәлгән тәнҡитте йәшерергә тырышыу тип ҡабул ителергә мөмкин.
- Тексты фекер алышыу битенән архивҡа күсермәйенсә юйҙырыу
- Фекер алышыу биттәре һәм уларҙағы бөтә бәхәс Википедияның дөйөм архивының бер өлөшө булып тора. Үҙегеҙҙең фекер алышыу битен таҙартҡанда юйҙырылыусы тексты архивтың тейешле битендә ([[.../Архив]]) һаҡларға онотмағыҙ.
Саманан тыш эш итеү
үҙгәртергә- «Авторға» саманан тыш хөрмәт
- Мәҡәләне үҙ аллы төҙәтеү урынына уны тәнҡитләү
- Мәҡәләләрҙең яуаплы бер авторы юҡ. Тәҡдимдәрҙе йә тәнҡитте фекер алышыу битенә яҙыу файҙалы булыуы мөмкин, әммә, ҡағиҙә булараҡ, иң ҡулай һәм ябай юл — мәҡәләне нисек кәрәк һанаһағыҙ, шулай итеп үҙегеҙ төҙәтеү.
- Тәүәккәллек етешмәүен күрһәтеү
- Тәүҙә бер аҙ буталсыҡ яһауығыҙ мөмкин. Әммә был етешһеҙлектәрҙе төҙәткән берәйһе табылыр. Шуға ҡыйыу булығыҙ һәм үҙгәрештәр индерегеҙ. Беҙ шулай уйлайбыҙ.
- Баш хәрефтәрҙе үтә йыш ҡулланыу
- Мәҫәлән, «Аҡ йорт» тигән мәҡәлә исемендә икенсе һүҙ бәләкәй хәреф менән яҙыла. АҠШ президенты резиденцияһы йә хөкүмәт бинаһы тураһында түгел, ә аҡҡа буялған ғәҙәти йорт тураһында һүҙ барһа (әгәр ул һүҙбәйләнеш һөйләм башында тормаһа, әлбиттә), беренсе һүҙ ҙә бәләкәй хәрефтән яҙыла. Башҡорт теле ҡағиҙәләре шулай ҡуша.
- Үтә ныҡ викилаштырыу
- Википедияла эске һылтанмалар әүҙем ҡулланыла, әммә улар урынлы ҡулланылырға тейеш. Мәҡәлә контексы өсөн мөһим булған һылтанмалар ғына ҡулланылырға тейеш.
Үтә етди ҡарау
үҙгәртергә- Ҡаршы торорға әҙерлек
- Википедия берләшмәһе уртаҡ тел табыуға һәләтле һәм аҡыллы кешеләрҙән тора, йәғни ул Usenet түгел, бәхәс һәм талаш ҡуптарыу бында яман күрелә.
- Википедия биттәрен сит бәхәстәр өсөн ҡулланыу
- Яраҡһыҙ мәҡәләләр күреп йән көйөү
- Википедия өҫтөндә эш даими дауам итә һәм ҡуйылған маҡсаттарға әле бик алыҫ. Зинһар, беҙҙең етешһеҙлектәрҙе аңлағыҙ һәм яҡшырырға ярҙам итегеҙ. Бында йыйылған аҡыллы кешеләр һәр береһе үҙ өлөшөн индерә ала. Әгәр ҙә һаман шигегеҙ булһа, тәнҡиткә беҙҙең яуаптарҙы ҡарағыҙ.