Википедия:Теркәлеү

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:ТЕР

Википедияла теркәлеү мотлаҡ түгел. Проектта ҡатнашыу өсөн кәрәкле функцияларҙың барыһы ла тиерлек теркәлеүһеҙ эшләй. Ләкин теркәлгән һәм үҙен танытҡан ҡатнашыусыларға өҫтәмә функциялар асыла, Википедияны ҡулланыу тағы ла уңайлыраҡ була.

Викимедиа фондының һәр проекты һәм һәр бер тел бүлеге өсөн айырым теркәлергә кәрәк. Шуның өсөн Википедияның башҡа бер туғандаш проектында (мәҫәлән, Викимилектә) система һеҙҙе танымаһа — ғәжәпләнмәгеҙ. Бындай осраҡта был проектта тағы бер тапҡыр теркәлергә кәрәк; Википедияла теркәлгән исем менән теркәлеү яҡшы, системаға һеҙҙе таныу еңелләшә, һәр береһенә ингәндә төрлө-төрлө исем-серһүҙ яҙып кәрәге бөтә.

ӨҫтөнлөктәрҮҙгәртергә

Танылған ҡатнашыусыға Википедияла уҡыуҙы һәм мөхәррирләүҙе еңеләйткән биттәр йыйылмаһы бирелә.

Шәхси битегеҙҙә үҙегеҙ менән таныштырығыҙ. Улай иткәндә Википедияға һеҙ индергән өлөш башҡаларға ла күренеп торасаҡ. Шәхси бит — Википедияның башҡа ҡатнашыусылары менән танышырға һәм ышаныстарын яуларға ярҙам итәсәк.

Фекер алышыу — асыҡ хәбәрләшеү урыны, унда Википедияла ҡатнашыу тураһында фекер алышыу бара. Үҙ көйләүҙәрендә электрон почта адресын күрһәткән ҡатнашыусыға Википедия аралышсылығы менән башҡа ҡатнашыусылар, уның адресын күрмәйенсә, электрон хат яҙа алалар. Шулай итеп ҡатнашыусы спамдан һаҡланған була.

Ҡатнашыусы тарафынан күҙәтеү исемлегенә индерелгән биттәр «һуңғы төҙәтеүҙәр исемлегендә» яртылаш ҡалын шрифт менән күренә һәм төҙәтеү ваҡытына (һуңғыһынан алдағыһына) ярашлы күҙәтеүҙәр исемлеге битендә теҙелеп китә.

Танылған ҡатнашыусылар ғына Википедияның тышҡы күренешен үҙҙәре теләгәнсә көйләй ала.

Теркәлгәндә һайлаған исемегеҙ (ҡушаматығыҙ) Википедияның ниндәй ҙә булһа бер битен төҙәткәндә Википедия тарафынан яҙылып бара. Бындай осраҡта индерелгән кескәй генә үҙгәртеүҙәрҙе «бик әһәмиәтле түгел» тип билдәләргә мөмкинлек була. Аноним ҡулланыусылар (уларҙың имзалары урынына IP-адрестары ҡулланыла) бындай мөмкинлеккә эйә түгел.

Теркәлгәндә һайланған исем (ҡушамат) фекер алышыу биттәрендә аралашыуҙы еңеләйтә. Һәм һәр кергәндә үҙгәргән IP-адрес урынына исеме булған кеше менән аралашыу рәхәтерәк. Танылған ҡатнашыусыға автоматик рәүештә имза ҡуйыу өсөн мөхәррирләү тәҙрәһе өҫтөндәге төймәгә баҫыу йәки дүрт тильда (~~~~) ҡуйыу етә. Имзаны Көйләүҙәр битендә яйларға була.

ЕтешһеҙлектәрҮҙгәртергә

Шәхси мәғлүмәттәр өсөн ҡатнашыусыларға бирелгән биттәр ҙә GFDL лицензияһына ҡарай, шуныҡтан улар ҙа ирекле рәүештә төҙәтелә ала. Шуның өсөн ул биттәрҙең үҙгәртелеүенә һәм вәхшилеккә әҙер булығыҙ.

Нисек теркәлергәҮҙгәртергә

Әгәр теркәлергә теләһәгеҙ, Баш биттә, өҫкө уң мөйөштә «Танылыу йәки теркәлеү» төймәһенә сиртегеҙ. «Танылыу йәки теркәлеү» тигән ярҙамсы бит асыласаҡ.

Ул биттәге «Иҫәп яҙыуын булдырырға» яҙыуына баҫығыҙ, «Яңы ҡатнашыусыны теркәү» тигән ярҙамсы бит асыласаҡ.

Ул биттә үҙегеҙгә оҡшаған, ләкин «ҡысҡырып» тормаған исем һайлағыҙ. Әгәр үҙегеҙҙең ысын исемегеҙҙе яҙһағыҙ, башҡа ҡатнашыусыларҙың ышаныстары артасаҡ, ләкин ысын исем-фамилияғыҙҙы яҙыу мәжбүри түгел. Википедия ҡатнашыусыларының исемдәренә оҡшаштарҙы һайларға тырышмағыҙ, юғиһә буталсыҡлыҡ тыуыуы мөмкин һәм ул ҡатнашыусы был хәлгә шат булмаясаҡ.

Википедиялағы иҫәп яҙмағыҙ өсөн серһүҙ һайлағыҙ, «Һеҙҙең серһүҙ» юлына яҙығыҙ һәм аҫтындағы тәҡрәгә уны ҡабаттан яҙығыҙ. Онотолорҙай йәки башҡалар белерҙәй еңел серһүҙ һайламағыҙ.

«Электрон почта» тәҙрәһенә яҙған адресығыҙ Википедияла бер кемгә лә күренмәй һәм башҡаларға таратылмай. Әгәр Википедиянан тура электрон хаттар алырға теләмәйһегеҙ икән, был яйлауҙы аҙаҡтан шәхси көйләүҙәрегеҙҙә яба алаһығыҙ.

Шунан өҫтәге һүрәттә күренгән хәрефтәрҙе (һандарҙы) аҫтындағы юлға яҙығыҙ һәм «Яңы ҡатнашыусыны теркәү» төймәһенә баҫығыҙ.

Системаға нисек танылырғаҮҙгәртергә

Системаға танылыу һәм теркәлгән исем менән эшләй башлау өсөн Баш биттә, өҫтәге уңдағы мөйөштәге «Танылыу йәки теркәлеү» яҙыуына сиртегеҙ. «Танылыу йәки теркәлеү» тигән ярҙамсы бит асыласаҡ.

Ул биттәге «Системаға танылыу өсөн „cookies“ рөхсәт ителергә тейеш» юлы, әгәр ҙә һеҙ сайтҡа һәр кергәнегеҙҙә исемегеҙҙе һәм серһүҙегеҙҙе яҙырға теләмәһәгеҙ, «cookies» рөхсәт итегеҙ.

Исемегеҙҙе һәм серһүҙегеҙҙе яҙығыҙ.

Әгәр һеҙ һәр ингәндә исемегеҙҙе һәм паролегеҙҙе яҙырға теләмәйһегеҙ икән һәм «cookies» рөхсәт ителгән булһа «Серһүҙҙе хәтерҙә ҡалдырырға» юлын һайлағыҙ ҙа һәр ингәндә исем-серһүҙ яҙып тормаҫһығыҙ. Шунан «Танылыу йәки теркәлеү» төймәһенә баҫығыҙ. Бынан һуң Википедияны асҡан һайын автоматик рәүештә танылырһығыҙ.

(Әгәр Википедияға уртаҡ компьютерҙан инһәгеҙ, «Серһүҙҙе хәтерҙә ҡалдырырға» юлын һайламау хәйерлерәк, сөнки башҡаларҙың һеҙҙең исемдән һеҙ теләмәгән яманлыҡтарҙы ҡылып ташлауы бар).

Теркәлгән исемемде үҙгәртергә мөмкинме?Үҙгәртергә

Википроектта тәү башта теркәлгән исемегеҙҙе тик бей генә үҙгәртә ала. Ҡатнашыусының исемен үҙгәртеү өсөн ул ҡатнашыусы яһаған төҙәтеүҙәр һаны 200 000-дән үтмәҫкә тейеш, юҡһа мәғлүмәттәр базаһына ауырлыҡ төшә.