Википедия:Мәҡәлә өсөн ҡулайһыҙ темалар исемлеге

Ҡалып:Эссе

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:СНТС
  • ВИКИПЕДИЯ:МҠТИ

Бында мәҡәлә яҙыу өсөн ҡулайһыҙ темалар исемлеге килтерелә, яҙылған осраҡта улар «Юйылыуға» тигән биткә эләгәсәк.

  1. Автобиография йәки һеҙ эшләгән ойошма, бында хатта энциклопедик әһәмиәткә эйә ойошмалар ҙа, музыкаль коллективтар ҙа инә. Мәнфәғәттәр бәрелешеүе ихтимал.
  2. Һеҙ йәшәгән урам (ул ниндәйҙер халыҡ-ара танылыуға эйә булған осраҡтарҙан тыш).
  3. Булған мәҡәләне ҡабат яҙыу (уны мөхәррирләргә генә була). Эҙләүҙән файҙаланығыҙ.
  4. Һеҙҙең клуб, йәмғиәт, студенттар берлеге һ. б. (улар билдәле булып, бойондороҡһоҙ сығанаҡтарҙа сағылдырылған булмаһа).
  5. Йәшерен йәмғиәттәр (ысынлап йәшерен) һәм, ғөмүмән, тәүләп баҫылған теләһә ниндәй йәшерен мәғлүмәт. Ҡарағыҙ: Википедия:Оригиналь тикшеренеүҙәрҙең юл ҡуйылғыһыҙлығы.
  6. Бер һөйләмдән артыҡ бер ни яҙып булмаған темалар.
  7. Бик һирәктәрҙе генә ҡыҙыҡһындырырҙай үҙенсәлекле әйберҙәр.
  8. Рухи күтәренкелектә яҙылған йәки авторҙың шәхси ҡарашын сағылдырған яҙмалар.
  9. Булған мәҡәләлә яҙылғандарға альтернатив ҡарашты сағылдырған икенсе мәҡәлә яҙыу.
  10. Ҡапылда башығыҙға килгән фекерҙәр.
  11. Башҡа мәҡәлә тураһында мәҡәлә.
  12. Кемдеңдер йә нәмәнеңдер ғәләмәт шәп, бик текә, иң яҡшы йәки шаҡ ҡатырғыс икәнен хәбәр итеү өсөн яҙылған мәҡәлә.
  13. Һеҙҙең резюме.
  14. Һис бер әһәмиәте булмаған хәл-ваҡиға.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә