Википедиялағы пассионарлыҡ
Википедиялағы пассионарлыҡ (википассионарлыҡ)— ниндәйҙер телдәге Википедияның актив мөхәррирҙәренең ошо телде йөрөтөүселәр һанына ҡарата булған нисбәтен билдәләүсе статистик күрһәткес термины.
Дөйөм һүрәтләү
үҙгәртергәКүрһәткес ниндәйҙер телдәге Википедияны үҫтерең буйынса билдәле бер телде йөрөтөүселәрҙең ошо ваҡыттағы активлыҡ кимәлен ҡылыҡһырлай.
«Википедия пассионарлығы» терминын беренсе тапҡыр ИТ, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендә эшләүсе украин йәмәғәт эшмәкәре Юрий Пероганич 2016 йылдың 15 февралендә украин Википедияһының мөхәррирҙәренең «Вики: медиа һәм технологиялар» ирекле блогында «Вікіпедійна пасіонарність українців» мәҡәләһендә тәҡдим итә[1]. Термин украина масс-медиаларында ҡулланыла һәм Украина Юғары Радаһының фән һәм мәғариф буйынса үткәрелгән «Образовательная политика в условиях информационного общества» тип аталған түңәрәк ҡорҙа файҙаланыла[2].
Был термин Лев Гумилёв индергән «пассионарий» билдәләмәһенә нигеҙләнә. Ул айырым кешеләрҙең башҡаларҙан нимәнелер үҙгәртер өсөн дәртләнгән һәм илһамланған булыуы менән айырлыуын аңлата[3].
2017 йылдың ноябренә ҡарата башҡорттарҙың википассионарлығы 1 миллион кешегә 27 кеше тура килә. Сағыштырыу өсөн: рустарҙа — 12, француздарҙа −17, украиндарҙа — 19[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Юрий Пероганич. «Вікіпедійна пасіонарність українців (билдәһеҙ). Вики: медиа һәм технологиялар (15 февраль 2016).
- ↑ Стенограмма заседания «круглого стола» Комітета Верховной Рады Украины по вопросам науки и образования от 24 мая 2016 года (9 август 2016).
- ↑ A Season for Drama Queens, Dancing Queens and Passionarity (билдәһеҙ). Brahe info (20 май 2014).(недоступная ссылка)
- ↑ https://stats.wikimedia.org/EN/Sitemap.htm
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Носители иврита — самые пассионарные википедисты, а украинцы опережают россиян (билдәһеҙ). Gazeta.ua (15 февраль 2016).
- Богданна Мартыник. Кто и как наполняет Википедии на разных языках (билдәһеҙ). Газета «Экспресс» (28 декабрь 2017). 2018 йыл 23 ғинуар архивланған.
- Пасионарность . Вики: медиа и технологии.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Богданна Мартыник. Еще немного — и будет миллион. / У Википедии написали 750-тысячную статью на украинском языке // Газета «Експрес», № 94 (9653), 21-28 декабря 2017, с. 24