Луйк Вийви (эст. Viivi Luik; 6 ноябрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[3][4] (78 йәш), Тянассильма[d], Харьюмаа[d]) — эстон яҙыусыһы һәм шағирәһе. Эстон ССР-ының атҡаҙанған яҙыусыһы (1986).

Вийви Луйк
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Эстония
Тыуған көнө 6 ноябрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[3][4] (78 йәш)
Тыуған урыны Тянассильма[d], Саку[d], Харьюмаа[d], Эстония
Әсәһе Hilda Luik[d]
Хәләл ефете Jaan Paavle[d][5] һәм Яак Йыэрюйт[d]
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы, балалар яҙыусыһы, архивист, китапханасы
Эшмәкәрлек төрө шиғриәт һәм проза
Ойошма ағзаһы Союз писателей Эстонии[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Вийви Луйк Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Вийви Луйк 1946 йылдың 6 ноябрендә Тянассильма ауылында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Тянассильма ауылында башланғыс мәктәптә, Кальмала урта мәктәптә (Рынгу улусы) һәм Таллинда ситтән тороп урта мәктәптә уҡый. 1965 йылдан 1967 йылға тиклем Таллинда китапханасы һәм архиварус булып эшләй. 1967 йылдан ул шунда йәшәй һәм оҙаҡ ваҡыт сит илдәрҙә (Финляндия, Германия, Латвия, Швеция) булыуын иҫәпләмәгәндә профессиональ яҙыусы булып эшләй. 1990 йылдарҙа әҙәби эшмәкәрлегенә төрлө стипендияларға лайыҡ булған.

Юхан Смууло исемендәге Эстон ССР-ы Әҙәби премияһы лауреаты (1976, 1977, 1983, 1986).

1962 йылда уҡ Вийви Луйктың беренсе шиғырҙары район гәзитендә баҫылып сыға. 1965 йылда «Йәш авторҙар 1964» кассетаһында «Pilvede püha» («Праздник облаков») беренсе шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға[6]. Уның артынса башҡа күп йыйынтыҡтары килә. 1970 йылдан Эстония Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡырҡ йәшенә ул 400-гә яҡын шиғыр яҙа.

1988 йылда ул Юхан Лийва исемендәге премияға лайыҡ була. 1992 йылда Эстония мәҙәниәте өлкәһендәге дәүләт премияһын ала.

1985 йылдың яҙында уның дебютлы лирик-психологик «Seitsmes rahukevad» («Етенсе тыныс яҙ») романы сыға, унда сталинизм осорондағы баласаҡ һүрәтләнә[7]. Роман 10-дан ашыу сит телдәргә тәржемә ителә һәм яҙыусыны Эстониянан ситтә лә билдәле яһай. Алты йыл үткәс Вийви Луйк икенсе «Ajaloo ilu» («Красота истории») романын баҫтырып сығара. Был роман 1968 йылда совет ғәскәрҙәрен Прагаға индереүгә ҡарата йәш эстон интеллигенцияһының реакцияһына арналған[8].

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

1974 йылдан Луйк Вийви эстон яҙыусыһы һәм сәйәсмәне Яак Йыэрюютта (1947 йылда тыуған) кейәүҙә .

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Луйк Вийви 10 шиғырҙар йыйынтығы, 3 роман, шулай уҡ эссе, балалар китаптары һәм радиопостановкалар авторы.

  • «Pilvede püha» (сборник стихов, 1965)
  • «Taevaste tuul» (сборник стихов, 1966)
  • «Hääl» (сборник стихов, 1968)
  • «Lauludemüüja» (сборник стихов, 1968)
  • «Ole kus sa oled» (сборник стихов, 1971)
  • «Pildi sisse minek» (сборник стихов, 1973)
  • «Leopold» (детская книга, 1974)
На русском: «Леопольд» (1978)
  • «Salamaja piir» (рассказ, 1974)
  • «Vaatame mis Leopold veel räägib» (детская книга, 1974)
  • «Põliskevad» (сборник стихов, 1975)
  • «Leopold aitab linnameest» (детская книга, 1976)
  • «Luulet 1962—1974» (антология, 1977)
  • «Maapäälsed asjad» (сборник стихов, 1978)
  • «Tubased lapsed» (детская книга, 1979)
На русском: «Домашние дети» (1985)
  • «Rängast rõõmust» (сборник стихов, 1982)
  • «Kõik lood Leopoldist» (детская книга, 1984)
На русском: «Все рассказы о Леопольде» (1984)
  • «Seitsmes rahukevad» (роман, 1985)
На русском: «Седьмая мирная весна» (1988)
  • «Kolmed tähed» (детская книга, 1987)
  • «Ajaloo ilu» (роман, 1991)
На русском: «Красота истории» (1992)
  • «Inimese kapike» (эссе, 1998)
  • «Maa taevas: luulet 1962—1990» (антология, 1998)
  • «Elujoon: valitud luuletused 1962—1997» (антология, 2005)
  • «Kõne koolimaja haual. Artiklid ja esseed 1998—2006» (эссе, 2006)
  • «Varjuteater» (роман, 2010)
  • «Ma olen raamat» (эссе, 2010); совм. с Хеди Росма

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Record #14837497 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #128465018 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. 4,0 4,1 Viivi Luik // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  5. https://sisu-vana.ut.ee/ewod/p/paavle
  6. Merilai, A. Of Hard Joy: Half a Century of Viivi Luik's Creations. Poetry (инг.) // Interlitteraria : journal. — 2013. — Т. 18. — С. 211—225. — DOI:10.12697/IL.2013.18.1.15
  7. Cornelius Hasselblatt: Viivi Luik und der 'Siebte Friedensfrühling'. — baltisches jahrbuch (1986), S. 227—236
  8. Cornelius Hasselblatt: Kann Geschichte schön sein? Zur Konstruktion von Vergangenheit in zwei Romanen Viivi Luiks. — Nordost-Archiv. Zeitschrift für Regionalgeschichte. NF VIII (1999), S. 419—433