Видео
Ви́део (от лат. video — ҡарайым, күрәм) — хәрәкәт итеүсе күренеште булдырыу, яҙҙырыу, эшкәртеү, һаҡлау һәм күрһәтеүҙең телевидение принцибына нигеҙләнгән электрон технологияһы , шулай уҡ физик йөрөтөүсегә яҙҙырылған аудиовизуаль әҫәр (видеокассета, видеодискта һәм башҡа).
Видео | |
Һештег | videos |
---|---|
Видео Викимилектә |
Видеояҙма — визуаль мәғлүмәтте яҙҙырыуҙың электрон технологияһы. Был технология видеомәғлүмәттең йәки цифрҙар ағымының видеосигналы рәүешендә, был мәғлүмәтте физик йөрөтөүселә һаҡлау, ҡоролманың сығарыусыһында (мониторҙа), экранда йәки дисплейҙа яңынан ҡабатлау һәм күрһәтеү маҡсатында ҡулланыла. Видеояҙма һөҙөмтәһе - видеограмма йәки видеофонограмма.[1].
Видеосигнал сифаты
үҙгәртергәКадрҙар йышлығы
үҙгәртергәСекундына кадрҙар һаны (йышлығы) —1 секунд видеояҙмала бер—береһе артынан күрһәтелгән , хәрәкәт тәьҫирен булдыра торған хәрәкәтһеҙ күренештәр һаны . Кадрҙар йышлығы күберәк булһа, хәрәкәт һалмағыраҡ һәм тәбиғи булып күренә. Хәрәкәт бер төрлө булһын өсөн кәрәкле иң бәләкәй күрһәткес —секундына яҡынса 16 кадр ( һәр кешенең үҙ дәүмәле ). Тауышлы кинематографта төшөрөү һәм проекция йышлығы 1932 йылдан секундына 24 кадр тип стандартлаштырылған [2]. PAL һәм SÉCAM телевидение системалары секундына 25 кадр (25 fps или Ҡалып:Герц), NTSC ссекундына 30 кадр (яҡынса 29,97 fps ) ҡуллана . Яҡшы сифатлы компьютер видеоһы , ғәҙәттә, секундына 30 кадр күрһәтә. Кеше мейеһе ҡабул итә алған кадрҙар алмашыныуҙың иң юғары нөктәһе- 39-42 Герц , был күрһәткес һәр бер кешененең үҙенсәлегенә һәм күҙәтеү шарттарына бәйле[3].
Ҡайһы бер профессиональ видеокамералар секундына 120 кадрға хәтле төшөрә ала. Махсус камералар секундына 1000 кадр йышлыҡ менән төшөрә, был, мәҫәлән, пуляның осоу траекторияһын йәки шартлау структураһын ентекле өйрәнеү өсөн кәрәк. Юғары тиҙлекле киноаппараттар секундына бер нисә миллион кадр төшөрә ала. Уларҙа кинопленка хәрәкәт итмәй, күренеш әйләнеп тороусы призмала булдырыла. Кадрһыҙ видео ла бар. Уның эш принцибы: яҡтылылыҡ һиҙеүсе сенсорҙар үҙҙәре ҙур йышлыҡ менән үҙ хәле тураһында мәғлүмәтте тапшыра, улар шул уҡ ваҡытта йөрөтөүсегә яҙыла бара . Айырым кадрҙар был осраҡта юҡ —тик һәр бер датчиктан (пикселдән) уларҙың ваҡыт ағышында үҙгәреше тураһында бик күп мәғлүмәт (массив) була . Күрһәткәндә лә кадрҙар юҡ— экранда пикселдәр яҙҙырып алынған массивтарға ярашлы төҫө. Пиксель төҫөн үҙгәртмәй икән, тимәк ул яңыртылмай ҙа. Бындай видеоны яҡшылап ҡарар өсөн махсус монитор кәрәк буласаҡ.
Экрандың яҡтары нисбәте
үҙгәртергәКадрҙың киңлеге һәм бейеклеге (ингл. aspect ratio) — бар видеояҙма өсөн дә бик мөһим параметр. XIX быуат аҙағынан башлап, тауышһыҙ кинофильмдар, һуңыраҡ “классик” форматлы фильмдарҙың экран яҡтары нисәбәте 4:3 (4 – киңлек берәмеге, 3 –бейеклек берәмеге, кинематографта 1,33:1 тип яҙыла) була. Яҡтары бындай нисбәтле экран кеше күҙе мөмкинлегенә нығыраҡ яраҡлашҡан тип иҫәпләнә. Оҙаҡламай килеп сыҡҡан телевидение был нисбәтте дауам итә, бөтә аналог телесистемалары ла (телевизорҙар ҙа) тиерлек 4:3 нисбәтен һаҡлай . Тәүге компьютер мониторҙары шул уҡ яҡтар нисбәте менән телевизор стандартында эшләнә. Тик кинематографта 1950 йылдар башынан кино панорамалы, киң форматлы итеп сыға башлағас, экран үҙгәрә. Киң экранлы кинематография системаларында яҡтар нисбәте 2,75:1 тиклем эшләнә , «шунда булыу эффекты »н тыуҙырыу өсөн кадрҙың сиктәре һиҙелмәүе кәрәк була. Кешенең бинокуляр күреү һәләте ҡыры 2:1 тирәһе булыу- бының төп сәбәбе . Кадр формаһын тәбиғи күреү ҡырына яҡынайтыу өсөн ( фильмды ҡарауҙы еңеләйтеү өсөн) панорама кадрлы киносистемалар эшләнә.
Телевидениела киң экранлы фильмдар күрһәтеү өсөн пансканирлау менән күренеште киҫеү кәрәк була, йәки фильмды экранға һыйҙырыу өсөн леттербоксинг менән өҫтән һәм аҫтан буш урындар ҡалдырыу талап ителә. Ике ысул да күренешттең ҡайһылыр өлөшөн йәки сифатын юғалтыуға килтерә. Хәҙерге заманда 1,33:1 форматы кинематографта бөтөнләй ҡулланылмай, уның урынын 1,85:1 нисбәтле кашетирланған кадр алған. Шуға асыҡлығы юғары булған телевидение экранының 16:9 (1,78:1) стандарты индерелә , ул хәҙерге кино форматтарына яҡын. Стандарт асыҡлыҡлы телевидение шулай уҡ 16:9 нисбәтен, цифрлы анаморфирлау ҡуллана. Былар барыһы ла тамашасыны видеофильм атмосфераһына нығыраҡ индерергә ярҙам итә.
Композит һәми компонент видео
үҙгәртергәТөҫлө видеосигнал ике төрлө ысул менән яҙыла һәм тапшырыла ала: төҫлө һәм монохром өлөштәргә бүлмәй һәм айырым. Композит видео инң тәүҙә барлыҡҡа килә. Ул- бөтөн төҫлө телевизион сигнал тип атала һәм аҡлы- ҡаралы видеосигнал, төҫлө алып килеүсе (поднесущая) һәм синхронизация сигналдарынан тора . Ләкин бындай һаҡлау һәм тапшырыу ысулы бер-береһенә ҡамасау итеүсе яҡтылыҡ һәм төҫ сигналдары йыйылыу менән бәйле, шуға күрә яҡшыртылған ҡорамалдарҙа видеоның был өлөштәре айырым тапшырыла һәм яҙылып бара.
Цифрлы видеояҙма
үҙгәртергәАналог яҙыуының айырмаһы шунда- аналог видеосигналы урынына видеосигналдың цифрлы мәғлүмәте яҙыла .Цифрлы видео төрлө видеойөрөтөүселә мәғлүмәт ағымы йәки файлдар рәүешендә цифрлы интерфейстар ярҙамында таратыла ала .
Видео форматтары
үҙгәртергәВидеоматериалдар аналог йәки цифрлы була.
Яңы цифрлы:
Иҫке аналог: |
|
|
|
|
|
Видеояҙма форматтары техник сифаттарын сағыштырыу
үҙгәртергәВидео формат | Год | Тип ленты | Ширина ленты | Тип сигнала | Горизонтальное
разрешение, твл |
Отношение
сигнал/шум, дБ |
---|---|---|---|---|---|---|
U-Matic | 1969 | Оксидная | 3/4 дюйма | Композитный | 280 | 45 |
1" Type C | 1976 | Оксидная | 1 дюйм | Композитный | 330 | 46 |
VHS | 1976 | Оксидная | 1/2 дюйма | Композитный | 240 | 46 |
Betacam | 1982 | Оксидная | 1/2 дюйма | Компонентный | 300 | 48 |
Video8 | 1985 | Металло-порошковая | 8 мм | Композитный | 260 | 46 |
U-Matic SP | 1986 | Металло-порошковая | 3/4 дюйма | Композитный | 330 | 47 |
Betacam SP | 1986 | Металло-порошковая | 1/2 дюйма | Компонентный | 470 | 51 |
M II | 1986 | Металло-порошковая | 1/2 дюйма | Компонентный | 440 | 52 |
D1 | 1986 | Металло-порошковая | 3/4 дюйма | Цифровой 4:2:2 | 460 | 56 |
S-VHS | 1987 | Оксидная | 1/2 дюйма | Y/C | 400 | 47 |
D2 | 1988 | Металло-порошковая | 3/4 дюйма | Цифровой 4fsc | 450 | 54 |
Hi-8 | 1989 | Металло-порошковая | 8 мм | Y/C | 400 | 47 |
D3 | 1991 | Металло-порошковая | 1/2 дюйма | Цифровой 4fsc | 450 | 54 |
Digital Betacam | 1993 | Металло-порошковая | 1/2 дюйма | Цифровой 4:2:2 | 500 | 62 |
D-5 | 1994 | Металло-порошковая | 1/2 дюйма | Цифровой 4:2:2 | 450 | 54 |
DV | 1995 | Металло-порошковая | 1/4 дюйма | Цифровой 4:2:0 (PAL) 4:1:1 (NTSC) | 500 | 54 |
DVCPRO | 1995 | Металло-порошковая | 1/4 дюйма | Цифровой 4:1:1 | 530 | 55 |
Digital-S (D9) | 1995 | Металло-порошковая | 1/2 дюйма | Цифровой 4:2:2 | 540 | 55 |
DVCAM | 1996 | Металло-порошковая | 1/4 дюйма | Цифровой 4:2:0 (PAL) 4:1:1 (NTSC) | 530 | 55 |
Компьютер видеофайлдарын киңәйтеү
үҙгәртергә3gp, avi, mpeg, mpg, mov, swf, asf, mp2, mp4, wmv, mts, mkv, flv
Ҡарағыҙ
үҙгәртергәВидео Викиһүҙлектә | |
Видео Викимилектә | |
Видео Викияңылыҡтарҙа |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- В. Е. Джакония. Телевидение. — М.: «Горячая линия — Телеком», 2002. — С. 311—316. — 640 с. — ISBN 5-93517-070-1.
- Е. М. Голдовский. Кинопроекция в вопросах и ответах. — М.: «Искусство», 1971. — 220 с.
- ГОСТ 13699. Запись и воспроизведение информации. Термины и определения.