Веселовский Олег Николаевич
Веселовский Олег Николаевич (21 март 1928 йыл — 16 апрель 2018 йыл[1]) — электротехника өлкәһендә белгес, техник фәндәр докторы, профессор, Новосибирск дәүләт техник университетының электротехника кафедраһына нигеҙ һалыусы һәм уның тәүге мөдире (1962—1994), энергетика факультеты һәм электромеханика факультеты деканы (1959—1964), уҡыу эштәре буйынса проректор (1965—1974). Рәсәй Федерацияһы электротехник фәндәр академияһы академигы.
Веселовский Олег Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 21 март 1928 |
Вафат булған көнө | 16 апрель 2018 (90 йәш) |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Новосибирск техник университеты |
Уҡыу йорто | Мәскәү энергетика институты |
Биографияһы
үҙгәртергәОлег Николаевич Веселовский 1928 йылдың 21 мартында тыуған. 1950 йылда Мәскәү энергетика институтының (МЭИ) электромеханика факультетын тамамлай. 1954 йылда ул МЭИ-ла «Доливо-Добровольский — основоположник техники трехфазного тока» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, энергетик техника тарихы кафедраһы доценты ғилми исеме ала, бер үк ваҡытта электроэнергетика факультеты деканы урынбаҫары булып эшләй. МЭИ-ла Олег Николаевич ғалим, педагог һәм администратор булараҡ формалаша.
1959 йылда О. Н. Веселовский Новосибирск электротехника институтының электротехниканың теоретик нигеҙҙәре кафедраһы доценты вазифаһына һайлана һәм Новосибирскиға күсә. Олег Николаевичтың артабанғы бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеге Новосибирск электротехника институты (хәҙер Новосибирск дәүләт техник университеты) менән бәйле. 1959—1964 йылдарҙа энергетика факультеты деканы вазифаһында эшләй, ә 1965 йылдан 1974 йылға тиклем — уҡыу эштәре буйынса проректор вазифаһын башҡара. 1963 йылда О. Н. Веселовский дөйөм электротехника кафедраһын ойоштора һәм 30 йыл дауамында уның мөдире була. 1981 йылда «Низкоскоростные линейные электродвигатели» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[2]. Техник фәндәр докторы ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була, ә 1982 йылда — профессор ғалим дәрәжәһе ала.
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: электротехника тарихы, XX быуатта электротехника үҫеше, электр машиналары, һыҙыҡлы электродвигателдәр. Үҙ ваҡытында Олег Николаевич 5 томлыҡ «Энциклопедии электротехники» фәнни баҫмаһын әҙерләүҙә ҡатнаша.
Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге йылдары эсендә О. Н. Веселовский 130-ҙан ашыу фәнни һәм методик хеҙмәт баҫтырып сығара, шул иҫәптән 10 китап һәм 7 уйлап табыу, 13 техник фәндәр кандидаты һәм ике доктор әҙерләгән[3].
Олег Николаевич Веселовский төрлө йылдарҙа СССР юғары уҡыу йорттары министрлығының электротехника буйынса фәнни-методик советы ағзаһы була, 1993 йылда электротехника фәндәре академияһының (АЭН) мөхбир ағзаһы итеп һайлана, 2002 йылда — АЭН-дың Почетлы академигы[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- II дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы,
- «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы,
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы,
- «Рәсәй юғары профессиональ белем биреүҙең Почетлы хеҙмәткәре»
- «НГТУ атҡаҙанған хеҙмәткәре»
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- «Линейные асинхронные двигатели», 1991.
- Веселовский О. Н. Вопросы энергосбережения в линейных электроприводах транспортных средств / О. Н. Веселовский, Е. В. Огнянников, А. В. Сапсалев // Научный вестник НГТУ.
- Сапсалев А. В. Оптимизация параметров электропривода линейного двигателя с катящимся ротором / А. В. Сапсалев, О. Н. Веселовский, В. И. Полевский // Электротехника. № 2.
- Веселовский О. Н. Индукторный двигатель аксиального типа, обмотка которого выполнена с зубовым шагом / О. Н. Веселовский, Д. Л. Калужский, Е. У. Крутских // Сборник докладов международной конференции.
- Сапсалев А. В. Вопросы энергосбережения в линейных циклических электроприводах транспортных средств / А. В. Сапсалев, О. Н. Веселовский // Материалы Всероссийского электротехнического конгресса ВЭЛК-2005.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Энциклопедия «Лучшие люди России. Часть II. Родины славные сыны и дочери» (2004).
- Энциклопедия «Новосибирск» (2003).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Веселовское Олег Николаевич. Электр Журнал. 1998 № 6.
- О юбилей Н. Веселовское
- Веселовское Олег Николаевич
- О юбилей Н. Веселовское