Үрге Дудкинский
Ҡалып:Необитаемые острова по странам
Үрге Дудкинский | |
---|---|
Характеристики | |
Халҡы | 0 чел. (2017) |
Урынлашыуы | |
54°44′33″ с. ш. 56°02′41″ в. д.HGЯO | |
Акватория | Ҡариҙел йылғаһы |
РФ субъекты | Башҡортостан |
[[административ бүленеше Рәсәй|Район]] | Өфө |
Үрге Дудкинский[1] — Ҡариҙел йылғаһында кеше йәшәмәгән ҙур булмаған утрау, Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы Киров районы биләмәһенә инә. Ҡариҙел йылғаһының суднолар йөрөй торған фарватерының һул яғында ята. Йылғаның уң ярында — «Трамплин» һәм «Олимпик парк» пассажирҙар транспорты туҡталыштары урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта ҡанат юлынан паромда барыуы уңайлы.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәУтрау урман менән ҡапланған (уҫаҡ, тал, саған). Фарватерға сыҡҡан көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш ярҙары ҡомло, ҡалғандары — һаҙлыҡлы. Утрауҙа бер ниндәй ҙә ҡаралтылар юҡ, әммә көньяҡ өлөшөндә, төптә, ҙур булмаған ялан бар.
Утрауҙың төньяҡ-көнбайыш осонан бик алыҫ түгел һыу ағыҙып килтергән бәләкәй генә утрау барлыҡҡа килгән. Ул тулыһынса тиерлек һары төҫтәге ваҡ ҡомдан тора һәм рәсми булмаған рәүештә халыҡ араһында Йәннәт утрауы (Райский остров) исемен йөрөтә. Ҡоро йылдарҙа, мәҫәлән, 2010 йылдағы һымаҡ, Үрге Дудинский утрауы Йәннәт утрауы менән ҡоро ер тоташтырмаһы менән бәйләнә. Йәйҙең уртаһында утрауҙар араһында һай ғына һыу ятҡылығы ҡала. Ошо сәбәпле июль-август айҙарында ике утрауға ла еңел генә барып етеп була.
Атамалары
үҙгәртергәСергей Синенконың «Яңы һәм иҫке Өфө» энциклопедияһы мәғлүмәттәренә ярашлы Ҡариҙел йылғандағы Үрге Дудкинский йәки Тужилов утрауының ике исеме бар. Беренсе атамаһы — рәсми рәүештә бирелгән, был атаманы топографтар йылғаның һул яҡ ярында урынлашҡан Урге Дудкино ауылы атамаһы буйынса ҡушҡан булған. Икенсе атамаһы — Ҡариҙел йылғаһының уң яҡ ярындағы Тужиловка ауылы исеменән алынған, был исем XIX быуат башындағы карталарҙа осрай.