Вертолёт мәмерйәһе

Вертолет мәмерйәһе, йәки Әхмәр соҡоро — карст мәмерйәһе, асыҡ-һоро ауыр гипс көңгөр ярустарында барлыҡҡа килгән. Мәмерйә Башҡортостандың Ауырғазы районының Әхмәр ауылынан 1 км алыҫлыҡта, Р-240 Өфө — Ырымбур автомобиль юлынан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Бындай ҙур күләмле тотороҡло ер аҫты барлыҡҡа килеүҙәр гипс тоҡомдарҙа һирәк күренеш, был Вертолет мәмерйәһен туризм өсөн ҡыҙыҡлы итә.

Вертолёт мәмерйәһе
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта
 Вертолёт мәмерйәһе Викимилектә

Этимологияһы

үҙгәртергә

Мәмерйә исеме уның асылыу ысулы менән бәйле. Осоу барышында вертолет бортынан ерҙә ҙур соҡор табалар һәм уны ул мәмерйәгә яҡын ауыл исеме менән Әхмәр соҡоро тип атайҙар. Был соҡор ғәҙәти булмаған асыш ысулы хөрмәтенә аталған мәмерйә булып сыға[1]

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Көнсығыш-Европа тигеҙлегенең спелеология карст илендә урынлаша. Йөрөү юлдарының дөйөм оҙонлоғо 1768 м, амплитудаһы 50 м, майҙаны 21 200 м²[2].

Мәмерйәгә инеү урыны 40 м упҡан соҡорҙа һәм диаметры 80 м тирәһе тәрәнлектә урынлашҡан. Мәмерйә 100 м оҙонлоғонда, 40 метр киңлектә һәм 6 метр бейеклектәге ике төп параллель һөҙәк-ауыш галереянан тора. Унан йөрөү урындары китә, уларҙың бер өлөшө үрге ҡоро ярус булдыра. Галереяның стеналары һәм түбәһе ныҡ ашалған, емерелеп төшөү ҡурҡынысы бар. Иҙәне кибеп ярылған ҡамыр кеүек киҫәкле ҡалын балсыҡ ҡатламы менән ҡапланған, унан һыу һарҡа.

Мәмерйәнең һыу аҫты дауамы бар. Мәмерйәнең көнсығыш өлөшөндә 2 м тиклем тәрәнлектәге күл урынлашҡан. Әлегә 150 метр самаһындағы һыу аҫты лабиринты өйрәнелгән[3].

Ҡышын һәм иртә яҙ менән мәмерйәлә боҙло сталагмиттар, сталактиттар һәм кристалдар барлыҡҡа килә. Ҡышын температура ер өҫтөндәге кеүек үк тиерлек, йәй көнө 6 °С. Мәмерйә яҙын ирегән һыуҙар аҫтында ҡала, максималь кимәле — 4 метр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Наш Урал
  2. Пещеры / Пещеры республики Башкортостан протяженностью более 100 м(недоступная ссылка) // Уфа: ГАУН РБ. «Башкирская энциклопедия». 2015—2017 гг. ISBN 978-5-88185-306-8.
  3. Пещера Вертолётная 2020 йыл 28 ноябрь архивланған., Статья на сайте Башкирского отделения Русского географического общества от 14.04.2016 г. В. Кузнецов.

Һылтанмалар

үҙгәртергә