Вендорф йорто
Вендорф йорто — Минск ҡалаһында XIX быуат башы тарихи бинаһы, архитектура ҡомартҡыһы (711е000001 номеры). Революция урамы, 10-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан.
Иҫтәлекле урын | |
Ил | Белоруссия |
Урыны | Минск |
Координаталар | 53.9031941/N/27.5528044/E |
Архитектура стиле | классицизм |
Төҙөлөшө | ???—начало XIX века йылдар |
Статус | памятник архитектуры |
Дом Вендорфа Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәТаш йорт XIX быуат башында XVIII быуаттан һаҡланып ҡалған подвал өҫтөндә төҙөлгән. Бинаның ҡиәфәте XIX быуат уртаһына формалаша. 1881 йылда янғындан бина ҙур зыян күрә, һуңынан шул саҡтағы хужаһы дворян Вендорф Адольф Осипович бинаны элекке ҡиәфәтендә тергеҙә. 1910 йылғы торошо буйынса цоколь ҡатында слесарлыҡ оҫтаханаһы һәм "сельтер һыуы" заводы, шулай уҡ емеш-еләк келәте, мануфактура кибете һәм тышлау оҫтаханаһы урынлаша. Ҡалған бүлмәләре йәшәү өсөн торлаҡ була. 1920 йылдан һуң йорт национализациялана, бүлмәләр коммуналь фатир итеү үҙгәртелә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда йорт зыян күрмәй. Һуғыштан һуңғы йүнәтеүҙәрҙән һуң фасад биҙәктәре өлөшләтә юғала. XX быуаттың икенсе яртыһында йортто төрлө учреждениелар биләй[1][2]. 2010 йылдан бинала Минск ҡалаһы тарихы музейы урынлаша.
Архитектураһы
үҙгәртергәБина классицизм стилендә төҙөлгән. Бина планында дүрт мөйөшлө. Төп күләме ихатаға һуҙыла, ҡыйығы ике яҡлы. Бинаның ҡабырға яҡтарында лизеналар урынлашҡан, улар беренсе ҡатта көпләнгән. Тәҙрә уйымдары тура мөйөшлө, ҡапҡасһыҙ (икенсе ҡаттың баштағы тәҙрә ҡапҡастары юғалған))[1][2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Дом Вендорфа (белор.). Минская Спадчина. Дата обращения: 10 февраль 2019.
- ↑ 2,0 2,1 С. В. Марцелеў (гал. рэд). Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі. Мінск. — Мінск: Беларуская савецкая энцыклапедыя, 1988. — С. 181. — 333 с. — (Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі). — 8000 экз. — ISBN 5-85700-006-8.