Велинград

Болгарияның Пазарджик өлкәһендәге ҡала


Велинград (болг. Велинград) — Болгарияның Пазарджик өлкәһендәге ҡала. Велинград общинаһының административ үҙәге. Ҡала ҙурлығы буйынса өлкәлә икенсе урынды биләй. Халҡы — ошо ысын адресы буйынса 24 518 кеше (15.03.2016)[3].Туғандаш ҡалаһы — Беларусь Республикаһының Свислочь ҡалаһы.

Велинград
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 28 ғинуар 1948
Рәсем
Рәсми атамаһы Лъджене, Велинград[1] һәм Velingrad[1]
Кем хөрмәтенә аталған Вела Пеева[d]
Дәүләт  Болгария
Административ үҙәге Велинград[d]
Административ-территориаль берәмек Велинград[d][1]
Сәғәт бүлкәте DAZD[d], UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 24 087 кеше (15 март 2024)[2],
25 283 кеше (15 март 2024)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 777 метр
Нимә менән тоташа Узкоколейная железная дорога Септември — Добриниште[d]
Майҙан 124,955 км²
Почта индексы 4600
Рәсми сайт m.velingrad.bg
Яуаплы Проект:Болгария[d][1]
Категория для почётных граждан субъекта Категория:Почётные граждане Велинграда[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Velingrad[d]
Карта
 Велинград Викимилектә

Велинград ҡалаһы Пазарджик өлкәһенең көньяҡ өлөшөндә, Чепин соҡоронда (Родопы Көнбайыш Родопы) урынлашҡан. Майҙаны − 124,955 квадрат километр.

1948 йылда Каменица, Чепино һәм Лыджене (болг.: Лъджен) ауылдары ҡушылыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән, 1944 йылда коммунист, партизан Вела Пеева һәләк булғас, уның исеме менән аталған.

Климаты — альп климаты. Ҡыҫҡа, сағыштырмаса, һалҡын йәй, йомшаҡ оҙон ҡыш. Йыл әйләнәһенә 150 көн ҡар япмаһы ята. Йыллыҡ уртаса температура — 9 ° с. Уртаса һауа дымлылығы — 75 процент. Атмосфера баҫымы — 693 мм.

Һыу ресурстары мул: күлдәр, йылғалар, шишмәләр күп. Термоконстантлы Клептуза[bg] уникаль карст күле бар. Клептуза карст сығанағы секундына 600—1200 литр һыу сығара[4]. Уның янында ике яһалма күл, улар янында пляж һәм ял итеү зоналары булдырылған.

Велинград курорт-ҡала, Болгарияның бальнеологик үҙәге — Балҡан ярымутрауының СПА баш ҡалаһы. Шифаханалар, реабилитация үҙәктәре, ҡунаҡхана, СПА бар. Флораһы һәм фаунаһы бик бай. Ял итеү үҙәге һәм ҡунаҡхана әүҙем төҙөлә. Инфраструктураһы үҫешкән. Ҡала эргәһендә генә Юндола саңғы курорты бар.

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә
Велинградта тыуғандар
  • Вела Пеева (1922—1944) — партизан, ҡала уның исеме менән аталған
  • АтанасСемерджиев (1924—2015) — партизан, сәйәсмән һәм генералы, Болгария вице-президенты (1990—1992)
  • Попова Маргарита (р. 1956) — министр (2009—2011), Болгарияның вице-президенты (2012—2017)
  • Лидия Шулева[bg] (р. 1956) — сәйәсмән, Болгария Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары (2001—2005), хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт министры (2001—2003), иҡтисад министры (2003—2005)
  • Николай Гяуров (1929—2004) — опера йырсыһы
  • Васил Божков[bg] (р. 1956) — бизнесмен
  • Димо Тонев[bg] (1964 р-ны) — волейболсы
Велинградта вафат булғандар.
Башҡалар
  • Иван Лебанов (р. 1957) — саңғы ярыштары буйынса Олимпия миҙалсыһы, ҡала кметы (2007—2015)
Йыл Халыҡ
1985 25 432
1992 25 634
2000 25 411
2005 24 117
2010 23 686
2016 24 518

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә