Васильев Юрий Маркович
Васильев Юрий Маркович (26 ноябрь 1928 йыл, Мәскәү — 30 июнь 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәй цитологы, медицина фәндәр докторы, профессор. Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1991; СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы 1990).
Васильев Юрий Маркович | |
рус. Юрий Маркович Васильев | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 26 ноябрь 1928 |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Вафат булған көнө | 30 июнь 2017 (88 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим, табип, Цитолог, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | цитология[d] һәм медицина[1] |
Эш урыны | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәЮрий Маркович Васильев 1928 йылдың 26 ноябрендә Мәскәүҙә тыуа. Әсәһе, Васильева Надежда Сергеевна (1898—1935), С.Н.Васильевтың һәм Екатерина Алексеевна Абрикосованың ҡыҙы, — табип, медицина фәндәре кандидаты[2]. Ю.М.Васильев 1-се И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү медицина институтын тамамлай (1949).
1962 йылдан алып 2000 йылға тиклем Рәсәй медицина фәндәре академияһының Н.Н. Блохин исемендәге Рәсәй онкология ғилми үҙәгендә канцерогенез механизмдары лабораторияһы мөдире.[3]; 1963 йылдан 2006 йылға тиклем — Мәскәү дәүләт университетының вирусология кафедраһы профессоры һәм Мәскәү дәүләт университетының А.Н. Белозерский исемендәге Физик химия биология институтында күҙәнәкле регуляциялар төркөмө етәксеһе[4]. Америка ҡушма штаттарында Ратгер университеты профессоры. Американың, Бөйөк Британияның һәм Израилдең 20-нән ашыу университеттарына саҡырылған лектор, күп кенә халыҡ-ара конференцияларға саҡырылған лектор[5].
1990 йылдың 15 декабренән СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты - Физиологик актив берләшмәләрҙең биохимия, биофизика һәм химия бүлеге (күҙәнәк биологияһы).
Күп йылдар дауамында И.М.Гельфанд менән берлектә нормаль һәм яман шеш күҙәнәктәренең хәрәкәт итеү механизмдарын өйрәнә. Гельфанд менән бергә 1967-1970 йылдарҙа «Икенсе мәктәп»тә молекуляр биология һәм генетика буйынса дәрестәр үткәрә. И.М.Гельфандтың биологик семинарында ҡатнаша[6].
Ю. М. Васильев — Рәсәй Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Яман шеш буйынса ғилми совет ағзаһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Күҙәнәк биологияһы һәм иммунология буйынса ғилми совет ағзаһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Күҙәнәк биологияһы йәмғиәтенең вице-президенты.[7].
Журналдар советы һәм редакцион коллегия ағзаһы:
- «Цитология»;
- «Бюллетень экспериментальной биологии и медицины»;
- «Cytoskeleton»;
- «International Journal of Cancer и Differentiation».
Ғаиләһе
үҙгәртергәЮ. М. Васильев — Абрикосовтар нәҫеленән Рәсәй эшҡыуары Абрикосов Алексей Ивановичтың бүләһе [8].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәНормаль һәм яман шеш күҙәнәктәренең, шул иҫәптән цитоһөлдәне үҙгәртеүҙең молекуляр механизмдарының биологияһы буйынса тикшеренеүҙәр. Ю. М. Васильев тәүге тапҡыр күҙәнәктәрҙең формаһын һәм йүнәлешле хәрәкәттәрен билдәләүҙә микроторбалар системаһының ролен асыҡлай һәм нормаль, онкогендар трансформациялаған күҙәнәктәр өсөн адгезия структураларының (матрикс һәм күҙәнәк-ара контакттар) генезында һәм динамикаһында актин-миозин ҡыҫҡарыу ролен күрһәтә; Ю.М. Васильев асыҡлаған күҙәнәктең микроторбалары функцияһы «цитоплазма интеллекты» тип атала.
Төп баҫмалары
үҙгәртергә- J. M. Vasiliev and I. M. Gelfand. Neoplastic and normal cells in culture, Cambridge University Press, Cambridge, 1981 (Русская версия — «Наука», Москва, 1981; перевод на китайский язык — Beijing 1984);
- A. D. Bershadsky and J. M. Vasiliev. Cytoskeleton, Plenum Press, New York, 1988;
- J. M. Vasiliev and I. M. Gelfand. Mechanisms of morphogenesis in cell cultures, 1977. Int. Rev. Cytol., 101: 159—274;
- Перестройки молекулярной морфологии эпителиальных и соединительнотканных клеток в нормальных морфогенезах и при канцерогенезе. 2008, Биохимия (Москва) 73:656-61;
- О присутствии фактора, обеспечивающего прививаемость в фильтрате асцитной карциномы Эрлиха (1956);
- Использование моноклональных антител к белкам цитоскелета и внеклеточного матрикса в онкологических исследованиях (1988);
- J. M. Vasiliev et al. Effect of colcrmid on the locomotory behaviour of fibroblasts, J. Embryol. Exper. Morphol. 1970, 24: 625—640. Эта работа Ю. М. Васильева и соавт. была признана Международным институтом научной информации в США «классической по цитированию» (ингл. сitation classic).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 22. Екатерина (1878-1902) . Дата обращения: 21 ғинуар 2020. [yes Архивировано] 22 октябрь 2019 года. 2019 йыл 22 октябрь архивланған.
- ↑ Страница Лаборатории механизмов канцерогенеза 2016 йыл 10 февраль архивланған. РОНЦ им. Н. Н. Блохина РАМН
- ↑ Кафедра вирусологии МГУ . Дата обращения: 27 май 2012. [yes Архивировано] 21 июль 2012 года. 2012 йыл 21 июль архивланған.
- ↑ Вестник РАН, 2009, том 79, № 4, с. 376 . Дата обращения: 31 май 2012. [yes Архивировано] 9 июнь 2011 года.
- ↑ Ю. М. Васильев. «О семинаре И. М. Гельфанда». Дата обращения: 27 май 2012. [yes Архивировано] 1 февраль 2014 года.
- ↑ Общество клеточной биологии РАН(недоступная ссылка)
- ↑ Юрий Маркович Васильев 2016 йыл 4 март архивланған. на сайте Товарищества А. И. Абрикосова.
- ↑ «Врач — это моя базовая специальность, я остаюсь им 24 часа в сутки» . Дата обращения: 10 декабрь 2019. [yes Архивировано] 10 декабрь 2019 года.
- ↑ Васильева Елена Юрьевна - ДЗМ . Дата обращения: 10 декабрь 2019. [yes Архивировано] 10 декабрь 2019 года. 2019 йыл 10 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль Юрия Марковича Васильева РФА рәсми сайтында
- Статья на сайте «Летопись Московского университета»
- Юрий Маркович Васильев на сайте Товарищества А. И. Абрикосова
- Лекция первая «Клетка — чудо динамической архитектуры» 2019 йыл 25 сентябрь архивланған. в проекте «ACADEMIA».
- Лекция вторая «Как клетка становится опухолевой» 2019 йыл 13 сентябрь архивланған. в проекте «ACADEMIA».
- Фотопортрет Ю. М. Васильева(недоступная ссылка) Проверено июня 2020. в галерее выдающихся учёных МГУ «Портрет интеллекта», созданной в 2005 г. к 250-летию университета (фото Сергея Новикова).
- Историческая справка на сайте Архива РАН
- Он научил нас видеть красоту биологии // Троицкий вариант — Наука, 05.12.2017
- Ю. М. Васильев - научные работы в системе Истина МГУ