Васильевка ауыл Советы (Мәләүез районы)
Васильевка ауыл советы —Мәләүез районы составында 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 453861. ОКАТО коды — 80241820000. ИФНС коды: 263.
Васильевка ауыл Советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәк | Васильевка |
Административ-территориаль берәмек | Мәләүез районы |
Сәғәт бүлкәте | YEKT һәм UTC+05:00[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 2008 |
Почта индексы | 453861 |
2004 йылдың 16 декабрендәге «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» Законына ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[1]. 2008 йылда Партизан ауыл Советы менән берләштерелә.
Транспорты
үҙгәртергәАуыл Советы составы
үҙгәртергәБерләшкән мәлдә ауыл Советында ике ауыл ҡала. Васильевка ауылы — административ үҙәк һәм Ивановка ауылы[1].
Ошо ваҡытҡа тиклем Васильевка ауыл Советы составы яйлап кәмей.
1979 йылда Воскресенка ауыл Советында Благовещенский һәм Веселый утарҙары бөтөрөлә. Мәләүез районында бөтәһе 15 ауыл бөтөрөлә. «Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше буйынса иҫәп мәғлүмәттәренән ҡайһы бер тораҡ пункттарҙы алып ташлау тураһындағы» 29.09.1979 6-2/312 һанлы указы ҡарар итә: Халыҡтың күсеп ултырыуы һәм йәшәйеште туҡтатыу менән бәйле Башҡорт АССР-ының административ- территориаль бүленеше буйынса иҫәп мәғлүмәттәренән түбәндәге тораҡ пункттарҙы алып ташларға:
Мәләүез районы буйынса:
Воскресенка ауыл Советының Благовещенский утарын
Воскресенка ауыл Советының Веселый утарын
Ергән ауыл Советының Авдеевка ауылын
Корнеевка ауыл Советының Бобринка ауылын
Корнеевка ауыл Советының Ҡарайсы ауылын
Корнеевка ауыл Советының Краснояр ауылын
Корнеевка ауыл Советының Потешкин ауылын
Нордовка ауыл Советының Веденовка ауылын
Нордовка ауыл Советының Чуфаровка ауылын
Нөгөш ауыл Советының Үрге Таш ауылын
Партизан ауыл Советының Александровка ауылын
Партизан ауыл Советының Грачи ауылын
Партизан ауыл Советының Николаевка ауылын
Первомайский ауыл Советының Миньковка ҡасабаһын
Первомайский ауыл Советының Туҡмаҡ фермаһы ҡасабаһын
Һарыш ауыл Советының Һалдат ауылын
1991 йылда Береговка ауыл Советы барлыҡҡа килеп, Васильевка ауыл Советынан Береговка ауылы һәм Красногорка утары сығарыла.
«Береговка ауыл Советын ойоштороу һәм уны халыҡ депутаттарының Мәләүез ҡала Советы административ ҡарамағына тапшырыу тураһында» Башҡорт ССР-ы Юғары Советы Президиумының 1991 йылдың 18 сентябрендәге 6-2/314 указы хәбәр итә:1. Береговка ауылында административ үҙәҡ менән Береговка ауыл Советын ойошторорға.2. Мәләүез районының Васильевка ауыл Советының Береговка ауылын һәм Красногорка утарын Береговка ауыл Советы составына индерергә.
1995 йылда Мәләүез районы Ергән ҡасаба Советы составына Тирәкле ауылы тапшырыла. («Васильевка ауыл Советының Тирәкле ауылын Мәләүез районы Ергән ҡасаба Советы составына тапшырыу тураһында» Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының 02.11.95 ГС-50 һанлы ҡарары).
Тарихы
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[2]:
Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
33) Мәләүез районы буйынса:
б) Дарьино ауылында административ үҙәк менән, «Партизан» атамаһын һаҡлап, Партизан һәм Васильевка ауыл Советтарын берләшиерергә.
Васильевка ауыл Советының Васильевка, Ивановка ауылдарын Партизан ауыл Советы составына индерергә.
Партизан ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
Иҫәп мәғлүмәттәренән Васильевка ауыл Советын алып ташларға
Географик урыны
үҙгәртергә2008 йылда Күмертау ҡалаһы, Ергән ауыл Советы, Арыҫлан ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш[3][4].
Географияһы
үҙгәртергәАғиҙел йылғаһы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
- ↑ (ред. от 16.07.2008) "О ГРАНИЦАХ, СТАТУСЕ И АДМИНИСТРАТИВНЫХ ЦЕНТРАХ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ В РЕСПУБЛИКЕ БАШКОРТОСТАН
- ↑ «Закон Республики Башкортостан от 17.12.2004 N 126-з (ред. от 19.11.2008) „О границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан“» http://www.gsrb.ru/upload/iblock/f6d/50-2008.doc