Василевский Вячеслав Николаевич

Василевский Вячеслав Николаевич (тыуған 16 июнь 1988 йыл, Зеленогорск, Красноярск крайы, СССР) — Рәсәй профессиональ спортсыһы, хәрби самбо һәм ҡатнаш көрәштә (MMA) ҡатнашыусы. M-1 Selection 2010 чемпионы. Ярым ауыр ауырлыҡтағылаор араһында M-1 Challenge чемпионы. «Fight Mix Combat» версияһы буйынса Европа чемпионы. Хәрби самбо буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы. Хәрби самбо буйынса ике тапҡыр Европа чемпионы. Хәрби самбо буйынса атҡаҙанған спорт мастеры. Ҡул һуғышы буйынса 2012—2014 йылдарҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығы чемпионы. Бразилия джиу-джитсуһы буйынса ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге билбау эйәһе. Уртаса ауырлыҡта М1 чемпионы.

Василевский Вячеслав Николаевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Тыуған көнө 16 июнь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (35 йәш)
Тыуған урыны Зеленогорск[d], Красноярск крайы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дзюдоист, самбист, боец смешанных единоборств
Спорт командаһы ағзаһы Самбо-70[d]
Спорт төрө самбо[d] һәм Дзюдо
Ҡатнашыусы Чемпионат России по боевому самбо 2013[d], Чемпионат России по боевому самбо 2008[d], Чемпионат России по боевому самбо 2009[d], Чемпионат России по боевому самбо 2010[d], Чемпионат России по боевому самбо 2012[d], Чемпионат России по боевому самбо 2014[d], Чемпионат России по боевому самбо 2015[d] һәм Чемпионат России по боевому самбо 2017[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 178 сантиметр
 Василевский Вячеслав Николаевич Викимилектә

Спорт карьераһы үҙгәртергә

Вячеслав Василевский Зеленогорск ҡалаһында тыуған. Бала саҡтан дзюдо шөғөлләнә, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Трифонов Александр[1] ҡулы аҫтында 10 йыл ғүмерен уға бағышлай[2]. Ошо ваҡыт эсендә ул Красноярск крайы чемпионы, Рәсәй беренселеге призеры, ә һуңыраҡ — өлкәндәр араһында Себер һәм Красноярск крайы чемпионы.

2007 йылда Василевский бокс >буйынса тренер Василий Смыков етәкселегендә күнекмәләр башлай һәм уның тәҡдиме буйынса самбо буйынса турнирҙарҙа ҡатнаша башлай[2].

2008 йылда Василевский хәрби самбо буйынса Рәсәй чемпионатының көмөш призеры була, шулай уҡ Европа чемпионатында еңә. Ошо ярышта ул Алексей Чугреев менән таныша һәм, уның тәҡдимен ҡабул итеп, үҙен профессиональ ҡатнаш көрәштә һынап ҡарай.

ММА-лағы ҡатнаш көрәштәге сығыштары менән бер рәттән хәрби самбо буйынса параллель рәүештә ҡатнашып килеүен дауам итә, унда дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионаттарында еңә (һуңғы тапҡыр — 2013 й.) һәм дүрт тапҡыр донъя чемпионаттарында (һуңғы тапҡыр — 2013 йыл) еңеү яулай. 2014 йылда хәрби самбо буйынса Рәсәй чемпионаты финалында Солтан Алиевтан ҡалыша, был үҙенсәлекле апсет була. Был көтөлмәгән финалда еңелгәндән һуң, Вячеслав, Европа чемпионатында дүрт минут эсендә еңеп, хәрби самбо буйынса Европа чемпионы була.

Ҡаҙаныштары һәм титулдары үҙгәртергә

 
Владимир Путин VIII Халыҡ-ара «Плотформа S‑70» профессиональ хәрби самбо турнирында еңеүсе Вячеслав Василевскийға бүләк тапшыра. Сочи, 9 август 2017 йыл
  • 2008
    • Хәрби самбо буйынса Рәсәй чемпионатының көмөш призеры
    • Хәрби самбо буйынса Европа чемпионы
  • 2009
    • Хәрби самбо буйынса Рәсәй чемпионы
    • Хәрби самбо буйынса донъя чемпионы
  • 2010
    • Хәрби самбо буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы
    • M-1 Selection ярышының еңеүсеһе
    • M-1 Challenge ярышында ярым ауыр ауырлыҡта беренсе чемпион
    • 90 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында хәрби самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы[3]
  • 2011
    • «Fight Mix Combat» буйынса Европа чемпионы
  • 2012
    • Ҡул һуғышы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы чемпионы
    • 90 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында хәрби самбо буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы
    • 90 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында хәрби самбо буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы[4]
  • 2013
    • Дүрт тапҡыр хәрби самбо буйынса Рәсәй чемпионы
    • Эске эштәр министрлығының ҡул һуғышы буйынса ике тапҡыр чемпионы
    • 90 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында хәрби самбо буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы
  • 2014
    • Хәрби самбо буйынса Рәсәй чемпионатында көмөш призер
    • Хәрби самбо буйынса ике тапҡыр Европа чемпионы
    • Эске эштәр министрлығының ҡул һуғышы буйынса өс тапҡыр чемпионы
    • M-1 Challenge ярышында уртаса ауырлыҡ категорияһында донъя чемпионы
  • 2015
    • 90 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында хәрби самбо буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы
  • 2017
    • Хәрби самбо буйынса Рәсәй чемпионы 2017 йылда —  ;

Сығыш яһау таблицаһы үҙгәртергә

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. Вячеслав Василевский: на пути к вершине (вторая часть). mixfight.ru (25 сентябрь 2010). Дата обращения: 28 сентябрь 2010. Архивировано 23 октябрь 2012 года. 2012 йыл 23 октябрь архивланған.
  2. 2,0 2,1 Вячеслав Василевский: на пути к вершине (первая часть). mixfight.ru (23 сентябрь 2010). Дата обращения: 28 сентябрь 2010. Архивировано 23 октябрь 2012 года. 2012 йыл 23 октябрь архивланған.
  3. Вячеслав Василевский и Кирилл Сидельников стали чемпионами мира по боевому самбо  (рус.), mixfight.ru (9 ноябрь 2010). 12 ноябрь 2010 тикшерелгән. 2012 йыл 12 июнь архивланған.
  4. Чемпионат мира по самбо среди мужчин, женщин и по боевому самбо.  (рус.), Всероссийская федерация самбо (8 ноябрь 2012). 12 ноябрь 2012 тикшерелгән.

Һылтанмалар үҙгәртергә