Бродская Валентина Егоровна

(Валентина Егоровна Бродская битенән йүнәлтелде)

Бродская Валентина Егоровна (14 июль 1939 йыл) — театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995). Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (2016).

Бродская Валентина Егоровна
Тыуған ваҡыты:

14 июль 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (85 йәш)

Тыуған урыны:

СССР, Смоленск өлкәһе, Михайловка ауылы

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1968-2013

Театр:

Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995)

Биографияһы

үҙгәртергә

Валентина Егоровна Бродская 1939 йылдың 14 июлендә Смоленск өлкәһенең Демидов районы Михайловка ауылында тыуған.

1968 йылда Ташкент университетын тамамлағандан һуң Петропавловск-Камчатский, Ташкент һәм Фирғәнә ҡалалары театрҙарында эшләй.

1972 йылдан башлап Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театрында эшләй.

Спектаклдәрҙәге ролдәре

үҙгәртергә

Королева "Снежная королева", Е. Л. Шварц; дебют, Ю. Ахунбабаев исемендәге Республика йәш тамашасылар театры (Ташкент), 1966], Полина («Солдатская вдова», Н. П. Анкилов), Мария («Родительский день», Н. В. Коляда), Дарья Семеновна («Любовь от нежного сердца», В. А. Соллогубтың «Беда от нежного сердца» пьесаһы буйынса), Надежда («Любовь и голуби», В. П. Гуркин), Софья Ивановна («Пока она умирала», Н. М. Птушкина), Лисандра («Табор», З. Станку), Медея (Ж. Ануйҙың шул уҡ исемдәге трагедияһы), Василиса Мелентьева («Шестая жена Ивана Грозного», А. Н. Островский).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1985)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
  • Рәсәй Федерацияһы Театр эшмәкәрҙәре союзының К. С. Станиславский исемендәге алтын миҙалы (2014)
  • Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (2016)

Һылтанмалар

үҙгәртергә