Кузнецова Валентина Георгиевна

Кузнецова Валентина Георгиевна (8 февраль 1949 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең керамика оҫтаһы, биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы. 1983 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Художество академияһының мөхбир ағзаһы (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997).

Кузнецова Валентина Георгиевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 февраль 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Воскресенск, Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам, скульптор, деятель изобразительного искусства, керамист
Жанр декоративно-прикладное искусство[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Валентина Георгиевна Кузнецова 1949 йылдың 8 февралендә Башҡорт АССР-ының Воскресенск районы[1] Воскресенское ауылында тыуған.

1968 йылда Өфө сәнғәт училищеһының һынлы сәнғәт бүлеген тамамлай, 1975 йылдарҙа — И. Е. Репин исемендәге Санкт-Петербург һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институтының теория һәм сәнғәт тарихы факультетын тамамлай.

1968 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыта. 1979—1988 йылдарҙа — Өфөлә М. И. Калинин исемендәге мәҙәниәт йортоноң һынлы сәнғәт студияһы етәксеһе. 2000 йылдан алып Мәскәүҙә йәшәй, һынлы сәнғәт студияларында уҡытыусы булып эшләй.

Валентина Георгиевна (балсыҡ, шамот, фаянс), керамик скульптуралар, вазалар, һауыттар, эшләй, монументаль биҙәк төшөрөү менән шөғөлләнә.

Уның эштәре Башҡортостан дәүләт һынлы сәнғәт музейы коллекцияларында, Воскресенское картина галереяһында, «Мираҫ», «Урал» галереяларында, Третьяков галереяһында, Бөтә Рәсәй биҙәү-ҡулланма музейында һәм Мәскәүҙә халыҡ сәнғәте музейында, шәхси тупланмаларҙа һаҡлана.

Бәләкәй скульптура пластика эштәре «Салима апай-ҡыҙ менән» (1985); «Галина. Йәй», (2003), «Иң ҡәҙерле», (1997); «Әсәлек. Баҫа тороусы», (1999), «Минең ата-әсә», «Әсәйем», «Автопортрет», «Йәй», «Тыныслыҡ килтереүсе ҡатындар», «Петр һәм Февронья»[2].

Мифологик һәм фантастик образдар циклы: «Вила-батшабикә», «Һыбайлы яҙ» һ. б. «Воскресенскоелағы тормош» эштәр серияһы.

Башҡортостан һәм Рәсәй ҡалаларындағы йәмғиәт биналары өсөн монументаль-декоратив әҫәрҙәр.

Күргәҙмәләре

үҙгәртергә

Кузнецова Валентина Георгиевна — республика, зона, төбәк, төбәк-ара, бөтә Рәсәй, бөтә Союз һәм сит ил күргәҙмәләрендә 1977 йылдан алып ҡатнаша, бөтәһе 200 тирәһе күргәҙмә үткәрелгән.

  • Бөйөк Октябрҙың 60- йыллығына арналған бөтә союз йәштәр күргәҙмәһе (1977)
  • «Бөйөк октябрҙең 60 йыллығына арналған» бөтә рәсәй күргәҙмәһе (1977)
  • «Советы иленең йәш гвардияһы» бөтә союз күргәҙмәһе (1978)
  • "Рәсәйҙең йәш рәссамдары бөтә рәсәй күргәҙмәһе (1978)
  • «Социалистик Урал» зона күргәҙмәһе (1979)
  • Йәш рәссамдар бөтә союз күргәҙмәһе (1980)
  • «Совет Рәсәйе −6» күргәҙмәһе(1980)
  • «Тыуған ил буйлап» бөтә рәсәй күргәҙмәһе (1981)
  • «Тыуған ил буйлап» бөтә рәсәй күсмә күргәҙмәһе(1982)
  • «Совет Рәсәйе-7» күргәҙмәһе(1985)
  • «Социалистик Урал» зона күргәҙмәһе(1985)
  • «Тыуған ил буйлап» бөтә рәсәй күргәҙмәһе (1987) һ. б.

Шәхси күргәҙмәләре Стәрлетамаҡ (1979, 1994), Өфө (1992, 1996, 1997, 1998), Салауат (1993—1994), Мәскәү (1994, 1996, 1997, 1998, 2001, 2006, 2007), Прага (1998), Екатеринбург (1999), Липецк (2005) ҡалаларында үтә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1998).
  • Рәсәй Һынлы сәнғәт академияһы дипломы (1998).
  • Рәсәй Һынлы сәнғәт академияһының көмөш миҙалы (2007).
  • Каталог. Валентина Кузнецова. Автор вступительной статьи В. Мейланд, Москва, 2000 г.
  • «Воронцово. Глина, вода, огонь.» Москва, 2006 г., стр.58-59, (с воспр.). Журнал «Мир музея». № 12. (232). Декабрь 2006 г. стр. 18.
  • Каталог Всероссийской выставки декоративно-прикладного искусства «На радость вам», М. 2006 г., стр. 6, 13, 41.
  • Буклет «Валентина Кузнецова» Москва, 2007 й.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә