Вад (йылға)
Вад (Оло Карен[3], мордва телендә «вадь» — һыу[3] тигәнде аңлата) — Пенза өлкәһендәге, Мордвалағы, Рязань өлкәһендәге урта йылға, Муҡшы йылғаһының (Ока бассейны) һул ҡушылдығы.
Вад | |
Ҡайҙа ҡоя | Мокша[d][1] |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Вадакш, Каренка, Кита, Котёл (Вад ҡушылдығы), Летевка, Лястьма, Парца[d], Пичкиряс[d], Удёв, Явас, Тасть, Марчас һәм Вачка (Вад ҡушылдығы) |
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Һыу сығымы | 7,5 м³/с |
Бассейн майҙаны | 6500 км² |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Дәүләт | Рәсәй[2] |
Административ-территориаль берәмек | Пенза өлкәһе, Мәскәү өлкәһе һәм Рязань өлкәһе |
Оҙонлоҡ | 222 km |
Бассейн категорияһы | Категория:Бассейн Вада[d] |
Йылға оҙонлоғо — 222 км[4], бассейн майҙаны — 6500км². Бормаланып аҡҡан, башлыса урман (болон участкалары ла бар) йылғаһы. Үрге ағымында уртаса йыллыҡ һыу сығымы (Авдалово эргәһендә) — 7,5 м³/с.
Ағымы
үҙгәртергәПенза өлкәһенең урмандарынан Вадинскиҙан 17 километрға көньяҡ-көнсығыштараҡ, Вадинский районының Коповкаауылына яҡын башлана. Башында бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 207 м. Вадинскиҙың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге районда 700 метр бейеклегендәге быуа плотина урынлашҡан. Һыуһаҡлағыстың быуа барлыҡҡа килтергән күләме — 21 млн м³.
Пенза өлкәһенең Коповка, Вадинск, Большая Лука, Серго-Поливаново, Луговое тораҡ пункттары биләмәләре буйынса аға.
Мордовия буйлап урмандар уратып алған һаҙлыҡлы тигеҙлек буйлап аға. Ширингуши ҡасабаһынан түбәнерәк һул ҡушылдыҡтарын — Удёв, Марчас, Пичкирясты һәм уң ҡушылдыҡтарын — Парец, Явасты ҡабул итә.
Һуңғы 15 километрын, ҡала тибындағы Кадом ҡасабаһы эргәһендә Муҡшы йылғаһына ҡойоп, Рязань өлкәһе территорияһынан аға. Йылға тамағының бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 89 метрға яҡын[5].
Ҡушылдыҡтары
үҙгәртергә(тамағынан алып араһы)
- 22 км: Швара шишмәһе
- 27 км: Тасть йылғаһы
- 39 км: Явас йылғаһы
- 46 км: Юзга шишмәһе
- 55 км: Парца йылғаһы
- 73 км: Санкелян шишмәһе
- 78 км: Пичкиряс йылғаһы
- 83 км: Вадакш йылғаһы
- 86 км: Журавка йылғаһы
- 93 км: Вячка йылғаһы
- 109 км: Лястьма йылғаһы
- 114 км: Марчас йылғаһы
- 126 км: Удёв йылғаһы
- 144 км: Кита йылғаһы
- 157 км: Латос йылғаһы
- 173 км: исемһеҙ йылға, Тенево ауылы эргәһендә
- 174 км: исемһеҙ йылға, Тенево ауылы эргәһендә
- 185 км: Каренка, (Керенка, Дальняя) йылғаһы
- 186 км: Тюрьев шишмәһе
- 204 км: Котёл йылғаһы (Вад йылғаһының ҡушылдығы)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Вад, река (урыҫ) // Большая советская энциклопедия. Том 8. Буковые — Варле — 1927. — Т. 8. — С. 568.
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 3,0 3,1 Вад (река в Пензенской обл.) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ «Вад» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Лист карты N-38-50 Явас. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1983 г.