Вадсё аэропорты (норв.Vadsø lufthavn;) — Норвегияла Финмарк фюлькеһының Вадсё коммунаһында урынлашҡан төбәк аэропорт. Дәүләт компанияһы Avinor[en] идаралығы аҫтында. Аэропорт 997Х30 м ҙурлығындағы бер асфальт осоу-ултырыу һыҙатына эйә, ул 08/26 курсы буйынса урынлашҡан. Dash 8-100 самолеттарын ҡулланған Wideroe авиакомпанияһы хеҙмәтләндерә.

Вадсё
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Вадсё
Дәүләт  Норвегия[1]
Административ-территориаль берәмек Вадсё
Урын Kiby[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 127 фут
Хеҙмәтләндереүсе Avinor[d]
Рәсми асылыу датаһы 1974
Пассажирҙар ағышы 100 645[2]
Хеҙмәтләндерелгән ҡала Вадсё
Рәсми сайт avinor.no/en/airport/vad…
avinor.no/flyplass/vadso/
Тасуирлау биттәре ais.avinor.no/no/AIP/Vie…
Ҡулланыу статусы ҡулланыла[d]
Осоу-ултырыу һыҙаты 08/26
ИАТА аэропорты коды VDS
ИКАО аэропорты коды ENVD
Карта
 Вадсё Викимилектә

1938 йылда Wideroe Вадсёнан яр буйы буйлап Тронхеймға тиклем гидросамолетта осоуҙарҙы башлай[3]. Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында маршрут ябыла, тик 1946 йылда Junkers Ju 52 ҡулланып Det Norske Luftfartselskap[en] (DNL) уны хеҙмәтләндерә башлағас, ҡабаттан яңыртыла. Вадсёла һыу аэродромы ябай була, ул осоу зонаһынан һәм ҡалҡыуыстан тора, пассажирҙар самолетҡа кәмәлә илтеп ҡуйыла[4]. 1954 йылдан маршрут Wideroe компанияһына күсә, ул De Havilland Canada DHC 3 Otter ҡуллана башлай[5].

1966 йылда Финнмаркта, шул иҫәптән Вадсёла ҙур булмаған аэродромдар төҙөүҙе өйрәнеү өсөн округ комитеты төҙөлә[6]. Граждандар авиацияһы хакимиәте аэропорттың ике урынлашыу урынын ҡарай: ҡала үҙәгенән төньяҡҡараҡ Фоссемюренда һәм Кибюла, ҡаланан көнсығышҡа ҡарай 4 км алыҫлыҡта. Икенсе вариант өҫтөнөрәк булып һайлана[4]. Төбәк аэропорты 1974 йылдың 1 авгусында асыла, уның хужаһы һәм операторы Вадсё муниципалитеты була. Осоуға хоҡуҡты Widerøe компанияһы ала, осоштарҙы De Havilland Canada DHC 3 Otter самолеттары башҡара[4]. Аэропорт бинаһы 30 кешегә иҫәпләнгән пассажир терминалын һәм диспетчер вышкаһын үҙ эсенә ала. 1984 йылда Dash 7 самолеттарын ҡабул итеү өсөн 350 м² майҙан менән терминалдың яңы бинаһы 1000 м² ангар менән төҙөлә[4].

1997 йылдың 1 ғинуарынан Вадсе муниципалитеты менән 4,1 миллион норвегия кронаһына алмашып аэропорттың хужаһы һәм операторы Avinor[en] дәүләт компанияһы тора[7]. 2007 йылда навигация саралары һәм осоу-ултырыу һыҙаттары камиллаштырыла[4].

Инфраструктураһы

үҙгәртергә
 
Диспетчер вышкаһы

Терминал бинаһы сәғәтенә 170 пассажирҙы үткәреү һәләтенә эйә һәм бер үк ваҡытта Dash 8-самолетын эшкәртә ала[8]. 997 Х 30 м ҙурлығындағы осоу-ултырыу һыҙаты 08/26 курсы буйынса урынлашҡан. Аэропорт диңгеҙ кимәленән 38,7 м бейеклектә урынлашҡан. Перронда Dash 8-100 класлы ике самолет өсөн тораҡ бар.

2018 йылда аэропорт 100 395 пассажирҙы хеҙмәтләндергән, 6556 осоу/ултырыу башҡарылған

Авиакомпания һәм йүнәлештәр

үҙгәртергә

Wideroe[en] авиакомпанияһы даими рейстар яһай. 2019 йылдың февраленә ҡарата аэропорт түбәндәге йүнәлештәр буйынса рейстарҙы хеҙмәтләндерә[9]:

Авиакомпанияһы Тәғәйенләнеш пункттары



  Wideroe[en] Алта, Берлевог, Ботсфьорд[en], Вардё[en], Киркенес, Мехамн[en], Тромсё, Хаммерфест

Транспорт бәйләнеше

үҙгәртергә

Аэропорт Кибю ауылында, Вадсё үҙәгенән көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Паркинг, автомобиль прокаты һәм такси хеҙмәте бар[10].

Авиатранспорт ваҡиғаһы

үҙгәртергә
  • 1984 йылдың 4 ғинуарында LN-DAM номеры менән теркәлгән Вадсё — Киркинес рейсы буйынса Cessna 172 самолеты осоштан һуң шунда уҡ диңгеҙгә ҡолай. 3 кеше һәләк була. Самолет киҫәктәре һәм пассажирҙарҙың кәүҙәһе табылмай[11][12]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GeoNames (ингл.) — 2005.
  2. https://avinor.no/globalassets/trondheim-lufthavn/shopping/12.2022.xlsx
  3. Arnesen, 1984, с. 24–29
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Gynnild, Olav Flyplassenes og flytrafikkens historie (норв.). Kulturminner på norske lufthavner – Landsverneplan for Avinor. Avinor (2009). Дата обращения: 25 ғинуар 2012. Архивировано 25 ғинуар 2013 года.
  5. Arnesen, 1984, с. 61–67
  6. Melling, 2009, с. 64
  7. Tuv, Kirsten Widerøe-monopol (no) // Dagens Næringsliv. — 1996. — С. 10.
  8. Konsekvenser for luftfart (норв.) 58–59. Avinor (октябрь 2012). Дата обращения: 25 ғинуар 2012. Архивировано 25 ғинуар 2013 года.
  9. Direct flights from Vadsø Airport (ингл.). Avinor.no.
  10. To and From the Airport (ингл.). Avinor.no.
  11. Helskog, Svenn R Krav til registreringspliktige fly: Forsikring av passasjerer (no) // Nordlys. — 1985. — С. 7.
  12. Rapport om luftfartsulykke nær Vadsø den 4. januar 1984 med Cessna 172 LN-DAM (норв.). Statens havarikommisjon for transport (28 февраль 1985).
  • Melling, Kjersti. Nordavind fra alle kanter. — Oslo: Pilotforlaget, 2009.Ҡалып:Ref-no
  • Arnesen, Odd. På grønne vinger over Norge. — Widerøe's Flyveselskap, 1984.Ҡалып:Ref-no