Бөҙрә аҡҡош, Ышылдаҡ аҡҡош (рус. Лебедь-шипунr)(лат. Cygnus olor)— ҡаҙҙан ҙурыраҡ ҡош.
Йәш саҡта — һорғолт көрән, ҙурайғас — бөтә ҡауырһындары ла ап-аҡ. Йөҙгәндә, муйынын кәкрәйтеп, ҡанаттарын ҡалҡытып
йөрөй. Бик матур ҡош. Ҡаңғылдаҡ аҡҡоштан төҙөгөрәк кәүҙәһе һәм ҡанаттарын ҡалҡыта биреп йөҙәүе менән айырыла.
Асыуланған ҡаҙ һымаҡ, ышылдаған тауыш сығара. Шым ҡош.
Ярҙары ҡамышлы һәм бейек үләнле ҙур күлдәрҙә, йылғаларҙа йәшәй. Иген, үлән орлоҡтары, һыу үҫемлектәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ояһын шырлыҡтарға ҡора. 4—6 бөртөк аҡ йомортҡаһы була.
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Бейчек В., Штясны К. Птицы. Иллюстрированная энциклопедия. — М.: Лабиринт-пресс, 2001.