Бөтә донъя татарҙар конгресы

Бөтә донъя татарҙар конгресы (БТК, татар. Бөтендөнья татар конгрессы ) — төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы.

Бөтә донъя татарҙар конгресы
татар. Бөтендөнья татар конгрессы
рус. Всемирный конгресс татар
Нигеҙләнгән ваҡыты

19 июнь 1992 йыл

Тип

Төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы

Лидер

Вәсил Шәйхразиев

Центр

Ҡазан, Карл Маркс урамы, 38

Рәсми сайт

tatar-congress.org/ru/

Конгресс тарихы

үҙгәртергә

Бөтә донъя татарҙар конгресы 1998 йылдың 24 апрелендә Рәсәй юстиция Министрлығында теркәлә. Ғәмәлдә 1990-сы йылдар башында ойошторола: 1992 йылдың июнендә Ҡазанда Бөтә донъя татар Халҡы Конгресының беренсе съезы үтә, унда Рәсәй, БДБ илдәренән һәм күп кенә дәүләттәрҙән (Шул иҫәптән Япония, Австралия, АҠШ һ.б.) делегаттар ҡатнаша. 1992-1997 йылдарҙа съезд эгидаһы аҫтында бер нисә халыҡ-ара татар ойошмаһы ойошторола.

Икенсе съезд 1997 йылда үтә, унда Бөтә донъя татарҙар съезы Уставы ҡабул ителә. 2018 йылдың июлендә Рәсәй Федерацияһы Юстиция Министрлығы тарафынан ойошманың VII Сираттан тыш съезында ҡабул ителгән «Бөтә донъя татарҙары конгресы» халыҡ-ара Союзының яңы уставы теркәлә.

Иҫәп номеры: 1612060331. Тапшырыу датаһы: 25 июль, 2018 йыл

Конгресс эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре

үҙгәртергә
  • татар халҡының берләшеүе
  • Татарстан Республикаһының социаль-иҡтисади, милли-мәҙәни, шулай уҡ сәйәси һәм рухи үҫешендә ярҙам
  • ғилми-тикшеренеү һәм тыныслыҡ урынлаштырыу эшмәкәрлегендә ҡатнашыу, халыҡ-ара гуманитар ойошмалар менән мөнәсәбәттәр, дәүләт органдары, мәҙәни-ағартыу йорттары, милли мәҙәни берекмәләр, дини ойошмалар, шулай уҡ айырым граждандар менән хеҙмәттәшлек итеү.
  • демократик принциптарҙы, халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларын һәм татарҙар йәшәгән илдәрҙең закондарын үтәү нигеҙендә татарҙарҙың этнорегиональ проблемаларын хәл итеү буйынса эшмәкәрлектә ҡатнашыу
  • милли һәм мәҙәни үҫеш өлкәһендә маҡсатлы программаларҙы — тел, фән, мәғариф, мәҙәниәт, тарихи мираҫ, фәнни педагогика, демографияны үҫтереү һәм тормошҡа ашырыуҙа ярҙам
  • татар диаспораһы менән даими үҙ-ара эш итеү
  • Татарстан Республикаһы һәм татар халҡы тураһында мәғлүмәт йыйыу һәм таратыу, закон менән билдәләнгән тәртиптә гәзит-журналдар, видео һәм аудиопродукциялар сығарыу, татарҙар йәшәгән төбәктәрҙә киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эш итеү

БТК (конгресс) ҡарамағындағы йәмәғәт ойошмалары

үҙгәртергә
  • Бөтә донъя татар эшҡыуарҙарына ярҙам ассоциацияһы
  • Бөтә донъя татар йәштәре форумы
  • «Рәсәйҙең татар ауылдары» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы
  • «Татар ғаиләһе» Бөтә Рәсәй йәмәғәт фонды
  • Бөтә татар тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте
  • «Рәсәй көрәш федерацияһы» дөйөм рәсәй йәмәғәт ойошмаһы
  • «Аҡ ҡалфаҡ» татар ҡатын-ҡыҙҙарының республика йәмәғәт ойошмаһы

Рәйестәре

үҙгәртергә
  • 1992-2002 йылдарҙа — Индус Ризаҡ улы Таһиров (тыу. 1936), тарихсы, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәр, 1990-1994 йылдарҙа Татарстан менән Рәсәй араһында һөйләшеүҙәр алып барыу процесында ҡатнаша, академик, профессор, тарих фәндәре докторы, Юғары Совет депутаты (1990-1995), Татарстан Республикаһының Дәүләт Советы депутаты (1995-2009).
  • 2002—2017 — Ринат Зиннур улы Зәкиров (тыу. 1948), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тарих фәндәре докторы, «Ҡазан» милли мәҙәни үҙәге директоры, Татарстан Республикаһы Дәүләт Советының дүртенсе саҡырылыш депутаты (2009 йылдан). 2017 йылдан — Бөтә донъя татарҙар конгресының башҡарма комитеты етәксеһе.
  • 2017 йылдан — Вәсил Ғаяз улы Шәйхрәзиев (тыу. 1963), Татарстан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары, Бөтә донъя татар конгресының Милли советы рәйесе (Милли Шура)[1].

Филиалдары

үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта БТК 359 татар милли-мәҙәни ойошмаһын берләштерә: 68 алыҫ сит илдә, 81 яҡын сит илдә, 164 Рәсәй Федерацияһында. Татарстан Республикаһында БТК-ның 46 филиалы бар.

Шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһында татарҙарҙың 27 төбәк милли-мәҙәни автономияһы булдырылған.

Конгресс съездары

үҙгәртергә

Конгрестың юғары етәксе органы — Съезд, ул Милли совет ҡарары менән биш йылға бер тапҡыр саҡырыла. Шулай уҡ Милли Совет ҡарары буйынса Сираттан тыш съезд саҡырылырға мөмкин. Съездар араһында милли Совет РФ ҡануниәтенә һәм Конгресс Уставына ярашлы конгресс эшмәкәрлеге менән етәкселек итә. Милли Совет конгресс ағзалары араһында 75 кешенән торған Конгресс тарафынан һайлана. Конгресс Милли Советы рәйесе юғары вазифалы кеше булып тора. Ул Милли Совет ағзалары араһынан биш йылға һайлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Василя Шайхразиева избрали председателем национального совета «Милли шура». www.tatar-inform.ru. Дата обращения: 20 сентябрь 2018. Архивировано 12 июнь 2018 года.
  2. Съезд Всемирного конгресса татар пройдет в Казани. Дата обращения: 29 апрель 2020. Архивировано 28 сентябрь 2020 года.
  3. VII Внеочередной съезд и его итоги | Всемирный конгресс татар. tatar-congress.org. Дата обращения: 20 сентябрь 2018. Архивировано 20 сентябрь 2018 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә