Бөтә Донъя Селтәре

(Бөтә донъя селтәре битенән йүнәлтелде)

Бөтә Донъя Селтәре (йәки веб, аббревиатуралары — WWW, W3, ингл.  World Wide Web һүҙбәйләнешенән) — Интернет инфраструктураһын һәм HTTP мәғлүмәт үткәреү протоколын ҡулланған глобаль мәғлүмәт арауығы.

Бөтә Донъя Селтәре
Нигеҙләү датаһы 12 март 1989[1][2]
Логотип
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы WWW һәм TTT
Ижтимағи милеккә күсеү ваҡыты 30 апрель 1993[3]
Йоғонто яһаусы Enquire[d][4], The Interactive Encyclopedia System[d][5] һәм HyperCard[d][6]
Асыусы йәки уйлап табыусы Тим Бернерс-Ли һәм Роберт Кайо[d]
Асыу датаһы 1990
Схематичная иллюстрация
ACM коды (2012) 10003260
 Бөтә Донъя Селтәре Викимилектә
Бөтә Донъя Селтәре эмблемаһы, авторы — Роберт Кайо

Бөтә донъя селтәрендә урынлаштырылған гипертекслы документтар веб-биттәр исеме аҫтынла билдәле. Веб-браузер тип аталған махсус программмалар ярҙамында текст, рәсемдәр, видео һәм башҡа мультимедиа булған веб-биттәрҙе ҡарап һәм уларҙың береһенән икенсеһенә гипер-һылтанмалар аша күсеп була.

Күп ваҡыт Интернет тураһында һөйләгәндә Бөтә Донъя Селтәре күҙ уңында тотола. Был системаны уйлап табыусы тип Бөйөк Британия инженеры, компьютер фәндәре ғалимы, әлеге көндә Бөтә Донъя Селтәре консорциумының (ингл. World Wide Web Consortium, W3C) директоры Тим Бернерс-Ли һанала. Нәҡ ул 1989 йылдың мартында хәҙер Бөтә донъя селтәре исеме аҫтында билдәле проектты тәкдим итеп, бөтә донъя селтәре мәғлүмәт технологияларында ысын революция яһаны һәм Интернеттың үҫешен тиҙләтте.

Бөтә Донъя Селтәренең структураһы һәм нигеҙҙәре

үҙгәртергә
 
Википедия тирәләй Бөтә Донъя Селтәре

Бөтә Донъя Селтәре бөтә донъяла урынлашҡан миллионлаған интернет-веб-серверҙар тарафынан барлыҡҡа килә. Веб-сервер — компьютер программаһы, ул селтәргә тоташтырылған компьютерҙа эшләй һәм мәғлүмәттәрҙе тапшырыу өсөн HTTP протоколын ҡуллана. Үҙенең иң ябай формаһында бындай программа селтәр аша билдәле бер ресурсҡа HTTP үтенесен ала, тейешле файлды урындағы ҡаты дискта таба һәм селтәр аша кәрәкле компьютерға ебәрә. Ҡатмарлыраҡ веб-серверҙар HTTP һорауына яуап итеп ҡалыптар һәм сценарийҙар ярҙамында документтарҙы динамик рәүештә барлыҡҡа килтерә ала.

Веб-серверҙан алынған мәғлүмәтте ҡарау өсөн клиент компьютерында махсус программа — веб-браузер ҡулланыла. Веб-браузерҙың төп функцияһы — гипертексты күрһәтеү. Бөтә донъя селтәре гипертекст һәм гиперһылтанма төшөнсәләре менән тығыҙ бәйләнгән. Интернет селтәрендәге мәғлүмәттең күп өлөшө гипертекст булып тора.

Бөтә донъя селтәрендә гипертекст булдырыу, һаҡлау һәм күрһәтеү өсөн HTML (HyperText Markup Language) теле ҡулланыла. Гипертекст документтарын төҙөү (билдәләү, тамағалау) буйынса эштәр вёрсткалау тип атала, уны вебмастер йәки тамғалау буйынса махсус белгес — вёрсткалаусы башҡара. HTML тамғалауынан һуң килеп сыҡҡан документ файлға һаҡлана, һәм бындай HTML — файлдар Бөтә Донъя Селтәрендә ресурстарҙың төп төрө булып тора. HTML -файл веб-сервер өсөн ҡулай булғандан һуң, уны «веб-бит» тип атайҙар. Веб-биттәр йыйылмаһы веб-сайт булдыра.

Бөтә донъя селтәрендәге гипертекст биттәрендә гиперһылтанмалар бар. Гиперһылтанмалар Бөтә Донъя селтәре ҡулланыусыларына, ресурстар урындағы компьютерҙа йәки алыҫтағы серверҙа булыу-булмауына ҡарамаҫтан, ресурстар (файлдар) араһында еңел йүнәлеш алырға ярҙам итә. Бөтә донъя селтәрендә ресурстарҙы табыу өсөн Берҙәм ресурс локаторҙары (ингл. Uniform Resource Locator, URL) ҡулланыла. Был URL локаторҙары URI (ингл. Uniform Resource Identifier «бер төрлө ресурс идентификаторы») идентификациялау технологияһын DNS (Domain Name System) домен атамалары системаһы менән берләштерә. Домен атамаһы (был осраҡта ru.wikipedia.org) URL-серверҙа теләгән Веб-сервер кодын үтәүсе компьютерҙы (дөрөҫөрәге, уның селтәр интерфейстарының береһен) аңлата. Ағымдағы биттең URL-ын, ҡағиҙә булараҡ, браузерҙың адрестар планкаһында күрергә мөмкин, әммә хәҙерге заман браузерҙарының күбеһе ғәмәлдәге сайттың домен исемен генә күрһәтеүҙе өҫтөн күрә.

Технологиялар

үҙгәртергә

Интернеттың визуаль ҡабул ителешен яҡшыртыу өсөн CSS технологияһы киң ҡулланыла, был күп кенә веб-биттәр өсөн берҙәм стилдәр ҡуйырға мөмкинлек бирә. Иғтибарға лайыҡ тағы бер яңылыҡ — URN (Берҙәм ресурс атамаһы) ресурстарҙы билдәләү системаһы (ингл. Uniform Resource Name).

Бөтә донъя селтәрен үҫтереүҙең популяр концепцияһы булып cемантик вебты булдырыу тора. Семантик селтәр — урынлаштырылған мәғлүмәтте компьютерҙар өсөн аңлайышлыраҡ итеү өсөн тәғәйенләнгән Бөтә донъя селтәре өҫтөндәге өҫҡорма (надстройка). Шулай уҡ кеше телендәге һәр ресурсҡа компьютер өсөн аңлайышлы тасуирлама биреләсәк селтәр төшөнсәһе лә бар. Семантик селтәр, платформаға һәм программалау телдәренә ҡарамай, теләһә ниндәй ҡушымта өсөн аныҡ структуралы мәғлүмәткә инеү мөмкинлеген аса. Программалар кәрәкле ресурстарҙы үҙҙәре таба, мәғлүмәтте эшкәртә, мәғлүмәттәрҙе классификациялай, логик бәйләнештәрҙе асыҡлай, һығымталар яһай һәм хатта ошо һығымталар нигеҙендә ҡарарҙар ҡабул итә ала. Киң таралыу һәм дөрөҫ ҡабул итеү менән семантик селтәр Интернетта революция тыуҙырыуы мөмкин. Ресурстың компьютер өсөн уңайлы тасуирламаһын булдырыу өсөн Semantic Web ресурстарҙы тасуирлау рамкаһы (RDF) форматын ҡуллана, ул XML синтаксикаһына нигеҙләнгән һәм ресурстарҙы билдәләү өсөн URIS-тарҙы ҡуллана. Был өлкәлә яңылыҡтар:  RDFS (ингл. RDF Schema) һәм SPARQL (ингл. Protocol And RDF Query Language) ( «спа́ркл» тип әйтелә), RDF мәғлүмәттәренә тиҙ инеү өсөн яңы талаптар теле.

 
Тим Бернерс-Ли эшләгән тәүге веб-сервер

Бөтә донъя селтәрен уйлап табыусылар Тим Бернерс-Ли һәм, әҙерәк кимәлдә, Роберт Кайло тип иҫәпләнә. Тим Бернерс-Ли — HTTP, URI/URL, HTML технологиялары авторы. 1980 йылда Европа ядро тикшеренеүҙәре советында (франц. conseil européen pour la recherche nucléaire, CERN) ул программа тәьминәте буйынса консультант булып эшләй. Нәҡ шунда, Женева ҡалаһында (Швейцария) үҙ ихтыяждары өсөн «Энквайр» программаһын яҙа, унда мәғлүмәттәрҙе һаҡлау өсөн осраҡлы берләшмәләр ҡулланыла һәм Бөтә донъя селтәре өсөн концептуаль нигеҙ һалына.

 
Информацион технологияларҙың үҫеше

Бөтә донъя селтәрендә барлыҡҡа килгән тәүге фотоһүрәттә «Les Dwards Cernetts» пародиялы филк-төркөмө күрһәтелә[7]. Тим Бернерс-Ли төркөм етәксеһенән «CERN hardronic festival» фестиваленән һуң сканерланған фотоһүрәттәр һорай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә