Бөтә донъя бал ҡорттарын һаҡлау фонды

Бөтә донъя бал ҡорттарын һаҡлау фонды (ингл. World Save Bee Fund WSBF e.V.) — Бал ҡорттарын ҡырылып бөтөүгә юл ҡуймау, тирә-яҡ мөхиттең балансын һаҡлау маҡсатында төҙөлгән йәмғиәт хәйриә ойошмаһы.

Бөтә донъя бал ҡорттарын һаҡлау фонды
Тип

Йәмғиәт хәйриә ойошмаһы

Барлыҡҡа килеү йылы

18 июнь 2009 йыл

Урынлашҡан урыны

Дрезден (Германия)

Вәкиллек

Рәсәй

Слоган

Бал ҡортоан һаҡлайбыҙ – Планетны һаҡлайбыҙ!

Веб-сайт

save-bee-com

Бөтә донъя бал ҡорттарын һаҡлау фондының төп бурыстары

үҙгәртергә
  • Умартасы һөнәрен һәм умартасылыҡты популярлаштырыу
  • Умартасылыҡ өлкәһендәге мониторингты ҡеүәтләү
  • Умартасылыҡтың юҡҡа сыға барыуы тураһындағы тикшеренеү лабороториялары менән үҙ-ара бәйләнешлек итеү
  • Умартасылыҡ өлкәһендәге асыштарҙы һәм профилле ғилми тикшеренеүҙәрҙе ҡеүәтләү һәм матди яҡтан ярҙам итеү
  • Сәләмәт бал ҡорттарын һаҡлауға булышлыҡ итеү һәм төрлө саралар үткәреү
  • Бал ҡорттарын һаҡлап ҡалыуға киң йәмғиәтселекте йәлеп итеү

Фондтың эшмәкәрлеге WSBF e.V. фондында ағза булып тороусыларҙың иғәнәләре иҫәбенә һәм айырым шәхестәрҙән, ойошмаларҙан килгән ярҙам хәйриәһе средствоһы иҫәбенә башҡарыла.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Бөтә донъя бал ҡорттарын һаҡлау фонды эшмәкәрлеге даирәһендә түбәндәгеләрҙе тормошҡа ашыра:

  • Конкурстар проекты- WSBF e.V.гранттарын ҡеүәтләй һәм ғилми тикшеренеүҙәрҙе финанслай. Умартасылыҡ өлкәһендәге һәләтле ғалимдәрға гранттар бүлеү һәм конкурс буйынса һайлап алынған тикшеренеү проекттарын ҡеүәтләй.
  • «Агрофраншиза» проекты — умарталыҡтарҙағы шәхси эштәрҙе ойоштороуҙағы аҙымлы план. Проект умартасылыҡты тергеҙеү, Рәсәйҙә умартасылыҡ аҙыҡтарын хәүефһеҙләндереү ысулдарын ғәмәлләштереүгә йүнәлтелгән
  • Умартасыларға ярҙамлашыу хеҙмәте — был проект умартасыларға һәр яҡлап ярҙам итеү, адреслы ветеренар лабороторияларын булдырыу, бал ҡорто ауырыуҙары, ҡоротҡостар һәм башҡалар тураһында мәғлүмәт еткереү
  • WSBF e.V. 14 сентябрь хәрәкәттең барлыҡҡа килеүе — Бөтә Донъя бал ҡорттарын һаҡлау көнө — үҙәгендә тора

Волонтерҙар хәрәкәте

үҙгәртергә

2010 йылдарҙа Бөтә донъя бал ҡорттарын һаҡлау фонды волонтерҙары Рәсәйҙә бер нисә акция ғәмәлләштерҙе, иң мәғәнәлеһе « Бал ҡортона ярҙам ит- баллы үҫемлектәр сәс» булды, уның һөҙөмтәһендә Рәсәйҙең бер нисә ҡалаһында бал биреүсе ағастар менән баҡсалар һәм аллеялар ултыртылды. «Бал ҡорто тормошо — ваҡ-төйәк әйбер түгел» акцияһы фондҡа маҡсатлы иғәнәләр йыйыуға булышлыҡ итте.

Һылтанмалар

үҙгәртергә