Бөрйән районы гербы

Бөрйән районы гербы — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы символы. Авторы — Ғиләзетдинов Салауат.

Бөрйән районы гербы
Рәсем

Тасуирлама

үҙгәртергә

Йәшел ерлектә алтын тура алтымөйөш, өҫкө һәм аҫҡы яҡтары ҡалҡандың өҫкө ҡырына тура килә, атлап китеп барған көрән айыу менән һалмаҡлана. Ҡалҡандың ҡабырға яҡтарына ҡараған алтымөйөштөң мөйөштәренә бәләкәй ситләштерелгән асамай ҡиәфәтендәге алтын тамғалар сиктәш була: уң һәм һул, ә өҫкө һәм аҫҡы яҡтарҙың урталарында — алтымөйөшкә уҡтарҙың осо менән атыусы ике башҡа алтын тамға тора. Алтымөйөш өҫкө һәм аҫҡы мөйөштәрҙә ситләштерелгән бәләкәй ағастар менән бирелә.

Әһәмиәте

үҙгәртергә

Гербтың төҙөлөшө нигеҙенә Бөрйән районының тарихи үҫеше һәм тәбиғәт шарттарының үҙенсәлектәре алына. Район үҙенең тәбиғи байлыҡтары — уникаль тәбиғәт һәм боронғо мәҙәниәт ҡомартҡылары менән билдәле. Был Башҡорт дәүләт тәбиғәт заповеднигы һәм Шүлгәнташ Башҡорт заповеднигы. Шүлгәнташ мәмерйәһе — таш быуат ваҡытында буялған рәсем өлгөләренең һәйбәт һаҡланыуы менән Көнсығыш Европала берҙән-бер мәмерйә. Яҡтың быуаттар буйына килгән тарихын һаҡлап, гербтың төп фигураһы сифатында Бөрйән, Ҡыпсаҡ,Тәңгәүер башҡорт ырыуҙарының тамғалары ҡулланыла — был борондан бай төбәктә йәшәгән быуындарҙың ата-бабалары иҫтәлегенә ихтирам символы.

Стилләшкән һәм бер композицияға берләшкән тамғалар ҡорт кәрәҙен барлыҡҡа килтерә, был бөтә донъяға билдәле бал ҡорто — бөрйән солоҡ ҡортон символик күрһәтә, солоҡ ҡорто төр булараҡ тик бында ғына һаҡланып ҡалған. Солоҡсолоҡтоң һәм ҡортсолоҡтоң уникаль аҙыҡ һәм дарыу продукты — бал, гербта алтын менән тулған кәрәҙ рәүешендә һүрәтләнә. Районда көн күргән күп хайуандар араһында айыу айырым урын алып тора. Башҡорттарҙың йәшәп килгән ышаныуҙары буйынса айыу — изге хайуан. Ул халыҡтың көсөн, юғары рухилығын, тыныслыҡ һөйөүен, киң күңеллелеген кәүҙәләндерә. Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы батшалығы гербта ерлектең ҡуйы йәшел төҫтә булыуы менән һәм башҡорт милли орнаментына стилләштерелгән өс ҡусҡар ағас менән бирелә. Йәшел төҫ шулай уҡ уникаль бөрйән тәбиғәтенең матурлығын, байлығын, яҡтың уңдырышлылығын, шатлыҡ-ҡыуаныстарын, тыныслығын, азатлығын кәүҙәләндерә. Алтын төҫөндәге гербтың элементтары — ҡояш һәм бал төҫө, эш һөйөүсәнлектең, байлыҡтың, сәскә атыуҙың символы булып тора.

Теркәлеү

үҙгәртергә

Бөрйән районы гербы Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы муниципаль район Советы 2006 йылдың 11 июлдәге № 1-10/113 ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдик регистрына 3207 һаны аҫтында индерелә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Официальный сайт Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан