Бөйөк Йәмиғ (Феодосия)
Бөйөк Йәмиғ (ҡырымтат. Büyük Cami, Буюк Джами; рус. Бию́к Джами), Сөләймән хан-йәмиғ йәки солтан Сәлим мәсете (ҡырымтат. Sultan Selim camisi, Султан Селим джамиси) — Ҡырымдағы Кефе ҡалаһында (Феодосия) хәҙерге ваҡытта юҡҡа сыҡҡан төп йәмиғ мәсете.
Бөйөк Йәмиғ | |
ҡырымтат. Büyük Cami ҡырымтат. Sultan Selim camisi | |
Нигеҙләү датаһы | 1520 |
---|---|
Нигеҙләүсе | Сөләймән I |
Дәүләт |
Украина Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Феодосия |
Историческая область | Ғосман империяһы һәм Таврида губернаһы[d] |
Архитектор | Синан |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1834 |
Тарихы
үҙгәртергәБуласаҡ солтан Сөләймән I ҡушыуы буйынса төҙөлгән. Ул саҡта Сөләймән I Кефе ҡалаһы санжаҡбейе вазифаһын биләгән. Мәсетте ул элегерәкке Изге Агнесса католик ғибәҙәтханаһы урынында, уның төҙөлөш материалдарын ҡулланып һалырға ҡушҡан.
Төҙөлөш 1520 йәки 1522 йылда тамамланған. Проекттың авторы ғосман архитекторы Мимар Синан булыуы ла ихтимал.
Ҡырымдың Рәсәй империяһына ҡушылыуынан һуң Феодосияла мосолман халҡы кәмей, шуға күрә мәсетте христиан ғибәҙәтханаһына әйләндереү ихтыяжы барлыҡҡа килә. Төрлө сәбәптәр арҡаһында эштәр оҙаҡҡа һуҙыла. Мәсет 1834 йылда һүтеп алына. Уның урынында 1873 йылда төҙөлгән Александр Невский соборы үҙ сиратында 1933 йылда һүтелгән[A 1][A 2].
Мәсеттең туҙыуы
үҙгәртергә
|
Баһалар
үҙгәртергәБилдәле сәйәхәтселәр һәм тикшеренеүселәр Шаһзада Сөләймән хан мәсете архитектураһының матурлығы һәм бөйөклөгө менән һоҡлана. Төрөк сәйәхәтсеһе Әүлиә Челеби үҙенең "Сәйәхәттәр китабы"нда "был нур тулы мәсет"тип яҙа[A 3]. П. С. Паллас билдәләүенсә, «затлы ябайлыҡ менән төҙөлгән ҙур матур мәсет»[A 4]. Дюбуа Де Монпере (1834 йыл) «был Феодосияның төп майҙанды биҙәгән иң матур һәйкәле», тип яҙа[A 5]. 1821 йылда Фәндәр академияһы өсөн докладта Е. Е. Кёлер мәсетте «гүзәл һәм бик бейек манаралы» «ғәйәт ҙур һәм һоҡланғыс» тип атай[A 6] Э. Паскаль һүҙҙәре буйынса (1821 йыл), «мәсет Ҡырымда иң ҙуры була һәм шуға күрә уны төҙөүгә бер ни ҙә йәлләнелмәй», ул мәсетте «күркәм һәйкәл», тип атай. Д. В. Нарышкин 1827 йылда «Таврия губернаһының боронғолоҡтары тураһында яҙма» төҙөй, унда бөйөк мәсетте «иң ҙур һәм иң матуры» тип атай[A 7]. Әммә мәсет сәйәхәтселәрҙең барыһына ла оҡшамаған. Мәҫәлән, Франсиско Де Миранда 1787 йылда мәсетте күреп, «Ул Константинополдәге иң ҙур мәсеттәрҙең камиллыҡтан алыҫ имитацияһы булып тора», тип әйткән. Башҡа мәсеттең пропорциялары уға «алдағыһы менән сағыштырғанда ыңғайыраҡ тәьҫир итә»[A 8].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Денис Первухин. Феодосия — город семи богов. (Theodosius - the city of the seven gods.): Священное место Матросский сад - тайна столетий. (Sacred place Sailor's garden — a mystery centuries) . Феодосия — город семи богов. (Theodosius — the city of the seven gods.). Дата обращения: 16 сентябрь 2016.
- Феодосия: Старый город
Өҙөмтә хатаһы: "A" төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref>
тамғалары өсөн кәрәкле <references group="A"/>
тамғаһы табылманы