Бәғерәктамаҡ (ауыл)
Бәғерәктамаҡ — ауыл, Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Бәғерәктамаҡ ауыл биләмәһенең административ үҙәге
Бәғерәктамаҡ | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ үҙәге | Бәгәрәктамаҡ ауыл биләмәһе[d][2] |
Административ-территориаль берәмек | Бәгәрәктамаҡ ауыл биләмәһе[d][2] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
1475 кеше (2002)[3], 1318 кеше (2010)[4] |
Почта индексы | 456700 |
Географик урыны
үҙгәртергәАуыл Ҡоншаҡ районының төньяҡ өлөшөндә, Силәбе өлкәһенең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, менән Свердловск һәм Ҡурған өлкәләре сиктәре эргәһендә урынлашҡан. Тораҡ пункттан төньяҡҡараҡ өс километрҙа Бәғерәк йылғаһы тамағы урынлашҡан.
Ауыл өлкә үҙәге — Силәбенән — төньяҡ-көнбайышҡа табан тура юлдан 113 км йәки автомобиль юлдарынан 138 км алыҫлыҡта ята.
Тарихы
үҙгәртергә1745 йылғы картала Бәғерәк йылғаһының түбәнге ағымында Асман ауылы (хәҙерге Уҫман ауылы) һәм Бәғерәк йылғаһы ҡушылған урындан бер аҙ өҫтәрәк, Синара йылғаһы буйында, өс ауыл күрһәтелгән.
Түбәнге Синара Синара йылғаһына Бәғерәк йылғаһы ҡушылған ерҙән бер аҙ өҫтәрәк урынлашҡан була, 1745 йылда бында яһаҡ татарҙарының 31 хужалығы була. Яңы ауыл, шулай уҡ Дауыт һәм тағы Давыдкова тип йөрөтөлгән ауыл ағым буйлап Түбәнге Синаранан бер аҙ юғарыраҡ тора. 15 служилый татарҙар һәм мишәрҙәр яһаҡ ул 1745 йылда бында яһаҡ татарҙарының 24 йорто һәм хеҙмәтле мишәрҙәрҙең 15 хужалығы була. Түбәнге Синара ағымы буйынса түбәнерәк — Ключевская, һәм 14 яһаҡ татары хужалығы. Шул өс ауыл Бәғерәктамаҡ ауылы булып берләшкән.
1754 йылда Бәғерәк йорттарында йәшәүселәр хеҙмәтле татарҙар тип аталып, яһаҡтан азат ителгән. Шул ваҡыттан башлап бөтә бәғерәк татарҙары ла хеҙмәтлеләр ҡатламына ҡарай — алдараҡ Яңы ауылында йәшәүсе мишәрҙәр генә хеҙмәтле тип аталған.
Улар Силәбе ҡалаһында урынлашҡан Исәт провинциаль канцелярия ҡарамағында була.
Пермь Исәт провинцияһы юҡҡа сығарылып Пермь наместниклығы (губернаһы) ойошторолғандан һуң, 1781 йылда бәғерәк татарҙары Пермь губернаһы Шадрин өйәҙенә күсерелә.
1798 йылда Башҡорт-Мишәр ғәскәре ойошторола һәм Бәғерәктамаҡ йорттары халҡы хеҙмәтле мишәр ҡатламы составына индерелә.
1945—1956 йылдарҙа ауыл Бүре районының үҙәге була.
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[5] | 2010[6] |
1475 | ↘1318 |
2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса, ауылда татарҙар, башҡорттар йәшәй[7]
Транспорт
үҙгәртергәАуылдың көнсығышынан Силәбе — Каменск-Уральский — Екатеринбург тимер юл линияһы үтә. Иң яҡын станция — Түбәнге (Нижняя) — ауылдан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ 91 % согласно переписи 2002 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Татарское село на Южном Урале: Очерки истории села Усть-Багаряк. — Казань: Ин-т истории им. Ш.Марджани АН РТ, 2009. — 47 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- http://old.toposural.ru/html/b.htm Шуваловтың Силәб топонимикаһына арналған һүҙлегенән От Парижа до Берлина по карте Челябинской области